Новочеркасск рухи училищеһы

Новочеркасск рухи училищеһы— Рус православие сиркәүенең Новочеркасскиҙә урынлашҡан башланғыс уҡыу йорто (Рухи училищеһы).

Иҫтәлекле урын
Новочеркасск рухи училищеһы
Училище бинаһы революциянан һуң
Училище бинаһы революциянан һуң
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск,
Ростов өлкәһе
Нигеҙләнгән 1863 йыл

 
Рухи һәм өйәҙ училищелары революцияға тиклемге асылмала
 
Өйәҙ училищеһы революциянан һуң

XIX быуат уртаһында Ермак проспектында генерал-майор Шушков рус стилендә ике ҡатлы айырым йорт төҙөгән; бина Новочеркасскиға характерлы архитектура өлгөһө булып тора. Этештереүҙе епархия идаралығының булды һәм уны төҙөкләндереү рухлы булған ул. 1863 йылда йорт Епархия идаралығы тарфынан һатылып алына һәм унда рухи училищеһы урынлаша. 1902 йылдың 31 авгусында ике ҡатлы йорт тулыһынса яңынан ҡорола һәм уның беренсе ҡатында Хоҙай Әсәһе Мария Покровы хөрмәтенә йорт сиркәүе булдырыла[1]. 1902 йылдың 22 сентябрендә Покровский сиркәүе архиепископ Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Афанасий тарафынан изгеләндерелә. 1915 йылда архиепископ Митрофан (Симашкевич) Новочеркасск рухи училищеһының Покров туғанлыҡ уставын раҫлай. Уставтың маҡсаты булып унда тәрбиәләнеүселәргә «матди һәм рухи тәрбиәләүгә булышлыҡ күрһәтеү, уларға Новочеркасск училищеһында дини-әхлаҡи тәрбиә биреү» тора [2].

Октябрь революцияһынан һуң училище ябыла, сиркәү көмбәҙҙәрен һәм башындағы һуғанға оҡшаш манараһын юғалта. Бында ҡарауһыҙ ҡалғанкескәй балалар өсөн колония ойошторола. Сиркәү бинаһы тамаша залы, конференц-зал, китапханаға әйләнә. Ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы заводта тимер ҡойоу эшенә һәм башҡа сәнәғәт һөнәрҙәренә өйрәтеп, буласаҡ станоктар эшләү заводына нигеҙ һалына. Был предприятие 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы алдынан завод статусын ала. Һуғыштан һуң бында Новочеркасск станоктар эшләү заводының идаралығы урынлаша. Әлеге ваҡытта бында"Центр-Инвест" банкының офисы эшләй[3]. Бина ҡаланың архитектура һәм мәҙәни мираҫы булып тора.

Уның менән йәнәшә урынлашҡан бина — был өйәҙ училищеһы бинаһы. Ул йортто Дон Ғәскәре өлкәһе архитекторы К. К. Пейкор 1818 йылда ике ҡатлы, мезонинлы, ярым колонналарын портиктар менән биҙәп, таштан һалдыра. Бында Черкасск ҡалаһына өйәҙ училищеһы күсерелә (хәҙер — Старочеркасская станицаһы). Унда башлыса юғары ҡатлам балалары уҡый. Совет осоронда был йортта Новочеркасск станоктар эшләү заводы административ биналары булған.

Училищены тамамлаған кешеләр

үҙгәртергә
  • Борис (Рукин) — Можайск архиепискобы, Рус православие сиркәүенең Мәскәү епархияһының викарийы.
  • Серафим (Силичев) — Рус православие сиркәүенең епискобы, Һарытау архиепискобы.
  • Часовников Леонтий Васильевич — Авраамий (Часовников) ҡустыһы.
  • Труфанов Сергей Михайлович — иеромонах-расстрига.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Урыҫ православие сиркәүе уҡыу йорттары исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә