Одинак Мирослав Михайлович

Одинак Мирослав Михайлович (19 ғинуар 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй неврологы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй Медицина ФА ағза-корреспонденты (2005), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).

Одинак Мирослав Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (78 йәш)
Тыуған урыны Боровцы[d], Кицманский район[d], Черновцы өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө табип, невролог
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто Һарытау хәрби-медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Российская академия медицинских наук[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы

Биографияһы үҙгәртергә

1946 йылдың 19 ғинуарында УССР-ҙың Черновцы өлкәһе Кицмань районы Боровец ауылында тыуған.

1969 йылда — Һарытау хәрби-медицина институтының хәрби-медицина факультетын тамамлай.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, өлкән хәрби табип булып хеҙмәт итә — Брянск өлкәһе Сеща ҡасабаһындағы Хәрби-һауа көстәре часының медицина пункты начальнигы .

1973 йылдан алып — С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында эшләй, унда нервы ауырыуҙар кафедраһы ординаторынан алып нервы ауырыуҙар кафедраһы өлкән уҡытыусыһына (1990), нервы ауырыуҙары кафедраһы начальнигы — РФ Оборона Министрлығының Баш невропатологы МО РФ (1994), РФ ОМ Баш неврологы (2006), Хәрби Медицина академияһының нервы ауырыуҙар кафедраһы профессорына (2014 йылдан алып) тиклем юл үтә.

1980 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1995 йылда «Неврология сочетанной черепно-мозговой травмы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1995 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

2005 йыл —РМФА-ның ағза-корреспонденты.

2014 йыл —Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби һәм тыныс шарттарҙа үҙәк нервы системаһының йәрәхәттәрҙән зарарланған, нервы системаһына экстремаль факторҙарҙың йәрәхәтләнеүҙән периферия нервыларына йоғонтоһо менән бәйле.

600-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 11 монография (улар араһында монографиялар «Неврология контузионно-коммоционных повреждений мирного и военного времени»), табиптар өсөн 47 етәкселек, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик тәҡдимдәр һәм әсбаптар, белешмәләр (улар араһында «Клиническая диагностика в неврологии» (2007), «Указания по военной неврологии и психиатрии» (2007), «Заболевания и травмы перифе-рической нервной системы» (2008), «Топическая диагностика заболеваний и травм нервной системы» (2010), «Нервные болезни» (2014).

Уның етәкселегендә 42 кандидатлыҡ һәм 20 докторлыҡ диссертацияларын яҡланған.

Наградалары үҙгәртергә

  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған табибы (1995)[2]
  • "Яҡшы хеҙмәте өсөн"отличие билдәһе
  • Хәрби МА почетлы докторы (2011)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Одинак Мирослав Михайлович // https://www.biografija.ru/biography/odinak-miroslav-mikhajlovich.htm
  2. Указ Президента Российской Федерации от 27.02.1995 № 214. kremlin.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.