Новочеркасскийҙың үҙәк китапханаһы
Новочеркасск ҡалаһындағы Уҙәк китапхана 1870 йылдың 7 ғинуарында асылған, ул Дондағы иң беренсе халыҡ өсөн асыҡ китапхана булған.
"Новочеркасск үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы" Муниципаль ойошмаһы | |
Файл:А.С. Пушкин исемендәге Новочеркасск Үҙәк китапханаһы.jpg | |
Адресы |
Новочеркасск, Мәскәү урамы , 18 |
---|---|
Нигеҙләнгән |
7 ғинуар 1870 йыл |
Фонд | |
Фонд күләме |
Китап фонды-1432690 экз. |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор |
Логинова Анна Александровна |
- | |
Веб-сайт | |
Тарих
үҙгәртергәКитапхананы ойоштороу инициаторы — Дон казағы Василий Дмитриевич Сухоруков. 1821 йылда ул атаман Денисовҡа Дон ғәскәре торған өлкәнең баш ҡалаһы Новочеркасскиҙа китапхана асырға тәҡдим яһап мөрәжәғәт иткән. Китап яратыусыларҙың һәр береһенән 50 һум аҡса йыйып, китапхананы асырға тигән тәҡдим ҡабул ителгән, ләкин ул тиклем аҡсаны йыйып өлгөрә алмағандар һәм эш туҡталып ҡалған. Бер аҙҙан В. Д. Сухоруков Санкт-Петербургҡа күсеп килгән һәм Новочеркасскиҙа китапхана асыуҙы онотҡандар. Сухоруков үлгәс, уның туғаны генерал-майор Ф. И. Шумаков был эште ойоштороп ебәрә алған. Халыҡ өсөн асыҡ китапхана ойоштороу Комитеты барлыҡҡа килгән. Ул комитет ултырыштарының протоколдары һаҡланып ҡалған.1869 йылдың 12 ноябрендә Комитет ултырышында китапхана Уставы раҫланған. Асыҡ китапхана Ғәскәр Наказлы Атаманы ҡурсауында торған. Уның Устаывнда :
«Китапхана менән етәкселек итеү китапхананың 6 ағзаһынан тора, шуларҙың 3-һе китапхана ағзаларының дөйөм йыйылышында һайланған хаҡиҡый кешеләрҙән, икеһе — Ғәскәр Наказлы Атаман тәғәйенләнгән кешеләрҙән һәм комитеттың мотлаҡ даими ағзаһы- Новочеркасск гимназияһы директорынан торған.»
Китапханала китаптар бөртөкләп йыйылған. Был турала «Донские ведомости» 1870 йылдың 2 февралендә сыҡҡан гәзитендә былай тип яҙған:
«1869 йылдың аҙағында Комитет тейешле хәлдә төҙөгән китапханалағы һигеҙ шкафта С.-Петербургтан ҡайтарылған 737 исемле иң яҡшы әҙәби әҫәрҙәрҙең 1300 томы һатып алынды, шулай уҡ 3 „Ватан яҙмалары“, „Русский вестник“ һәм „Современник“ журналдары билдәле тәртиптә (китапхана нигеҙләнгәндән алып барлығы 700 том)теҙеп ҡуйылған»
Шунда уҡ хәбәр ителә:
« Китапхана булдырыу өсөн кәрәкле сумма кешеләрҙең үҙ теләге менән яһаған хәйриә аҡсаһына һәм төрлө ойошма етәкселәренең аҡсаларына, лотерея-аллегри аҡсаларына, баҙарҙан, төрлө спектаклдәр ҡуйыуҙан килгән һәм Дон сауҙа йәмғиәтенән килгән 1000 һум көмөш аҡсаға һатып алынған.»
Китапханала философия, богословие, тарих, тәбиғәт белеме, сәнғәт һәм иҡтисад буйынса китаптар булған. Китапханала бай булмаған, ләкин уҡырға әүәҫ кешеләр өсөн уҡыу бүлмәһе ойошторолған. Китапхананың уҡыу блмәһенә инеү хаҡы кеше башына 5 тин тәшкил иткән. 1880 йылда ҡала йәмәғәте китап уҡыу бүлмәһенә бушлай инеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан, тик был китап уҡырға килеүселәрҙең һанын бик ныҡ артып китеүен килтереп сығарып, ағымдағы сығымдар тотоуҙы үҫтереп ебәреү ихтималлығы арҡаһында китапхананың аҡсаһы етмәйәсәк, тип уйлап, китапхана етәкселеге бүлмәне бушлай эшләтеүҙән баш тартҡан. Әммә шуның менән бер рәттән кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә ярлы ҡатлам кешеләре өсөн китапхана уҡыу бүлмәһе бушлай эшләгән. Китаптарға инеү сикләнгән. Ябай казактарға үтеп киткән йылдарҙың китаптары һәм гәзит-журналдары ғына бирелгән. Китапты үҙҙәрендә 2 аҙнанан оҙаҡ тотҡандар һәр бер көн өсөн 10 тин штраф түләгәндәр.
1908 йылда ҡала архитекторы В. Н. Куликов яңы бина китапханаһы проектын тәҡдим иткән, сөнки китапхананың үҙ йорто булмағанлыҡтан китапхана Дроновтарҙың йортон арендаға алып тотонған. Тик Беренсе бөтә донъя һуғышының башланып китеүе был планды тормошҡа ашырырға ҡамасаулаған.
Совет осоронда
үҙгәртергәҠалала 1920 йылда Совет власы урынлаштырылғас, китапханаға элекке офицерҙар йортон биргәндәр. Китапхана әлеге көнгә тиклем ошо йортта. Аҡтар ҡаланы ташлап киткәс, ҡалала тәртипһеҙлек ғүмер һөргән, күп йорттар, шул иҫәптән китаптар ҙа таланған. Яңы власть китаптарҙы һаҡлау сараларын ваҡытында күргәндәр. Китап уҡыусылар өсөн китапхана 1920 йылдың 14 апрелендә яңынан асылған.
1923 йылдан китапхана яңынан тергеҙелә башлай, унда уҡыу залы асыла, уҡыусылар һаны арта. 1927 йылда китапхана 4 бүлектән тора. 1937 йылда — А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан китапханаға Новочеркасск ҡалаһына бер нисә тапҡыр килгән бөйөк шағирҙың исеме бирелгән. Шул уҡ йылда киң масштаблы репрессиялар үткән, шуларҙа китапхананың бер нисә хеҙмәткәре уҡыусыларға"Троцкистарҙың китаптарын" уҡырға биреүҙә ғәйепләнеп, репрессияға эләккән, бер нисә йыл эсендә генә китапханала һигеҙ ректор алышынған. 1943 йылда фашистар оккупацияһы ваҡытында китапхана фонды байтаҡ зыян күргән: ҡайһы бер китаптарҙы нацистар юҡ иткәндәр йәки Германияға алып сыҡҡандар.
1959—1960 йылдарҙа — китапхана асыҡ эшләүгә күскән. Китапханаға кереүселәр һаны көнөнә 500—700 кеше тәшкил иткән. 1962 йылда — « Яҡшы эшләүсе китапзхана» исеменә лайыҡ булған. 1967, 1971 йылдарҙа — китапхана — ВДНХ дипломы менән бүләкләнде . 1975 йыл-1979 йылдарҙа — үҙәкләндерелгән масса күләмле китапханаларҙы А. С. Пушкин исемендәге Новочеркасск китапханаһы етәкләгән. 1985—1995 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Үҙәк Дәүләт китапхана бинаһы реставрацияланған, ул федераль әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыһы булып һанала.
Хәҙерге осорҙа
үҙгәртергә1993 йылда китапхананың структураһы үҙгәргән, унда яңы бүлектәр, шул иҫәптән крайҙы өйрәнеү, революцияға тиклемге китаптар, каталогтар һәм периодик баҫмалар бүлектәре барлыҡҡа килтерелгән. Китапхана эше компьютерланған Китапхананы масса-кләмле баҫмаларҙа рекламалау хеҙмәте ойошторолған. Китапханала крайҙы өйрәнеү «Донлылар» клубы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр берләшмәһе, әҙәби-музыкаль ҡунаҡхана, тел өйрәнеү түңәрәктәре эшләй. 2001 йылда — 2000 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Ростов өлкәһенең Дәүләт Үҙәк А. С. Пушкин исемендәге китапханаһы ҡала үҙәк китапханалары араһында «Йыл китапханаһы» тигән исемгә лайыҡ булды. "2001 йылда китапханала «Русское зарубежье» бүлеге һәм халыҡ өсөн асыҡ Хоҡуҡи мәғлүмәт Үҙәге асылды.
Филиалдары
үҙгәртергәВ МУ «Новочеркасская централизованная библиотечная система» 9 филиалов:
- Филиал № 3 (им. М.Горького) открыт в 1953 году, в мае 1983 г. получено новое помещение.
- Филиал № 4 (им. А. П. Чехова) открыт в 1947 г., в мае 1975 г. переведён в новое помещение.
- Филиал № 5 (им. Н. К. Крупской) открыт в 1959 г.
- Филиал № 6 (им. М. А. Шолохова) открыт в 1975 г.
- Филиал № 9 открыт в 1976 г.
- Филиал № 12 (им. З.Космодемьянской) открыт в 1957 г.
- Филиал № 13 открыт в 1970 г.
- Филиал № 14 открыт в 1977 г.