Низамов Камил Разетдин улы

инженер-нефтсе

Низамов Камил Разетдин улы (13 ноябрь 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй инженер-нефтсеһе. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975).

Низамов Камил Разетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Приют, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Низамов Камил Разетдин улы 1938 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостан АССР-ының Йәрмәкәй районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы) Приют ҡасабаһында тыуған.

1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған[1].

1961—1966 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть промыслаһы идаралығында хеҙмәт итә.

1968 йылдан Өфөләге Нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм транспорты буйынса бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтында (1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты) эшләй. 1972 йылдан ошо институтта лаборатория мөдире, 1979 йылдан — бүлек мөдире, 1987—1993 йылдарҙа директор урынбаҫары вазифаларын башҡара[1].

1993 йылдан «Башгеопроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек мөдире, ә 2007 йылдан — «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының баш ғилми хеҙмәткәре[1].

2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Юғары һөҙөмтәле коррозия ингибиторҙары, бактерицидтар, көкөртлө водород йотоусылар һәм деэмульгаторҙар, уларҙы ҡулланыу технологиялары, техник саралары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Камил Низамов — 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре
  • Защита нефтепромыслового оборудования от коррозии: учеб. пособие для рабочих. — М., 1983 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә