Новочеркасск кинотеатрҙары
Новочеркасск кинотеатрҙары — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһындағы кинотеатрҙар.
Тарих
үҙгәртергәДонъяла беренсе тапҡыр «Синематограф» тамашасыларға Парижда 1895 йылдың 22 мартында күрһәтелә. Тәүге түләүле киносеанс 1895 йылдың 28 декабрендә 1 «Гран-кафе» залында (Капуцин бульвары 14 йорт) күрһәтелгән[1].
1896 йылда Рәсәйҙә тәүге киносеанстар Петербургтың «Аквариум» баҡсаһында күрһәтелә.
Бер нисә йылдан һуң, 1903 йылда Новочеркассктың Платов проспектындағы Кондратова йортонда француз аппаратураһы менән йыһазландырылған «Пате» (аҙаҡ «Танаис») кинотеатры асылған. Кинозал йөҙгә тиклем кеше һыйҙырған. Унда тәүҙә телһеҙ фильмдар : «Борьба с демоном», «Спартак, вождь гладиаторов», «Клеопатра и Антоний» һ. б.-барған. Кинотеатр фойеһында сәнғәт күргәҙмәләре үтә. Артабан дон казактары йәмғиәте сауҙа биналары электро-биограф «Солей» (һуңғараҡ "Победа" кинотеатры) эшләй. Хоперский, Бояринов кинотеатрҙың хужалары була.
Новочеркасскиҙа ХХ быуат башында электро-биограф «Француз» (һаҡлыҡ банкы бинаһы хәҙер, проспект Платовский) асылған.Ул фронтовик ғаиләләре файҙаһына кинотеатрҙа сеанстар ойоштора, шулай уҡ бында артистар Александр Барятинский һәм Анна Каринская сығыш яһағандар. Каруанһарай йортондағы синематограф «Палас» һәм "Бомонд" каруанһарай йортонда тәрбиәләнгән ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар семинарияһында һәм Д. Дувакина шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы тәрбиәләнеүселәре файҙаһына фильмдар күрһәтә. «Одеон» кинотеатрында бер өҙлөкһөҙ бары тик мөхәббәт тураһында ғына фильмдар бара.
Беренсе бөтә донъя һуғышы башында 12 ҡала кинотеатры була. Уларҙа һуғыш йылдарында яралылар өсөн лазареттар асыла. Совет власының тәүге йылдарында Новочеркасск ҡалаһында өс кинотеатр: «Пате», «Одеон» һәм «Солей»-эшләй .
Был кинотеатрҙарҙан тыш, ҡала клубтарында ла фильмдар күрһәтә. Ҡалала Үҙәк эшселәр клубы, Тимер юлсылар клубы , Буденный исемендәге клуб, хәрби частарҙың клубтары, йәйге театр майҙансыҡтарының клубтары эшләй. Благоев (хәҙер Александр баҡсаһы) исемендәге баҡсала ҡала комсомолы видеопроектор һатып ала һәм «Ударник» йәйге клубын аса. 1932 йылда тауышлы кино барлыҡҡа килә. Беренсе тауышлы фильм «Рот-фронт» («Солей») кинотеатрында күрһәтелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаланың бөтә иң яҡшы киноаппаратуралары ергә күмелгән. Ҡаланы немец илбаҫарҙарынан азат иткәс, кинотеатрҙар тағы эшләй башлай.
ХХ быуаттың 50-се йылдары аҙағында «Ударник» кинотеатры киң экранлы, ә һуңыраҡ — киң форматлы фильмдар күрһәтә башлай. Новочеркасскиҙә 1969 йылдың көҙөндә юғары разрядлы «Искра» кинотеатры эшләй башлай, унда ҡыҙыл һәм күк төҫтәге быяла күҙлектәр кейеп, тамашасылар стерео фильмдар ҡарай. «Искра» кинотеатрында панорамалы фильмдар ҙа бара.
80-се һәм 90-сы йылдарҙа ҡалала «Победа», «Комсомолец», «Мир», «Пионер» кинотеатрҙары, «Искра» һәм «Октябрь» киң форматлы кинотеатрҙары, Ҡала Мәҙәниәт һарайы һәм йорттарында 16 киноустановка, 4 балалар кинотеатры эшләй.
ХХ быуат аҙағы — ХХI быуат башында кинотеатрҙар ябыла башлай. «Пионер» балалар кинотеатры ябылып, уның бинаһы банкҡа ҡуртымға бирелә. 1997 йылда йәйге кинотеатр «Ударник» янып китә. «Октябрь» кинотеатры ябыла, ә уның артынан башҡалар ҙа шундай хәлгә тарый.
Әлеге ваҡытта ҡалала 400 тамашасыға иҫәпләнгән бер «Космос» кинотеатры ғына эшләй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәНовочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. ISBN 5-94549-006-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- КАК В КИНО: век назад Новочеркасск был столицей синематографа 2016 йыл 2 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Н.А. Лебедев. Глава 1. Кинематограф в дореволюционной России (1896-1917) . Очерки истории кино СССР. «Библиотекарь». Дата обращения: 5 апрель 2015.