Новиков Александр Васильевич (йырсы)
Новиков Александр Васильевич (31 октябрь 1953, Итуруп, Курил районы, Сахалин өлкәһе) — шағир, йырсы, композитор, ҡала романсы жанрында йырҙарҙың автор-башҡарыусыһы, Урал дәүләт эстрада театрының художество етәксеһе.
Александр Новиков | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Александр Васильевич Новиков |
Тыуған |
31 октябрь 1953 (71 йәш) |
Һөнәрҙәре |
шағир, Ҡалып:Поэт-песенник, композитор, йырсы, Ҡалып:Гитарист,әй Ҡалып:Автор-исполнитель, Ҡалып:Мемуарист |
Әүҙем йылдары |
1981 — 1984 |
Инструменттар | |
Жанрҙар | |
Коллективтар | |
Лейблы |
Новик Рекордз, Apex Records, STM Records, Квадро-Диск |
Наградалар |
Премия «Овация» (1995) |
a-novikov.ru | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Александр Новиков ижади хеҙмәте осоронда өс йөҙҙән артыҡ йыр ижад иткән, улар араһында «Помнишь, девочка?..», «Вези меня, извозчик», «Шансоньетка», «Уличная красотка», «Город древний» йырҙары бар.
Әлеге ваҡытта уның дискографияһы[асыҡларға] 25-тән ашыу һанлы альбомдан, концерттарының 14 альбомынан, шулай уҡ 13 видеодисктан, бер нисә шиғырҙар йыйынтығы, йырҙар һәм «Записки уголовного барда» автобиографик китабынан тора.
Режиссер Кирилл Котельников менән берлектә «Настоящий» тигән автобиографик фильм төшөргән.
Новиков Александр дөйөм милли «Овация» премияһының «Городской романс» (1995) лауреаты, күп тапҡырҙар «Шансон года» премиялары лауреаты була (2002-2019 йылдар буйына). Ул Сергей Есенин исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты.
Концерт эшмәкәрлегенән һәм музыкаль ижадынан тыш, ул йәмғиәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — «400-летие Дома Романовых на Урале» фондын етәкләй, «Добрая сила» хәйриә фондын һәм шулай уҡ «Большой полёт» фондын етәкләй.
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы һәм үҫмер йылдары
үҙгәртергә1953 йылдың 31 октябрендә Курил архипелагының Итуруп утрауында ,Буревестник ҡасабаһында тыуған. Атаһы — хәрби летчик, әсәһе — хужабикә. Ул тыуғандың тәүге 2 йылында улар ғаиләһе Сахалинда йәшәй, һуңынан бер ни тиклем ваҡыт Вайнед латыш ҡасабаһында, һуңынан ун йыл дауамында Фрунзе ҡалаһында йәшәй һәм 1969 йылда Новиковтар Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһына күсеп килә һәм әлеге көнгә тиклем шунда йәшәй һәм эшләүен дауам итә.
Мәктәптә насар уҡый, 4-5 класта уҡығанда пионерҙар сафынан сығарыла. Көнкүрештә буласаҡ музыкант асыҡтан-асыҡ антисоветчик була.
Бокс һәм самбо менән шөғөлләнә[1].
1967 йылда үҙенең 5 йырын башҡарған Владимир Высоцкий ҡатнашлығындағы «Вертикаль» фильмы йоғонтаһында музыка менән мауыға башлай[2]. УПИ студенты булған саҡта ул институттың ВИА «Полимер» составында сығыш яһай. «The Beatles» йырҙарының береһен институт сараһында башҡарғаны өсөн ул институттан ҡыуыла.
1971 йылда ресторанда ойошторолған талаш арҡаһында беренсе тапҡып яуапҡа тартырыла, Новиков һәм уның иптәше ресторанға килгән бер кешенең официантҡа ҡарата физик көс ҡулланып, аҡса түләмәгәне өсөн уны аҡылға ултырталар: ул ир-ат үҙе дауаханаға эләгә, ә уның сәғәте официантҡа эләгә, Новиков һәм уның иптәше иҙәндә ятҡан теге ир кешенең кеҫәһенән сәғәтте алып официантҡа биргән булалар. Ошо талаш өсөн Новиковҡа шартлы рәүештә мотлаҡ хеҙмәткә йәлеп итеү менән (халыҡ араһында «химия») бер йыллыҡ срок бирелә, ошо «химия» ваҡытында Новиков Түбәнге Тагилда Көнкүреш йортон төҙөй[3][4].
1980 йылда Новиков «Рок-полигон» ижади төркөмөн төҙөй, үҙе был төркөмдөң солисы, гитарасыһы һәм йырҙар авторы сифатында сығыш яһай. Йырҙары рок-н-ролл, реггей һәм панк-рок, хард-рок һәм психоделик рок элементлы яңы тулҡын стилендә башҡарыла. Йырҙарҙың текстары филармоник рухы менән айырылып тора. Төркөм 1983 һәм 1984 йылда үҙ исеме аҫтында ике альбом яҙҙыра (СД рәсми баҫмаларында йыл 1981 тип яңылыш күрһәтелгән).
1981 йылда Новиков «Новик-рекордс» тауыш яҙыу студияһы ойоштора, унда Новиковтың альбомдары ғына яҙылып ҡалмай, ә ябайтаҡ свердловск музыканттарының — киләсәктә «Чайф», «Агата Кристи», Nautilus Pompilius һәм башҡа төркөмдәрҙең дә альбомдары языла.
1984 йылда Новиков рок-музыканан ҡырҡа баш тарта һәм 3 майҙа «Вези меня, извозчик» альбомын яҙҙыра. Уны яҙҙырыуҙа «Рок-полигон» музыканттары, шул иҫәптән Алексей Хоменко һәм Владимир Елизаровтар ҡатнаша. Был альбом һатыуҙа бөтә альбомдар араһында рекорд ҡуя һәм масштаблы таратыла.
Ҡулға алыныу
үҙгәртергәНовиков 1984 йылдың 5 октябрендә ҡулға алына, ә 1985 йылда Свердловск судының хөкөм ҡарары буйынса 10 йылға азатлығынан мәхрүм ителә — РСФСР ЕК-ның 93-1 статьяһы буйынса.Рәсми рәүештә — фальсификат электр музыкаһы аппаратураҙын әҙерләү һәм һатыуға бәйле эшмәкәрлек бөсөн. Әммә Новиков үҙе биргән интервьюһында былай тип әйтә: «Вези меня, извозчик» альбомын экспертлаусы комиссия уның һәр бер йырын ныҡлап тикшергәндән һуң:
«үрҙә күрһәтелгән йырҙар авторы психиатрия йәки төрмә изоляцияһына мохтаж»- тип билдәләй
Экспертиза композитор Евгений Родыгин, СССР Яҙыусылар Союзыағзаһы һәм "Урал" журналы мәхәррирлек комитеты ағзаһы Очеретин Вадим, шулай уҡ СССР Мәҙәниәт министрлығының вәкиле Олюнин Виктор Николаевич тарафынан үткәрелә.
Лагерҙа Новиков үҙенең бик күп шиғырҙарын яҙа, улар араһында «Верстачная лирикаһы», ««Я выхлопотал боль и соль себе на раны…», «Гитара и шарманка», «Мы с тобой увидимся не скоро…», «Цыганка», «Четыре зуба», «Жена», «Ночь навылет звездой протаранена…» һәм башҡалар бар Шулай уҡ изолятор камераһында, Новиков «Комарилья» пьеса-басняһын яҙа, унда автор шаян формала судтың бөтә картинаһын тыуҙыра, ә йәнлек битлектәре аҫтында шағир «эшендә» ҡатнашҡан реаль кешеләрҙе күрһәтә.
Һуңынан, 2012 йылда уның «Записки уголовного барда» тигән автобиографик китабы сыға, унда Александр Новиковтың лагерҙа үткәргән осорон эсенә алған тормошо сағылдырыла. [сығанағы 401 көн күрһәтелмәгән]
Азатлыҡҡа сығыу һәм артабанғы ваҡиғалар
үҙгәртергә1990 йылдың 27 февралендәге РСФСР Юғары Советы Указына ярашлы Новиков азат ителә[5], ә 1992 йылда Рәсәй Юғары суды хөкөм ҡарарын енәйәт составы булмауы арҡаһында ғәмәлдән сығара[6].
Свердловскиға ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк йырсы-автор музыка студияһына килә һәм лагерҙа ултырғанда яҙған йырҙарын яҙҙыра башлай. Ошо эшенең һөҙөмтәһе булып өс аҙна эсендә яҙылған «В Екатеринбурге» һәм «Ожерелье Магадана» альбомдары тора[7]. Азатлыҡҡа сыҡҡандан һуңҢ Новиков үҙенең беренсе концерттарын Верх-Нейвинский (Свердловск өлкәһе) ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда, ә 25-27 майҙа «ҙур концерт»ын Свердловскиҙың Спорт һарайында үҙенең аккомпаниаторлыҡ иткән төркөмө менән берлектә бирә[8].
Бынан һуң СССР ҡалалары буйлап гастроль турына сыға. 1991 йылдың башында Новиков Мәскәүҙә үҙенең тәүге концерттарын бирә, өҫтәүенә, шунда уҡ Эстрада театрында сығыш яһай[9]. Уның аншлаглы сығыштары кино таҫмаларҙа төшөрөлгән һәм «Гоп-стоп-шоу» документаль фильмына ингән. [ сығанағы 401 көн күрһәтелмәгән]
Новиков үҙенең тәүге гонорар аҡсаларының ҙур өлөшөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү һәм хәйриә өсөн тота. Мәҫәлән, Театр эстрадаһындағы концерттарының береһендә булған бөтә аҡсаны Новиков Екатеринбургтың Храм на Крови сиркәүен төҙөүгә бирә. Инде 90-сы йылдар аҙағында, шулай уҡ уның менән бергә эшләгән урал оҫтаһы Николай Пятков менән берлектә 7 ҡыңғырау макетын эшләй һәм уларҙы үҙ аҡсаларына ҡойҙора. Барлыҡ ҡыңғырауҙарҙың да тышында батша ғаиләһенең бөтә ағзаларының барельефы һәм һәр береһенең исеме бар: шуларҙың иң ҙуры «Николай II», иң бәләкәйе — «Цесаревич Алексей» тип атала. Һуңынан сиркәүҙең күләме бик ҙур булып, был ҡыңғырауҙар уның өсөн бәләкәй булғанлыҡтан, Новиков уларҙы батша ғаиләһе ағзаларының кәүҙәләре ташланған Ганина Ямалағы ирҙәр монастырына тапшыра.
90-сы йылдарҙа Новиков Екатеринбургта төрлө ваҡытта бер нисә магазиндың колхоздың, БҒӘ -ға йөк ташыған компанияның, авиакомпанияның, дефибрер таштар заводының хужаһы була (донъя буйынса бындай ике завод барлығы Екатеринбург һәм Канадала була)[10][11].
1991 йылдың август айында ГКЧП-ға ҡаршы сыға[12].
1993 йылда йырсы Наталья Штурмдың продюсеры була. Новиков уның менән 4 йыл хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә ике альбом өсөн материал яҙа, шул иҫәптән Натальяның төп хиты «Мәктәп романы» өсөн[11].
Бизнес менән бер рәттән, Новиков хәйриәлек эшмәкәрлеге һәм продюсерлыҡ менән шөғөлләнә, үҙенең ҡайһы бер яңы йырҙарына клиптар төшөрөп һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен яҙҙырыуҙы дауам итә. 1993 йылда Новиков режиссёр Кирилл Котельников менән бергә «Шансоньетка» йырына уникаль клип төшөрә, унда реаль һүрәт төшөрөү менән бергә, өҫтәүенә, компьютер технологиялары ҡулланыла[13]. Рәсәй телевидениеһы каналдарында был клип бик оҙаҡ ваҡыт бик әүҙем күрһәтелә.
Шуға ҡарамаҫтан, шул уҡ ваҡытта Новиков бик киҫкен тәнҡит менән шоу-бизнесҡа ҡаршы сығыш яһай. Ул рәсәй эстрадаһының деградацияға бирелеүен, башҡарыусылыҡ оҫталығының түбәнәйеүен ныҡ тәнҡитләй. Бының арҡаһында йырсы тыйылған йәшерен артистар исемлегенә индерелә, әммә был уның шәхесе менән ябай граждандар яғынан ҡыҙыҡһыныуҙы бары тик арттыра ғына бирә[14].
1994 йылда Кирилл Котельников менән берлектә «Boney M.» төркөмө һәм уға нигеҙ һалыусы Фрэнк Фарианин тураһында «О, этот Фариан!» («Oh, this Farian!») документаль фильмын Люксембург менән Германияла төшөрә, унда уникаль архив материалдары, Фариандың уникаль интервьюһы һәм уның шәхси архивынан материалдар индерелә. Әммә Рәсәй телевидениеһы буйынса был фильм крһәтелмәй[15].
1998 йылдың 24 ғинуарында Новиков «Олимпия» спорткомплексында Владимир Высоцкийҙың 60-йыллығына арналған гала-концертта ҡатнаша. Өс тиҫтә артистар араһында — бары тик Новиков ҡына Высоцкийҙың ике йырын: «Песня про стукача» и «Большой Каретный»ҙы башҡара.
2003 йылдың 16 июнендә Александр Новиков юғары сиркәү наградаһы — Орден святого благоверного князя Даниила Московского менән Екатеринбуртың Храм на Крови сиркәүе өсөн үҙ аҡсаһына ҡойҙорған ҡыңғырауҙары өсөн — бирелә. 2004 йылдн алып ул Уралдағы «400-летие Дома Романовых» фондының президенты.
2010 йылдың 24 июнендә А. В. Новиков Урал эстрада театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Был вазифаһында эшләй башлағас та ул педофилияны пропагандалау билдәләре булған «Голубой щенок» спектаклен күрһәтеүҙе тыя.
2010 йылдың 28 октябрендә Новиков Александр Көмөш быуат шағирҙарының әҫәрҙәренә ювелирҙарға хас тырышлыҡ менән биш йыл буйына көй яҙған альбомын яҙҙырып сығара. Максим Петровский менән берлектә Саша Черныйҙың «Тарарам» шиғырына яҙылған йырын башҡара.
Йыл һайын Кремлдә уҙғарылған Шансон года Милли премияһында ҡатнаша.
2011 йылда Дәүләт думаһына депутатлыҡҡа һайлауҙар алдынан А. В. Новиков Екатеринбургта билдәле блогер Алексей Навальныйға таратып биреү өсөн «ГОЛО... СУЙ!»клип-пародияһын бирә[16].
2014 йылдан алып «Өс аккорд» теле тапшырыуының жюри ағзаһы булып тора[17] һәм унда бер нисә тапҡыр сәхнәлә сығыш яһай
2016 йылдың декабрендә Новиковҡа РФ енәйәт кодексының 159 ч. 4 (айырыуса ҙур күләмдәге мутлыҡ) статьяһы буйынса ғәйепләү белдерелә. Ул ике ай буйына өйҙәге тотҡонлоҡҡа ебәрелә. Тикшереү версияһы буйынса, Свердловск өлкәһенең элекке иҡтисад министры урынбаҫары Михаил Шилиманов менән Екатеринбургтың «Бухта Квинс» ҡасабаһында коттедж төҙөү өсөн пайсыларҙан 150 миллион һум самаһы аҡса йыя, ә аҙаҡ был аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә. Ҡасаба төҙөү туҡтатыла, хоҡуҡ һаҡлаусылар зыян суммаһын 35 миллион 627 мең һумға баһалай[18].
Свердловск өлкәһенең төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт департаменты, 2018 йылдың 30 июлендә төҙөлгән объект алдан ҡаралған техник регламент талаптарына тура килеүе тураһында һығымта яһап, документҡа ҡул ҡуя. Свердловск өлкәһенең Төҙөлөш министрлығы 2018 йылдың 7 сентябрендә ПЖСК «Бухта Квинс» йорттарын сафҡа индереүгә рөхсәт бирә. Ошо ваҡыттан алып пайсылар фатир ала һәм үҙҙәренең милкенә таныҡлыҡ алырға мөмкинлек юллай. [сығанағы 401 көн күрһәтелмәгән]
Свердловск өлкәһе буйынса СК Идаралығы 2019 йылдың 17 июлендә Александр Новиковтың «Бухта Квинс» торлаҡ комплексы пайсыларының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләүҙең хаҡ булмауы, унда енәйәт составы булмауын раҫлай һәм был суд эшен туҡтата[19].
Бүләктәр е(Йыл шансоны)
үҙгәртергәЙыл | Йыр | Категория | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|
2002 | «Красивоглазая» | Йыр | Еңеү |
2003 | «Йәй ҡыҙы» | Йыр | Номинацияла |
2005 | «Мин беренсеһендә извозчик» | Йыр | Еңеү |
2007 | «Ә Парижда» | Йырсы | Номинацияла |
2010 | «Мин беренсеһендә извозчик»
«Тарарам» (дуэт с Покровка Макс) |
Йырсы | Еңеү |
2011 | «Алһыу Диңгеҙ өҫтөнән»
«Валсыҡ» |
Йыр
Йырсы |
Еңеү |
2012 | «Яблочный плэйбой»
«Уның менән хушлашыу» |
Йырсы | Еңеү |
2013 | «Хәтер буйлап өҫтәрәк»
«Минең Яратҡан» |
Йыр | Номинацияла |
2014 | «Окурок»
«Караоке в горланить н палубала» |
Йырсы | Еңеү |
2015 | «Шансоньетка»
«Уның менән хушлашыу» |
Йыр | Еңеү |
2016 | «Ҡасан мин егерме йыл була»
«Онотма, ҡыҙым?» |
Йырсы | Еңеү |
2017 | «Ҡыҙ менән Плакат»
«Мин беренсеһендә извозчик» |
Йырсы | Еңеү |
Ижады
үҙгәртергәИң билдәле йырҙары
үҙгәртергәЙылда яҙыу | Исеме | I юл | Иҫкәрмә |
1983 | Беренсеһендә-мин, извозчик | Эй, ҡой-ялҡында, милл... | Башҡа исемдәре: «Извозчик». Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1983 | Ҡайҙа-ҡайҙа алып бараһы юлдар-юлдар... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) | |
1983 | Мин ырыуынан сыҡҡан... | Мин тыуғанда йәһүд кварталға бер сығасаҡ... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1983 | Боронғо ҡала | Боронғо ҡала, оҙаҡ ҡалмаған... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1983 | Ҡунаҡхана тарихы | Бында килдең миңә — ни-ә әнисә тө... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1984 | Захолустный рестораны в... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) | |
~1984 | Абрам Ерләнгән | Абрам Жмуром урамдары буйлап йөрөй... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1983 | Кляузник-күршеләре | Ҡайҙа кляузник деваться-күршеләр?... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
~1984 | Телефон аша һөйләшкәндә | — Вано, презентациялар, слышно бик насар... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
1983 | Исегездә тотоғоз, ҡыҙым?.. | Исегездә тотоғоз, ҡыҙым, баҡса гулять беҙ?... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) |
~1984 | Асфальттан елдереп буйынса... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) | |
~1984 | Развязать минең телемдә ине... | Магнитоальбом иң тәүге йыры «мин Беренсеһендә, извозчик» (май 1984) | |
~1990 | Продажах ғәҙеллек тураһында йыр | Был баш китмәле бейеүсе... | Башҡа исемдәре: «Бейеүсе». Альбомы «мин Екатеринбург» (1990) |
~1996 | Вано, уҡыу... | — Вано, уҡыйҙар: аҡыллы һин? Белә... | Альбомы «обнимка Менән был һылыуҡай» (1996) |
~2000 | Попрошайка | Донъя уйнап — был һ, ә хәрефтәрен... | Альбомы «Стенаһына» (2000) |
Урам красотки | Урам күңелһеҙ булыр ине һымаҡ | Альбомы «Шансоньетка» (1995) | |
Шансоньетка | Кискә быяла размазывать | Альбомы «Шансоньетка» (1995) | |
2016 | Блатной | Һуғыш бөтә ихата гитарасы косить | Альбомы «Блатной» (2016) |
2016 | Ҡыҙ менән плакат | Ә уны биш йөҙ | Альбомы «Блатной» (2016) |
2016 | Окурок | Тығыҙ кеүек папироса портсигар | Альбомы «Блатной» (2016) |
Дискографияһы
үҙгәртергә- Магнитоальбомдар
- 1983 — Рок-полигоны
- 1983 — Вези меня, извозчик
- 1984 — Рок-II полигоны (Александр Новиков һәм «Рок-полигон» төркөмө )
- 1984 — Вези меня, извозчик (исеме баштағы «Көнсығыш урамы») (йыр, 18)
- 1990 — азат ителгәс Икенсе концерттан һуң (рәсми рәүештә баҫылып сыға)
- 1990 — Я в Екатеринбурге (Александр Новиков һәм «Внуки Энгельса» төркөмө) (магнитоальбом)
- Винил пластинкалары
- 1991 — Вези меня, извозчик (Александр Новиков и группа «Хипиш») (9 песен)
- 1993 — Ожерелье Магадана
- 1993 — Городской роман (записан в 1992 году)
- 1993 — В захолустном ресторане (Александр Новиков, «Внуки Энгельса», «Хипиш») (некоторые песни уже звучали в магнитоальбоме «Я в Екатеринбурге», а остальные песни уже были записаны в 1992 году)
- Номерлы альбомдары
- 1993 — Ожерелье Магадана (Александр Новиков и группа «Внуки Энгельса»)
- 1993 — Вези меня, извозчик (запись 1984 года)
- 1995 — Шансоньетка
- 1995 — Городской роман (запись 1992 года с добавлением песен из магнитоальбома «Я в Екатеринбурге»)
- 1995 — Вези меня, извозчик (запись 1991 года)
- 1996 — С красавицей в обнимку
- 1996 — В захолустном ресторане
- 1997 — Сергей Есенин (первый альбом песен на стихи Сергея Есенина)
- 1997 — Записки уголовного барда
- 1999 — Бурлак
- 2000 — Стенка
- 2000 — Красивоглазая
- 2002 — Журавли над лагерем
- 2003 — Настоящий
- 2005 — Понты Амура
- 2007 — Луали
- 2008 — Я помню, любимая… (второй альбом песен на стихи Сергея Есенина)
- 2010 — Ананасы в шампанском (альбом песен на стихи поэтов Серебряного века)
- 2012 — Расстанься с ней
- 2013 — Ё-альбом
- 2016 — Блатной
- 2018 — Девочка огонь
- Концерт альбомдары
- 1995 — Через 10 лет
- 1997 — Концерт в Театре Эстрады
- 1998 — Концерт в театре Эстрады (2CD)
- 1998 — Акустический концерт в Екатеринбургской Филармонии
- 1999 — «Извозчику» — 15 лет
- 2004 — Концерт в Филармонии г. Екатеринбурга (2CD)
- 2004 — Юбилейный (Концерт в ГЦКЗ «РОССИЯ» 30 октября 2003 г., 2CD)
- 2005 — Вези меня, извозчик. 20 лет (Концерт в ГЦКЗ «РОССИЯ» 31 октября 2004 г., 2CD)
- 2006 — Сергей Есенин — 110 лет (2CD)
- 2007 — Улица Любви (2CD)
- 2008 — Я не бывал в Монако (Концертная запись в Государственном Кремлёвском дворце)
- 2011 — Екатеринблюз (Концерт в Московском Международном Доме Музыки)
- 2013 — Девочка из лета (Концерт в «Крокус Сити Холл)
- 2014 — Вдоль по памяти (Юбилейный концерт Александра Новикова)
- 2015 — Улыбка Родины (Концерт в Государственном Кремлевском Дворце, 2007 год.)
- 2015 — Репетирую жизнь
- 2016 — «Извозчику» — 30 лет
- 2017 — Концерт в Государственном Кремлёвском Дворце, 2015
- Йыйынтыҡтары
- 1996 — Помнишь, девочка?..
- 1996 — Золотая коллекция
- 2001 — Золотая коллекция-2
- 2008 — «Александр Новиков. MP3-серия» (сборник всех записей в формате MP3 на 5 дисках)
- 2011 — МК. Аллея шансона
- 2015 — Золотое Серебро
- 2016 — Хулиганские Песни
Китаптары
үҙгәртергә- 2001 — «Вези меня, извозчик…» (стихи и песни)
- 2002 — «Колокольня» (стихи и песни)
- 2011 — «Уличная красотка» (сборник лирических стихотворений)
- 2012 — «Симфонии двора» (сборник лирических стихотворений)
- 2012 — «Записки уголовного барда» (ООО "Издательство Астрель", тираж 7500 экземпляров)
- 2016 — «Записки уголовного барда» (ИД "Сократ", тираж 2000 экземпляров)
- 2018 — «Стихи. Песни» (сборник стихотворений)
Факттар
үҙгәртергә- Йәш сағында ҡулында «, Н. С.» (Саша Новиков) тигән наколка йөрөтә.[20]
- «На Восточной улице» йырын («Городской роман» альбомы) Новиков А. 1985 йылда 30 тәүлек карцерҙа яңғыҙ ултырғанда яҙа.[21]
- А. В. Новиков Екатеринбургтың Көнсығыш урамында № 62 йортта йәшәй.
- Үҙенең иң яҡшы йыры тип Новиков «Помнишь, девочка?..» йырын .
- Буйы 196 см [22]
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Фёдор Раззаков. Досье на звёзд. — ЭКСМО-Пресс, 1998. — С. 555. — 723 с.
- ↑ Раззаков Федор. Жизнь и песни уголовного барда - Александр Новиков . thelib.ru. Дата обращения: 20 август 2016.
- ↑ Документальный фильм об Александре Новикове «Везучий альбом» . YouTube. Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ А. Новиков, фильм «Настоящий». 1-я серия . Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ sluza2. Час Пик - Александр Новиков 1994 (9 ғинуар 2011). Дата обращения: 24 август 2016.
- ↑ ШАНСОН ТВ. Александр НОВИКОВ в программе ЗВЕЗДНЫЙ ПАСЬЯНС с Катериной ГОЛИЦЫНОЙ... (29 октябрь 2015). Дата обращения: 24 август 2016.
- ↑ Александр Новиков в передаче «Акулы пера» . Дата обращения: 27 ғинуар 2018.
- ↑ NovikRecords. А. Новиков, фильм «Настоящий». 3-я серия (12 июнь 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2018.
- ↑ NovikRecords. А. Новиков, фильм «Настоящий». 4-я серия (12 июнь 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2018.
- ↑ Час Пик с Владом Листьевым (1-й канал Останкино, 10.10.1994)
- ↑ 11,0 11,1 Фёдор Раззаков. Жизнь и песни уголовного барда // Тайны шоу-бизнеса.
- ↑ YouTube — Выступление на митинге против ГКЧП в августе 1991 года
- ↑ Фильм «Как снималась «Шансоньетка» . www.a-novikov.ru. Дата обращения: 16 ғинуар 2018.
- ↑ Биография .
- ↑ Александр Новиков: «Мне не дали показать фильм о Фрэнке Фариане в российском эфире»
- ↑ подарок от Новикова
- ↑ Три аккорда: Александр Новиков назвал пение Харатьяна пафосным 2015 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Певца Александра Новикова обвинили в мошенничестве с недвижимостью «Meduza», 23.12.2016
- ↑ СК прекратил уголовное преследование певца Александра Новикова «ТАСС», 17.07.2019
- ↑ Chris Tina. Акулы пера - Александр Новиков ПОЛНАЯ ВЕРСИЯ (22 февраль 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ Интервью А. Новикова на портале Екатеринбург Он-Лайн
- ↑ Радио Шансон. Александр Новиков в «Звёздном завтраке» на Радио Шансон (23 апрель 2019). Дата обращения: 25 апрель 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- a-novikov.ru — Новиков Александр Васильевич (йырсы) рәсми сайты
- Биография Александра Новикова на сайте «Радио Шансон»
- Стихи Александра Новикова в библиотеке Максима Мошкова
- Неофициальный Форум Александра Новикова 2013 йыл 5 апрель архивланған.