Нәҙершин Булат Зәки улы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Нәҙершин Булат Зәки улы (15 июнь 1937 йыл — 10 март 2003 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Нәҙершин Булат Зәки улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 июнь 1937 |
Тыуған урыны | Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 март 2003 (65 йәш) |
Һөнәр төрө | агроном |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНәҙершин Булат Зәки улы 1937 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.
Байназар балалар йортонда тәрбиәләнә. 1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Булат Зәки улы Бөрйән ауыл хужалығы инспекцияһында баш агроном булып эш башлай. 1961 йылда район орлоҡсолоҡ лабораторияһының мөдире вазифаһын башҡара.
- Артабанғы вазифалары
- 1965 йылдан — Бөрйән ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, 1979 йылдан — етәксеһе.
- 1982 йылдан — КПСС-тың Бөрйән район комитетында ауыл хужалығы бүлеге мөдире.
- 1985 йылдан — район партия комиссияһы рәйесе.
- 1991—1997 йылдарҙа — агросәнәғәт берекмәһенең баш агрономы.
Нәҙершин Булат Зәки улы 2003 йылдың 10 мартында вафат була һәм Иҫке Собханғол зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Сығанаҡтар
үҙгәртергәНадршин Булат Закевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 369. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.