Нажиә (исем)

(Нәжиә (исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Нажиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Нәжиә исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нажиә исеме башҡорт теленә ғәрәпсәнән үҙләштерелгән, иң яҡын дуҫ, ярҙамсы тигәнде аңлата.[1] Назиә тип ҡушылған исемдәр ҙә йыш осрай. Был Нажиә исеменең бер варианты.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы (15 июль 1936 йыл) — йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы (1 сентябрь 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, журналист, 1986—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан — бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ