Нуртдинов Руслан Наил улы

хоккейсы
(Нуретдинов Руслан Наил улы битенән йүнәлтелде)

Нуртдинов Руслан Наил улы (30 март 1980 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һул һөжүмсе. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.

Нуртдинов Руслан Наил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ситке һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы Аҡ Барс, Амур, Металлург, Металлург, Нефтехимик, Салауат Юлаев хоккей клубы, Северсталь[d], СКА (хоккей клубы) һәм Спутник[d]
Масса 84 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[1]
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
 Нуртдинов Руслан Наил улы Викимилектә

Карьераһы үҙгәртергә

Руслан Нуртдинов профессиональ карьераһын 1997 йылда тыуған ҡалаһы Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы составында башлай. 2001 йылда Петербург СКА-һы менән контрактҡа ҡул ҡуя. 2002/2003 йылдар миҙгелен Череповецтың «Северсталь» хоккей клубында үткәрә. Был миҙгел клуб тарихында иң уңышлыһы була — череповсылар финалда Ярославль ҡалаһының «Локомотив»ынан ғына ҡалышып, көмөш миҙал яулай, ә Руслан үҙе ҡатнашҡан 62 матчта 38 (20+18) мәрәй йыя. Был уңыштан һуң спортсы Ҡазандың «Аҡ барыҫы» менән контракт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, шул уҡ йылда ул Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яулай.

2004/2005 йылдар миҙгеле Руслан өсөн бик уңышлы булмай. Уны Руслан «Салауат Юлаев» составында башлай, әммә миҙгел уртаһында Череповецҡа ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан, был миҙгел тамамланыу менән үк Нуртдиновҡа Магнитогорскиҙың«Металлургынан» тәҡдим була, һәм форвард уны кисекмәҫтән ҡабул итә. Уралда ике бик уңышлы йылдан һуң, 2007 йылда Руслан, ил чемпионы сифатында, Магнитогорскиҙы ташлап китә[2] һәм Өфө клубына кире ҡайта, клуб составында шул уҡ миҙгелдә яңынан Суперлигала алтын яулай[3].

Әммә һәр миҙгел һайын Нуретдиновтың һөҙөмтәлелеге кәмей, һөҙөмтәлә 2010 йылдың йәйендә уйынсы «Торос» Юғары лига клубына китә[4]. Шуға ҡарамаҫтан, бер аҙна үтеүгә Русландың Хабаровск ҡалаһының «Амуры» менән контрактҡа ҡул ҡуйыуы тураһында иғлан ителә[5], уның составында 2010/11 миҙгелендә ул үткәрелгән 50 уйында 12 (8+4) мәрәй йыя. 2011 йылдың 15 июнендә Нуртдинов Череповецҡа ҡайтырға ҡарар ҡабул итә, «Северсталь» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[6].

2011/12 миҙгелендә Руслан Череповец клубы составында 53 уйын үткәреп, үҙ иҫәбенә 22 (14+8) һөҙөмтәле балл яҙҙыра. 2012 йылдың 1 июнендә «Северсталь» етәкселеге уйынсы менән килешеүҙе тағы бер йылға оҙайтырға ҡарар ҡабул итә[7].

Руслан Нуртдинов 2016 йылдың 10 ғинуарында профессиональ уйын карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[8].

Халыҡ-ара ярыштарҙа үҙгәртергә

Рәсәй йыйылма командаһы составында Руслан Нуртдинов 1998 йылда Европа юниорҙар чемпионатында ҡатнаша. Был турнирҙа Руслан команда менән бергә, уҙғарылған 6 матчта 1 (1+0) мәрәй йыйып, бронза призер була. Шулай уҡ Нурттдинов 2002/03 һәм 2003/04 миҙгелдәрендә Еврохоккейтур этаптарында йыйылма команда өсөн сығыш яһай.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Рәсәй Чемпионы (2): 2007, 2008.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш призеры 2003.
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2): 2004, 2006.
  • КХЛ асыҡ Рәсәй чемпионатының бронза призеры 2010.
  • 1998 Европа юниор чемпионатының бронза призеры.
  • Шпенглер Кубогы эйәһе 2005.
  • «Боҙҙа джентльмен» призын яулаусы 2006.

Сығыштар статистикаһы үҙгәртергә

Сезон Команда Лига Уйындар
Г П Очк +/- Штр
1997-98 Салауат Юлаев Суперлига 2 0 0 0 -1 0
1998-99 Салауат Юлаев Суперлига 37 1 3 4 -2 6
1998-99 Новойл Беренсе лига 8 10 6 16 -- 4
1999-00 Салауат Юлаев Суперлига 46 12 6 18 -- 34
2000-01 Салауат Юлаев Суперлига 43 8 7 15 -- 14
2001-02 СКА Суперлига 28 8 5 13 -14 4
2002-03 Северсталь Суперлига 62 20 18 38 +6 34
2003-04 Ак Барс Суперлига 60 13 17 30 +14 10
2004-05 Салауат Юлаев Суперлига 29 5 4 9 -8 26
2004-05 Северсталь Суперлига 24 5 4 9 -2 4
2005-06 Металлург Мг Суперлига 56 17 20 37 +21 8
2006-07 Металлург Мг Суперлига 49 4 14 18 +6 16
2007-08 Салауат Юлаев Суперлига 55 13 5 18 +5 16
2008-09 Салауат Юлаев КХЛ 43 8 5 13 +4 26
2008-09 Салауат Юлаев ЛЧ 6 1 2 3 +3 2
2009-10 Салауат Юлаев КХЛ 40 6 3 9 +3 14
2010-11 Амур КХЛ 50 8 4 12 -15 16
2011-12 Северсталь КХЛ 53 14 8 22 +2 18
Бөтәһе КХЛ-да 186 36 20 56 -6 74
Бөтәһе карьераһында 691 153 131 284 +22 252
Турнир Уйын Г. П. Очк +/- Штр
ЮЧМ-1998 6 1 0 1 -- 0

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.eurohockey.com/player/2029-.html (ингл.)
  2. Нуртдинов и Тертышный покидают «Магнитку», allhockey.ru (13 апреля 2007). 26 января 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  3. Прошкин, Блатак и Нуртдинов переехали в Уфу, allhockey.ru (3 мая 2007). 26 января 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  4. Руслан Нуртдинов будет играть за «Торос», championat.ru (17 августа 2010). 26 января 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  5. Нуртдинов подписал контракт с «Амуром», championat.ru (24 августа 2010). 26 января 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  6. Руслан Нуртдинов — снова в «Северстали», severstalclub.ru (15 июня 2011). 15 июня 2011 тикшерелгән.
  7. Руслан Нуртдинов остаётся в «Северстали», severstalclub.ru (1 июня 2012). 11 июня 2012 тикшерелгән.
  8. Руслан Нуртдинов завершил игровую карьеру, championat.com. 10 января 2016 тикшерелгән.