Нижанковский Нестор Остапович
Нижанковский Нестор Остапович (укр. Не́стор Оста́пович Нижанкі́вський (31 август 1893 йыл, Бережаны, Галиция, Австро-Венгрия — 10 апрель 1940 йыл, Лодзь, Өсөнсө рейх) — Украина композиторы, пианист һәм музыка тәнҡитсеһе. Философия докторы. Композитор Остап Нижанковскийҙың улы.
Нижанковский Нестор Остапович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австро-Венгрия ZUNR[d] |
Тыуған көнө | 31 август 1893[1] |
Тыуған урыны | Бережаны[d], Королевство Галиции и Лодомерии[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия |
Вафат булған көнө | 10 апрель 1940 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Лодзь[d], Өсөнсө рейх |
Ерләнгән урыны | Стрый[d] |
Атаһы | Нижанковский, Остап Иосифович[d] |
Бер туғандары | Нижанкивский Степан[d] |
Һөнәр төрө | композитор, музыка педагогы, пианист, музыкальный критик |
Эшмәкәрлек төрө | классик музыка, камера музыкаһы[d], романс[d], хоровая музыка[d], фортепианное выступление[d][2], музыкальная критика[d][2], музыкаль белем[d][2], сочинение музыки[d][2] һәм музыкальная композиция[d][2] |
Уҡыу йорто | Пражская консерватория[d] |
Ғилми дәрәжә | фәлсәфә докторы[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Нижанковский Нестор Остапович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНестор Остапович Нижанковский[3] 1893 йылдың 31 авгусында Бережаны ҡалаһында (хәҙер Украинаның Тернополь өлкәһе) тыуа. Львов юғары музыка институтында (хәҙерге Николай Лысенко исемендәге Львов милли музыка академияһы) һәм Вена музыка һәм башҡарыу сәнғәте академияһында фортепиано һәм композиция курсы буйынса уҡыған.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Рус әсирлегенә эләгә һәм 1918 йылда ошо урындан әйләнеп ҡайта. 1926 йылда Витезслав Новак етәкселегендә Прага консерваторияһында Юғары оҫталыҡ мәктәбен тамамлай.
1929 йылдан — Львов консерваторияһында музыка-теоретика фәндәре уҡытыусыһы.
Пианист, аккомпаниатор һәм музыка тәнҡитсеһе сифатында сығыш яһай. Ю.Косачтың «Кирка з Льолею» комедияһына (1938), («Піскар», 1912; «Наймит» 1933; «Був май», «Галочка» на слова М. Обидного) хорҙарының, «За мир» ( В. Сосюра һүҙҙәре) маршының, И. Франко, И. Манжура, У. Кравченко, О. Олесь текстарына романстарҙың; эстрада йырҙарының; фортепиано әҫәрҙәренең («Імпровізація на українську тему», 1923; «Маленька сюїта», 1929; «Коломийка», «Інтермеццо») музыкаһы авторы; халыҡ йырҙарын эшкәртеү авторы.
Лодзь ҡалаһында вафат була һәмшунда ерләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Nestor Ostapovyč Nyžankivskyj // Český hudební slovník osob a institucí (чеш.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Известные жители
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нестор Нижанківський (укр.)