Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ курстары
Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ курстары — рус. Одесские высшие женские курсы — Рәсәй империяһының Одессалағы юғары уҡыу йорто.[1]
Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ курстары |
Тарихы
үҙгәртергә1879 йылдың ғинуарында Император Новороссийск университеты профессоры Александр Семёнович Трачевский етәкселегендә Одесса ҡалаһында уҡытыусылар әҙерләгән Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары асылған. Курсты тамамлаусылар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урта уҡыу йорттарында белем алыу хоҡуғына эйә була. Был курстар 1886 йылға, ул саҡта Халыҡ мәғарифы министрлығы бойороғо менән Рәсәй империяһының күп кенә Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары ябылғанға тиклем эшләгән.
Тиҫтә йылдан һуң ҡайһы бер Юғары ҡатын-ҡыҙ курстары тергеҙелә. Одесса ҡалаһында ла шулай булған. 1895 йылдың көҙөндә Новороссийск университетының тәбиғәтте һынаусылары йәмғиәте ҡалала математика һәм тәбиғәт фәндәре буйынса асыҡ лекциялар үтекәрә башлай. Тәүге ике аҙна дауамында уларға биш йөҙҙән ашыу кеше яҙыла. Одесса уҡыу округы попечителе Хрисанф Петрович Сольский ҡала йәштәренең юғары белем алыуға ынтылышын аңлаған һәм ҡыҙҙар өсөн махсус курстар асыу мөмкинлеген уйларға тәҡдим иткән. Мәгәр мәғариф ведомствоһында был ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, юғары ҡатын-ҡыҙ курстары асылмай ҡала.
Шуға ҡарамаҫтан, тыңлаусылар даими рәүештә арта бара, был курстарҙы ойоштороусыларға уларҙы ваҡытлыса уҡыу программаһынан даимиға әүерелдерергә дәртләндерә. Курстар Новороссийск университетының тамашалар залында һәм аудиторияларында уҡыла. Белем алырға ынтылған ҡатын-ҡыҙ һанының артыуын иҫәпкә алып, университеттың профессор составы йәнә бер тапҡыр университеттың юғары ҡатын-ҡыҙ уҡыу йорттарын ойоштороу мәсьәләһен күтәрә. 1896 йылда университеттың профессорҙар һәм уҡытыусылар төркөмө ҡабаттан ҡалала Юғары ҡатын-ҡыҙ курстарын ойоштороу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. 43 кешенән торған был инициативалы төркөм Юғары ҡатын-ҡыҙ курстарын ойоштороуға рөхсәт алыуға өлгәшә[2].
Шулай итеп, 1903 йылда Одесса ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар педагогик курстары эшләй башлай. 1906 йылда улар юғары курстарға үҙгәртелә, уларҙа ике бүлексә (факультет): тарихи-филология (Славян-рус, тарих һәм роман-герман бүлектәре менән) һәм физика-математика (математика һәм тәбиғи бүлектәр менән) эшләй. 1908 йылда юридик факультет асыла, ә 1909 йылда курстарҙа эксперименталь психология лабораторияһы асыла.
1910 йылда курстарҙа медицина бүлеге эшләй башлай, 1915 йылда физика-математика факультетының тәбиғи бүлегендә өс йыллыҡ химия-фармацевтика бүлексәһе асыла.
1915 йылға ҡарата курстарҙа өс факультет була:
- тарих-филология, бүлексәләре: тарихи, тел ғилеме (славян-урыҫ теле), көнбайыш европа әҙәбиәте;
- физика-математика, бүлексәләре: тәбиғәт фәне, математика, химия-фармацевтика;
- юридик факультет.
1916 йылда тарихи-филологик факультеттың тел бүлеге ҡарамағында француз теленең өс йыллыҡ педагогик курстары башлана, һәм был ваҡытҡа ҡатын-ҡыҙҙар курстарында 13 кабинет һәм лаборатория, бер китапхана иҫәпләнгән.
Одесса Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары Октябрь революцияһынан һуң ябыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Малинко И. Г. Деятельность высших женских курсов на Украине (конец ХІХ — начало ХХ вв.) // Вопросы истории СССР. — 1984. — Вып. 29. — С. 121—127.
- Т. Н. Веселова, О. В. Мельник. Из истории высшего женского образования в Одессе (Последняя треть XIX — начало XX в.в.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Енциклопедія історії України
- ↑ http://zif.onu.edu.ua/article/viewFile/63563/59019 Т. Н. Веселова, О. В. Мельник. Из истории высшего женского образования в Одессе (Последняя треть XIX — начало XX в.в.), с.82-83