Каталин Новак

(Новак Каталин битенән йүнәлтелде)

Каталин Ева Верешне-Новак (мадьярса  Veresné Novák Katalin Éva, 6 сентябрь 1977 йыл) — Венгрияның ҡатын-ҡыҙ-сәйәсмәне. 2017 йылдан Фидес партияһы Вице-рәйесе. 2018 йылдан Венгрия Милли йыйылышы депутаты. 2018 йылдан Ғаилә, йәштәр эштәре һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Дәүләт секретары (министр). Почетлы легион ордены (2019) кавалеры. Польша Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары ордены (2019) Командоры. 2022 йылдың 10 мартында Венгрияның Дәүләт Йыйылышы Каталин Новакты илдең Президенты итеп һайланы[9].

Каталин Новак
мадьярса  Veresné Novák Katalin Éva
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Novák Katalin Éva
Имя в браке Veresné Novák Katalin Éva
Исем Novák Katalin
Тыуған көнө 6 сентябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Сегед[d], Венгрия[1]
Туған тел Венгр теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, юрист, иҡтисадсы
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[2]
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][3], Minister without Portfolio for Family Affairs[d][4][5], cтатс-секретарь[d], cтатс-секретарь[d] һәм президент Венгрии[d]
Уҡыу йорто Сегеди фәндәр университеты[d]
Университет Западный Париж — Нантер-ля-Дефанс[d][6]
Университет Корвина[d]
SZTE Gyakorló Gimnázium és Általános Iskola[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Фидес — Венгерский гражданский союз[d]
Участвовал в выборах 2019 European Parliament election in Hungary[d][7]
Ҡатнашыусы Katalin Novák visit to Israel[d] һәм Katalin Novák presidential pardon case[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Почётного легиона командор ордена Заслуг перед Республикой Польша Венгерский орден Святого Стефана Большой крест ордена Заслуг Венгрии с цепью Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 69 430
 Каталин Новак Викимилектә
Каталин Новак
мадьярса  Veresné Novák Katalin Éva
Депутат Национального собрания Венгрии
 5 мая 2018 года
 
Дине: кальвинизм[d][8]
Тыуған: 6 сентябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (47 йәш)
Сегед[d], Венгрия[1]
Исеме: мадьярса  Novák Katalin Éva
Партия: Фидес — Венгерский гражданский союз[d]
Белеме: Сегеди фәндәр университеты[d]
Университет Западный Париж — Нантер-ля-Дефанс[d][6]
Университет Корвина[d]
SZTE Gyakorló Gimnázium és Általános Iskola[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1977 йылдың 6 сентябрендә Сегед ҡалаһында тыуа.

1996—2001 йылдарҙа Корвин университетында иҡтисад өйрәнә . 2001—2004 йылдарҙа Сегед университетында һәм Көнбайыш Париж университеты — Нантер-ля-Дефанста хоҡуҡ өйрәнә.

2017 йылда Виктор Орбан етәкселек иткән Фидес партияһының вице-рәйесе була.

2018 йылдың 8 апрелендәге парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса Венгрия Милли йыйылышы депутаты итеп һайлана[10].

Сит ил эштәре министрлығында эшләй. 2010 йылда министр кәңәшсеһе була. 2012 йылда Золтан Балог етәкселегендәге Венгрия Хеҙмәт ресурстары министрлығы советына етәкселек итә. Француз телле илдәр эштәре буйынса дәүләт министры вазифаһын биләй. Премьер-министр Виктор Орбан етәкселегендә Орбандың 2018 йылдың 18 майында ойошторолған дүртенсе кабинеты составында Милош Каслер етәкселек иткән Венгрия Хеҙмәт ресурстары министрлығында ғаилә, йәштәр һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр эштәре буйынса дәүләт секретары (министр) вазифаһын ала.

Традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн сығыш яһаған Бөтә донъя Ғаилә конгресында даими ҡатнаша.

Ире Иштван Вереш (Veres István Attila) — Венгр милли банкыхеҙмәткәре, өс балаһы бар: ҡыҙы Ката (Kata, 2008) һәм улдары Адам (Ádám, 2004) һәм Тамаш (Tamás, 2006).

Инглиз, француз, испан һәм немец телдәрендә һөйләшә[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Novák, Katalin (Fidesz) (англ.). Hungarian National Assembly (2020). Дата обращения: 24 мая 2020.