Нефтехимик мәҙәниәт һәм ял паркы

Нефтехимик ял һәм мәҙәниәт паркы — Өфөлә ҡаланың Черниковка һәм Орджоникидзе районындағы парк. Калинин урамында урынлашҡан.

Нефтехимик мәҙәниәт һәм ял паркы
Нигеҙләү датаһы 1947
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 Нефтехимик мәҙәниәт һәм ял паркы Викимилектә

Паркка 1947 йылда нигеҙ һалынған һәм «„Еңеү“ ҡала баҡсаһы» тип аталған. 1947—1949 йылдарҙа балалар, уҡыусылар, эшселәр һәм комсомолдар һәм хеҙмәтсәндәрҙең ҡул көсө менән халыҡ төҙөй. Ул саҡта майҙаны 22 гектар тәшкил иткән, парк составына «Химик» Мәҙәниәт йорто, «Төҙөүсе» стадионы, 1956 йылда — һуңғараҡ спорт залы итеп үҙгәртелгән йәйге кинотеатр ҙа ингән.

1955 йылда ул мәҙәниәт һәм ял паркы була. 1980 йылда тулыһынса уның исеме Нефтехимик ял һәм мәҙәниәт паркы тип алмаштырыла һәм әле лә шулай атала.

1950—1960 йылдарҙа бында парашют вышкаһы тора, унда күнекмәләр һәм парашютсыларҙың күрһәтмә һикереүе үткәрелгән. Әммә 1970 йылда вышка һүтелә.

Шулай уҡ парк биләмәһендә «Төҙөүсе» стадионы урынлашҡан, ул 1960—1980 йылдарҙа донъя спидвей үҙәге була.

1990-сы йылдарҙа парк ташландыҡ хәлгә килә һәм тейешле тәрбиә булмай, тик хәҙер элекке әһәмиәтен ҡайтара.

Бөгөн паркта балалар аттракциондары, йәйге кафе һәм спорт түңәрәктәре эшләй. 2011 йылдың майында паркта Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең 2036 йылда үҙҙәренең коллегаларына хаты менән "ваҡыт капсулаһы"на нигеҙ һалынған.

Паркта даими рәүештә ҡала байрамдары үткәрелеп тора, мәҫәлән, «Сәскәләр көнө»[1], «Широкая масленица»[2], Еңеү көнө алдынан «Хәтер» акцияһы[3] һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Любовь Колоколова. Традиционный праздник «День цветов» вновь порадовал уфимцев. Башинформ.ру (16 август 2010). Дата обращения: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.(рус.). Башинформ.ру (2010-08-16). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 21 май 2012 тикшерелгән.
  2. Любовь Колоколова. В Уфе будут праздновать «Широкую Масленицу». Башинформ.ру (24 февраль 2012). Дата обращения: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.(рус.). Башинформ.ру (2012-02-24). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 21 май 2012 тикшерелгән.
  3. Любовь Колоколова. В Башкирии акция «Память» охватит ветеранов войны и приравненных к ним лиц. Башинформ.ру (2 май 2012). Дата обращения: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.(рус.). Башинформ.ру (2012-05-02). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 21 май 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.