Носкова Светлана Александровна
Носкова Светлана Александровна (25 март 1975 йыл) — спортсы. 1997—2002 йылдарҙа Өфөләге Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Олимпия резервының Өфөләге 15‑се махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Тэквондо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2001), туғыҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы (1994, 2000), донъя чемпионы (1997), бер нисә тапҡыр халыҡ-ара турнир еңеүсеһе.
Носкова Светлана Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 март 1975 (49 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тхэквондист |
Уҡыу йорто | П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты |
Спорт төрө | Тхэквондо |
Биографияһы
үҙгәртергәСветлана Александровна Носкова 1975 йылдың 25 мартында Горький (хәҙер Түбәнге Новгород) ҡалаһында ҡала[1]. Бала саҡтан гимнастика, йөҙөү, еңел атлетика, дзюдо, карате, ҡул һуғышы менән әүҙем шөғөлләнә. Светлана бер нисә спорт секцияларында параллель шөғөлләнә, карате буйынса тренеры Тупицын В. А. уны Г. И. Тяндың тэквондо секцияһына алып килә.
А. В. Герасимов (еңел атлетика), С. Б. Морозов һәм В. А. Тупицын (каратэ) арҡаһында шул ваҡытта уҡ етди спорт әҙерлегенә эйә булып, Носкова ике аҙнанан һуң инде Рәсәй чемпионатында тхэквондо буйынса бронза призеры (1991) була, ә инде ике айҙан һуң Минск ҡалаһында БДБ беренселегендә еңеү яулай.
Спорт күнекмәләре менән бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә дәрестәр менән дә шөғөлләнә. Спорттың башҡа төрҙәрен тығыҙ графиктар һәм илдең милли йыйылма ярыштары арҡаһында ташларға тура килә. Шулай итеп, спорт төрҙәренең береһе — тхэквондо ғына ҡала.
Рәсәйҙән тэквондо буйынса беренсе Европа чемпионы (1994)[2].
Түбәнге Новгородтың тхеэквондо федерацияһы етәкселеге менән конфликт арҡаһында, 1999 йылдың яҙында башҡа ҡалаға китергә мәжбүр була, 2003 йылдың башына тиклем шул ҡала өсөн сығыш яһай. 2003 йылдың яҙында тыуған Түбәнге Новгород ҡалаһына әйләнеп ҡайта.
Музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай.
2001 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Санкт-Петербург физик культура академияһын тамамлай. Академияны тамамлау менән аспирантураға уҡырға инә һәм бер нисә ғилми мәҡәлә яҙа.
Тэквондо дисциплинаһында 1996—2002 йылдарҙа 464-се спорт-күнекмә үҙәге өсөн, 1997—2002 йылдарҙа Юғары Спорт оҫталығы мәктәбе һәм С. Н. Игнатьевтан күнекмәләр алып, Өфөлә 15-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе өсөн сығыш яһай.
Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992, 1994—2002, 2009).
2000 йылдар аҙағынан тренер-уҡытыусы. «Аждаһа» спорт клубында һәм Бокс академияһында тэквондо буйынса (Түбәнге Новгород) уҡыта. Тәрбиәләнеүселәре араһында — Делоглан Мария[3].
«Побеждая сердцем» шиғырҙар йыйынтығы авторы, китап 2018 йылдың яҙында Түбәнге Новгородта «Дятловы горы» нәшриәтендә баҫылып сыға.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Европа (1994, 2000) һәм Рәсәй (1994—1997, 1999—2002) чемпионы;
- Рәсәй Кубогын яулаусы (1999);
- Европа чемпионатының бронза призеры (2002);
- Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионы (1997);
- Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемпионы (1997—2002);
- Липецкта С. М. Федулов иҫтәлегенә халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе (1999).
- 2012 йылда "Тыныслыҡ урынлаштырыусы " Бөтә донъя альянсының халы-ара координация советы ҡарары менән «Ars Longa» (Мәңгелек сәнғәт) көмөш йондоҙо «Талант һәм һәләт» алтын миҙалы менән бүләкләнә
- «Алтын билбау» кубогына эйә була (Рәсәй Хәрби сәнғәт союзы; 2016)[4].
Библиография
үҙгәртергә- Носкова Светлана Александровна, Тараканов Борис Иванович Интеграция физической и технико-тактической подготовки тхэквондисток в процессе спортивного совершенствования // Ученые записки университета имени П. Ф. Лесгафта : журнал. — СПб., 2009. — № 3 (49). — С. 50—53. — ISSN 1994-4683.
- Носкова С. Побеждая сердцем. — Нижний Новгород: «Дятловы горы», 2018. — 127 с. — ISBN 978-5-90522-820-9.
- Стихи Носковой Светланы Александровны на портале «Стихи.ру»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Целищева Наталья Светлана Носкова: поэзия таэквондо // Отличный спорт : журнал. — Нижний Новгород, 2001. — № 6 (6). — С. 76—81.
- Делоглан Мария Мне нравятся жесткие виды спорта // VIPcпорт : журнал. — 2010. — № 5. — С. 21—22.
- Никитаев Игорь Светлана Носкова: «Прикосновение к тайне» // VIPспорт : журнал. — 2010. — № 4. — С. 14—18.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Носкова Светлана Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)