Нижневартовск дәүләт университеты
Нижневартовск дәүләт университеты (рус. Нижневартовский государственный университет НВГУ, тулы атамаһы «Нижневартовск дәүләт университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы) — Нижневартовскиҙа урынлашҡан юғары уҡыу йорто.
Нижневартовск дәүләт университеты | |
Рәсми атамаһы | Нижневартовский педагогический институт, Нижневартовский государственный гуманитарный университет һәм Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования "Нижневартовский государственный университет" |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | НВГУ һәм Нижневартовский государственный университет |
Дәүләт | Рәсәй[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Нижневартовск |
Рәсми сайт | nvsu.ru |
Нижневартовск дәүләт университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1988 йылдың 12 июлендә Нижневартовскиҙа Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск дәүләт педагогия институтының филиалы асыла[3]. Ул үҙ эсенә өс факультетты ала: физика-математика; филология һәм педагогия. Филиалда 22 уҡытыусы эшләй, 150 студент белем ала[4].
1992 йылда Нижневартовск дәүләт педагогия институты Нижневартовск педагогия училищеһы (колледжы) менән берлектә уҡытыу-фән педагогия комплексы структураһында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән ике баҫҡыслы педагогик кадрҙар әҙерләүгә күсә.
1992 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск дәүләт педагогия институтының Нижневартовск филиалы Нижневартовск педагогия институты итеп үҙгәртелә[5][6]. 1992 йылда юғары уҡыу йорттонда 1173 уҡый[4].
2005 йылда институт Нижневартовск дәүләт гуманитар университеты тип үҙгәртелә[7][6], ә 2013 йылда Нижневартовск дәүләт университеты статусын ала[8].
Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ йыл һайын үткәргән рейтинг һөҙөмтәләре буйынса университет Рәсәйҙең иң яҡшы ун педагогик, лингвистик һәм гуманитар юғары уҡыу йорто араһына инә. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәәғариф һәм фән министрлығы төҙөгән педагогик, лингвистик һәм гуманитар вуздар араһында Нижневартовск гуманитар университеты илдең 74 вузы араһында 5-се урын ала.
2015 йылда университетта 9 факультет, 22 кафедра, 14 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы, өс студенттарҙың конструкторлыҡ бюроһы, аспирантура була. Бында 5000-дән ашыу студент белем ала[4].
Университет структураһы
үҙгәртергә- Өҫтәмә белем биреү факультеты
- Педагогика һәм психология факультеты
- Сәнғәт һәм дизайн факультеты
- Физик культура һәм спорт факультеты
- Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты
- Экология һәм инжиниринг факультеты
- Гуманитар факультет
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1988—1992 йылдар — Карпов Анатолий Карпович, ТГПИ-ҙың Нижневартовск филиалы директоры
- 1992—2007 йылдар — Карпов Анатолий Карпович, Нижневартовск дәүләт педагогия институты ректоры
- 2007 йылдан бөгөнгә ҡәҙәр — Горлов Сергей Иванович, Нижневартовск дәүләт университеты ректоры[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ Приказ Государственного комитета СССР по народному образованию от 8 августа 1988 г., № 256
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Ректор НВГУ: мы нацелены на стратегию обучения «через всю жизнь» // ТАСС, 6 июля 2015
- ↑ Распоряжение Правительства РФ № 1941-р от 23 октября 1992 года
- ↑ 6,0 6,1 История университета - Нижневартовский государственный университет . nvsu.ru. Дата обращения: 19 июль 2016.
- ↑ Приказ Федерального агентства по образованию Российской Федерации № 413 от 24 мая 2005 год
- ↑ Приказ Министерства образования Российской Федерации № 110 от 25 февраля 2013 года
- ↑ Ректор университета . nvsu.ru. Дата обращения: 16 октябрь 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Думрауф А., Быковских П. Первый в Югре // Югра № 10 за 2007 год — стр. 20-25
- Икингрин Е. Н., Кучина М. А., Шошина А. А. Первый вуз Югры: путь от филиала к классическому университету // Актуальные проблемы социологии молодежи, культуры, образования и управления : материалы международной конференции. Екатеринбург, 28 февраля 2014 г. — Екатеринбург : УрФУ, 2014. — Т. 3. — С. 96-100.
- Леонов С. Югра: образование высшее // Наше Наследие № 83 за 2007. — С. 84
- Уваров А. В. Экологический дизайн: опыт исследования процессов художественного проектирования: автореф.…дис. канд искусствоведения. — М.: МВХПУ, 2010. — 41 с.