Никольский (Ҡыуандыҡ районы)
Никольский рус. Никольское—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Никольский | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 490 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462236 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 19 километр алыҫлыҡта көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәАуылдың климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
үҙгәртергәНикольский редуты XVIII быуатта Ырымбур сик һыҙығы нығытмаларының береһе булараҡ барлыҡҡа килгән. 1769 йылда уның был урында көн иткәнлеге билдәле. Риүәйәттәр буйынса, 1801 йылда бында Татар Ҡарғалыһы ауылынан 105 ғаиләне күсереп килтергәндәр. 1871 йылда Никольский казак отряды булараҡ телгә алына[4].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Краснознаменка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса даими йәшәгән — 587 кеше (татарҙар 94 %) , 2010 йылда — 490[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.