Новочеркасск электровоздар эшләү заводы

ЯСЙ «Новочеркасск электровоздар эшләү заводы етештереү компанияһы» (НЭВЗ, элек — С. М. Буденный исемендәге завод һәм Новочеркасск паровоздар төҙөү заводы) — совет/Рәсәй магистраль йөк һәм пассажирҙар электровоздары етештереү предприятиеһы. Завод Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында урынлашҡан.

Новочеркасск электровоздар эшләү заводы
Тип

Яуаплылығы сикләтелгән йәмғиәт

Нигеҙләнгән

1932

Элекке исеме

Паровозострой

Нигеҙләүсе

СССР юл бәйләнеше Халыҡ комиссариаты

Уранлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Новочеркасск,
Ростов өлкәһе

Төп фигуралар

Сапунков Алексей Николаевич
Генераль директор

Тармаҡ

ауыр машиналар төҙөү

Продукция

Магистраль йөк һәм пассажирҙар электровозы, сәнәғәт электровозы, тартыусы агрегат

Әйләнеш

14,81 млрд руб. (2008, РБСУ)[1]

Килем

1,097 млрд руб. (2008, РБСУ)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

8803 (14.09.2015) [2]

Материнская компания

«Трансмашхолдинг»

Сайт

nevz.com

 Новочеркасск электровоздар эшләү заводы Викимилектә

Завод тарихы

үҙгәртергә

СССР-ҙа тәүҙә электровоздар ҙур булмаған партиялар менән Мәскәү «Динамо» электр машиналарын төҙөү заводы һәм уның менән хеҙмәттәшлек итеүсе Коломна паровоздар төҙөү заводы тарафынан сығарыла. Ватан электровоздарын төҙөү үҙенең ысын үҫешен 1946 йылда Новочеркасскиҙә электровоздар етештереү ойошторолғас башлап ебәрә. Ваҡыт үтеү менән был завод электровоз етештереү буйынса донъялағы иң ҡеүәтле заводтарҙың береһенә әйләнә.

1930-сы йылдар һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдары

үҙгәртергә

Новочеркасскиҙәге завод паровоздар төҙөү заводы булараҡ төҙөлә. Новочеркасскиҙән 10 км алыҫлыҡтағы Яново утары янында 1932 йылдың 8 ноябрендә уны төҙөү башлана. Төҙөлөш башында буласаҡ завод урынында «Паровозострой» тигән яҙыулы ағас көмбәҙ ҡуйылған. Бик ҙур ҡыйынлыҡ менән ҙур төҙөлөш башланып китә: яланғас далала эшселәр өсөн торлаҡ булмаған, транспорт, эшсе көсө етешмәгән. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, «Паровозострой» төҙөлөшө Донда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә иң эре төҙөлөштәрҙең береһе була.

1934 йылда далала ике биш ҡатлы йорт үҫеп сыға, яңы барлыҡҡа килгән ҡасаба Соцгород исемен ала. Завод тиҙ темптар менән төҙөлә. 1932 йылдан алып 1936 йыл араһында заводтың инструменталь корпусы, модель цехы, тимерлек һәм ҡойоу цехының өлөштәре, төп корпус һәм башҡа объекттар үҫеп сыға.

1936 йылдың 1 майында тәүге партия продукцияһы сығарыу тураһында ҡала рапорт яҙа: заводта өс төр тар колеялы 159 (0-4-0) төрөндәге паровоз сығарыла. 1937 йылда шундай уҡ типтағы 70 паровоз һәм ғәҙәти колеялы 9П тибындағы танк-паровоз сығарыла. Бынан тыш завод торф сығарыуҙа ҡулланылған күтәреү краны сығара башлай.

1938[3] йәки 1939[4] йылда завод ҡорал Халыҡ Комиссариаты системаһына күсерелә һәм профилен үҙгәртә. 1940 йылда 122-мм корпуслы һәм 107- мм-лы дивизион пушкалары эшләп сығара. Был эш 1941 йылдың октябренә тиклем, завод Уралға, Воткинск ҡалаһына эвакуацияланғанға тиклем дауам иткән. Унда завод самолетар, артиллерия ҡоралы эшләп сығара, танктар ремонтлай. Оккупация ваҡытында завод емерелгән хәлдә була.

1943—1960 йылдарҙа

үҙгәртергә
 
Электровоз ВЛ60пк

Новочеркасскиҙе немецтарҙан азат иткәс, 1943 йылда заводты тергеҙә башлайҙар.

1945 йылдың 6 ноябрендәге Халыҡ комиссарҙары советы ҡарарына ярашлы завод СССР электротехник сәнәғәт Министрлығына тапшырыла.

Тергеҙелгән электровоз заводы эшмәкәрлеген даими ток менән эшләүсе ВЛ22метр электровоздары сығарыу менән башлап ебәрә. Уның частарын иң беренсе булып Коломна һәм Мәскәүҙә эшләйҙәр. Беренсе электровоз 1947 йылдың 7 мартында сығарыла, ә 1948 йылда электровоздар сериялы етештерелә башлай.

1952-1956 йылдар дауамында завод сит илдәр өсөн дә электровоздар эшләнгән, шул иҫәптән (Һиндстан, Болгария, Корея илдәренә һәм башҡаларға).

 
Электровоз ВЛ80Т

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә