Николай Өлзей-оол

Николай Өскеевич Өлзей-оол (Ользей-оол; тыв. Николай Өскеевич Өлзей-оол; 1916 йыл, 20 февраль (7 февраль)[1]1994[2]) — СССР һәм Рәсәй тыва театр һәм кино актеры. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1975)[3], Тыва АССР-ның халыҡ артисы(1964).

Николай Өлзей-оол
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 февраль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Бай-Тал[d], Хемчикский Даа-хошун[d], Урянхайский край[d]
Вафат булған көнө 1994

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Өлзей-оол Рәсәйҙә ,1916 йылдың 7 февралендә [1] Тываның Бай-Тайга кожууны Бай-Тал ауылында мал ҡараусы арат ғаиләһендә тыуған[4][5]. Ҡыҙыл ҡалаһында мәктәп тамамлаған, алтын приискыларында эшләгән. Ревсмол активисы булған, 1930-сы йылдар башында Бай-Тал арбан советы рәйесе булған (арбан - Тыва һәм Монголияның тарихи административ-берәмеге, ун хужалыҡты берләштерә). 1935 йылда Советтар Союзы коммунистик партияһы сафына кергән. 1936 йылда, Ҡыҙылда В. Кок-оол исемендәге милли музыка-драма театры асылыу менән үк, Өлзей-оол уның труппаһына инә. 1945 йылда урындағы театр студияһын тамамлай.

Сәхнә ижады

үҙгәртергә

Үҙен драма актеры булараҡ яҡшы яҡтан күрһәтә. Уның театр ролдәре күп төрлө һәм араларында ил, донъя классикаһы әҫәрҙәре буйынса ла ҡуйылғандары була (мәҫәлән, Железнов («Васса Железнова», Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт»))[1].

Тыва халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған[1]. Уның йырҙарынан «Ореховая тайга» иң ныҡ популяр була, уны йыш ҡына радио аша тапшыралар. Милли музыка ҡоралдарында (бызанчи, игил, хомус) уйнай[4].

Ете фильмда төшкән. Киноэкранда 1959 йылда режиссер Андрей Аполлон төшөргән «Зәңгәр йылға кешеләре» фильмында дебют яһай, ул унда төп ролдәрҙең береһе - Кауай-оол ҡарт ролен башҡара. Был Тыва актёрлары төшөрөлгән беренсе фильм була. Өлзей-Оол ҡатнашлығында кинотаҫмаларҙан иң ҙур уңыш ҡаҙанғаны «Одесса киностудияһы» төшөргән «Что там, за поворотом?» фильмы була, ул 1980 йылда прокатҡа сыҡҡан. Был картина Тыва һуғышсылары иҫтәлегенә һәм быуындар элемтәһенә арналған[5].

Улы — Сергей Өлзей-оол музыкант булып китә, «АЯЛГА» төркемендә йырлай, һуңынан В. М. Хәлилов исемендәге Тыва дәүләт филармонияһы менән етәкселек итә[4].

  • Николай Өлзей-оол исеме Бай-Тайга кожууны Тээли ауылы мәҙәниәт йортона бирелгән[5].
  • Николай Өлзей-оол «XX быуат Тываһының күренекле кешеләре» китабына индерелгән .
  • Николай Өлзей-Холдың 100 йыллығына уның хөрмәтенә Тывала кино аҙнаһы үткәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975)[3]
  • Тыва АССР-ның халыҡ артисы (1964)[1]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы [5]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ользей-Оол Николай Оскеевич // Театральная энциклопедия. Том 6/Глав. ред. П. А. Марков — М.: Советская энциклопедия, 1967.
  2. Николай Өлзей-Оол // Вокруг ТВ
  3. 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 26 июня 1975
  4. 4,0 4,1 4,2 Варвара Межова К 100-летию Николая Өлзей-оола (из архива "Тувинской правды") Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «tuvaonline» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Памяти актера Николая Өлзей-оола в Туве посвятят Неделю кино 2020 йыл 14 июнь архивланған. // Правительство Республики Тыва Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «gov.tuva» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән