Ножиктар синагогаһы
Ножиктар синагогаһы, тулы исеме ирле-ҡатынлы Залман һәм Ривка Ножиктар исемендәге синагога (пол. Synagoga im. Zalmana i Rywki Małżonków Nożyków) — Варшавала Твард урамы, 6-сы һанлы йорттағы синагога. Ножиктар синагогаһы Икенсе донъя һуғышынан һуң берҙән-бер һаҡланып ҡалған синагога. Синагога ирле-ҡатынлы Ривка менән Залман Ножиктарҙың исемен йөрөтә, улар XIX быуатта синагога төҙөү өсөн байтаҡ аҡсаларын иғәнә итә. Варшавала йәһүд дини общинаның төп синагогаһы һәм бөтә Польша йәһүдтәре общинаһы Союзы булып тора.
Ножиктар синагогаһы | |
пол. Synagoga im. Zalmana i Rywki Małżonków Nożyków | |
Нигеҙләү датаһы | 1898 һәм 1902 |
---|---|
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Варшава һәм Средместье[d] |
Архитектор | Leandro Marconi[d] |
Архитектура стиле | неовизантийский стиль[d] |
Һыйым | 600 |
Мираҫ статусы | недвижимый памятник[d] һәм municipal immovable monument in Poland[d] |
Адрес | Twarda 6 |
Рәсми сайт | warszawa.jewish.org.pl |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Nożyk Synagogue in Warsaw[d] |
Номер в польском реестре культурного наследия | 873 |
Ножиктар синагогаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1893 йылдың 11 апрелендә варшава сауҙәгәре Залман Ножик Тварда урамынан 6-сы һанлы йорт эргәһендәге буш ятҡан ерҙе 157 мең һумға синагога төҙөү өсөн һатып ала. 1898 йылдың яҙында төҙөлөш башлана, уны төҙөү буйынса махсус комитет етәкселек итә. Синагоганы архитектор Леонард Маркони проектлай. Төҙөү суммаһы 250 мең һумға баһалана, уның тотошлайы менән Ножиктар ғаиләһе иғәнә итә.
1902 йылдың 28 февралендә төҙөлөш буйынса комитет синагоганы төҙөп бөтөлөүе тураһында иғлан итә. 1902 йылдың 12 майында синагога асыу тантанаһы үтә. Ножиктар киләһе йыл синагоганы үҙҙәренең исемен ҡушыу шарттары менән варшава йәһүд общинаһына тапшыра. Синагога 1923 йылда ремонтлана — көнсығышҡа ҡарай стенаһына архитектор Мауриций Гродзенский проекты буйынса ярымтүңәрәк хор төкәтмәһе эшләнә.
Икенсе донъя һуғышына тиклем Абрахам Цви идаралығы аҫтында ирҙәр хоры эшләй.
1933 йылда Ножиктар синагогаһы Варшавала иң ҙур биш синагога иҫәбенә инә. 1940 йылда синагога немец оккупанттары властары тарафынан ябыла, унда ат аҙбары була. 1941 йылдың 20 майында немец властары Варшавала биш синагога асырға рөхсәт итә, улар араһында Ножиктарҙың да синагогаһы була. Асыу тантанаһы Рош һа-Шана байрамында үтә. Синагоганың раввины булып Меир Балабан тәғәйенләнә. 1942 йылда синагога яңынан ябыла һәм арийҙар яғында булып сыға. Варшава ихтилалы ваҡытында урам һуғыштары арҡаһында синагоганың бинаһы ныҡ зыян күрә, әммә тулыһынса емерелмәй.
Икенсе донъя һуғышынан һуң синагога иҫән ҡалған йәһүдтәр аҡсаһына ремонтлана. 1945 йылдың июленән унда даими ғибәҙәттәр башҡарыла. Был ваҡыттан синагога бинаһы ҡала милегендә була һәм ҡала властары йәһүд общинаһынан юғары ҡуртым түләүе ала. Йәһүд общинаһы, синагоганы үҙенә ҡайтарыр өсөн, судҡа мөрәжәғәт итә. Синагога йәһүд общиналарына ҡайтарылғандан һуң, унда 1951 йылда ремонт башлана.
1968 йылда синагоганы яңынан ябалар һәм доғаларҙы күршеләге ҙур булмаған бинала үткәрә башлайҙар. Вера Моисееваның йәһүд общинаһы (уға синагога бинаһы ҡарай) ябыла, һәм Моисееваның Дини союзы милегенә күсә. 1977 йылдан 1983 йылға тиклем һуғыштан алдағы ҡиәфәтен тергеҙеү маҡсаты менән синагогала сираттағы ремонт эшләнә. 1983 йылдың 18 апрелендә яңынан төҙөкләндерелгән синагоганы асыу тантанаһында ҡала власы, католик архиепископы һәм Тель-Авивтың баш раввины була. 1985 йылда Ножиктар синагогаһында Һуғыштан һуңғы йылда Матеуш Костың, буласаҡ беренсе поляк раввинының, бар- мицваһы тантанаһы үтә.
XX быуаттың 90-сы йылдар башында синагоганы бер нисә тапҡыр яндырырға маташалар. 1997 йылдың 25 февраленән 26-һына ҡарай төндә билдәһеҙ кеше синагоганы яндыра, һөҙөмтәлә бинаның вестибюле зыян күрә.
2008 йылдың 21 декабрендә синагогаға Польша президенты Лех Качиньский килә, ул Ханука май шәмен яндырыу тантанаһында ҡатнаша. Лех Качиньскийҙың килеүе поляк президентының һуғыштан һуңғы беренсе визиты була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Kazimierz Urban, Cmentarze żydowskie, synagogi i domy modlitwy w Polsce w latach 1944—1966, Kraków 2006, ISBN 83-60490-16-3 — Pismo Komitetu Organizacyjnego ŻKW z 12 listopada 1948 r. do MAP, s. 122—123.
- Biuletyn Gminy Wyznaniowej Żydowskiej w Warszawie, nr 36, 37.
һылтанмалар
үҙгәртергә- Синагога Ножиков 2017 йыл 5 сентябрь архивланған. (пол.)(пол.)