Викидатала элемент юҡ

Нуғайбәк  — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нуғайбәк исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ноғай-бәк тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Нуғайбәк Әсәнов (Хәсәнов)-Сотник.


Фамилиялар

үҙгәртергә

Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Нуғайбәков (1790 — ?) — сотник (1829). 1808 йылда — казак, 1812 йылда — зауряд-яҫауыл, 1813 йылда — поход старшинаһы, 1814 йылда — 14 класс чинын (хорунжий) ала. 1820—1836 йылдарҙа 12-се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. 1821 йылда 13 класс чинына күсерелә. 1829 йылда сотник хәрби дәрәжәһенә лайыҡ була. 1832 йылда ҡасҡындарҙы тотоуҙа хөкүмәткә булышлыҡ иткән өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә. 1833 йылда 4-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә. 1835 йылдың 4 апрелендә ер эштәренә йүнәлтелгән башҡорттар йыйылған урында, 21 чиновник, 650 казак һәм йорт старшиналары алдында кантон башлығы Шаһингәрәй Нуғайбәков рус телендә ошолай телмәр тота: «люди те [башкиры] не на службу, а на каторжную работу командируются» һәм «башкиры ныне стаи плохи не умеют от оной избавиться», һәм көлөмһөрәп атыу ҡоралдарығыҙ эшкенәме тип башҡорттарҙан һораша.

Әхмәтгәрәй Шаһингәрәй улы Нуғайбәков (1821[5] — ?) — 1850-се йылдар башынан 1854 йылға ҡәҙәр 13-сө башҡорт кантоны башлығы була[6]. Солтангәрәй Шаһингәрәй улы Нуғайбәков (1822 йыл тирәһе — ?) — яҫауыл (1860). 1845 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай. 1848—1852 йылдарҙа 10-сы линия Ырымбур батальоны эргәһендәге Хәрби суд комиссияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 1854 йылдан 4-се мишәр кантоны башлығы, 1856—1863 йылдарҙа 22-се башҡорт кантоны башлығы вазифаларын башҡара. 1863—1865 йылдарҙа 9-сы Бәләбәй кантоны башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[7]. «1853—56 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнгән.


Топонимдар

үҙгәртергә

Нуғайбәк (рус. Нагайбаково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317кеше.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Нуғайбәк (йыр) — башҡорт халыҡ йыры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

 — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.