Нәҡиб
Нәҡиб (күпл. нүҡәбә; «аҡһаҡал», «башлыҡ»; «вәкил»; рус. Наки́б) — мосолман конфессиональ йәмәғәте һәм дини-сәйәси хәрәкәттәр практикаһында киң ҡулланылған ислам термины. Нәҡибтәр бик абруйлы шәхестәр булған, йыш ҡына хаж ҡылыусыларҙың төркөмөн етәкләгән[1]
Нәҡиб |
Тарихы
үҙгәртергәҒәббәсиҙәр идара иткән осорҙа нәҡиб Мөхәммәт Пәйғәмбәр вариҫтары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына мөнәсәбәтле юрисдикцияны ғәмәлгә ашыра[2].
XV быуаттан Ғосман империяһында Алисылар эше менән нәҡиб әл-әшрәфтәр шөғөлләнә[3]..
Хәшими нәҡибтәренән тыш Бағдадта шулай уҡ ансар нәҡибтәре булған.
Суфыйлыҡта нәҡиб — зәүиәләрҙә тәриҡәт башлығы вәкиле[4]. Шулай уҡ ҡала профессиональ берләшмәләре аҡһаҡалдарын нәҡиб тип атағандар.
Исмәғилиҙәрҙә нәҡиб — рухи иерархияның иң юғары дәрәжәләренең береһе һәм имам вәкиле[1]..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 185
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Накиб-оль-эшраф // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 186
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [586 Накиб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Прозоров С. М. Накиб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 185—186. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.