Нетребко Анна Юрьевна
Нетребко Анна Юрьевна (18 сентябрь 1971 йыл, Краснодар, РСФСР, СССР) — Рәсәй һәм Австрия опера йырсыһы (сопрано). Рәсәйҙең халыҡ артисы (2008), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2004), Кубандең Хеҙмәт Геройы (2006).
Анна Нетребко | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Анна Юрьевна Нетребко | |||
Тыуған |
18 сентябрь 1971 (53 йәш) | |||
Тыуған урыны |
Краснодар, РСФСР, СССР | |||
Ил | ||||
Һөнәрҙәре |
опера йырсыһы | |||
Йырлау тауышы |
лирик-колоратур сопрано[1] | |||
Наградалар |
| |||
annanetrebko.com | ||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||
Биографияһы һәм артислыҡ карьераһы
үҙгәртергәАнна Юрьевна Нетребко Краснодар ҡалаһында, тамырҙары менән Кубань казактарына барып тоташҡан ғаиләлә үҫә[2]. Әсәһе — инженер, атаһы — геолог. Музыка һәм йыр менән шөғөлләнә. Краснодар крайы Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында «Кубанская пионерия» хорының солисткаһы була[3].
Санкт-Петербург консерваторияһында Тамара Новиченко класында уҡый[4].
1993 йылда М. И. Глинка исемендәге конкурста еңә һәм Мария театрына саҡырыла[5], шунда уны «асҡан» дирижёр Валерий Гергиев менән киң репертуар башҡара.
1994 йылда Ригаға «Волшебная флейта» бойондороҡһоҙ проектына (Avangarda Akadēmija Рига Бойондороҡһоҙ операһы) Төн Батшабикәһе роленә саҡырыла. Проект авторы һәм режиссёры — Михаил Мамилов, дирижёры — Дэвид Милнс (АҠШ).
1995 йылда Сан-Францискола дебюты була (Людмила, «Руслан и Людмила»).
Анна Нетребкоға "Волшебная флейта"ла Памина һәм "Севильский цирюльник"та Розина ролдәре, шулай уҡ рус операларындағы, атап әйткәндә Глинканың «Руслан и Людмила»һындағы Людмила, Прокофьевтың "Война и мир"ындағы Наташа һәм «Обручение в монастыре» операһындағы Луиза, Римский-Корсаковтың «Царская невеста»һындағы Марфа партиялары ҙур уңыш килтерә. Нетребко итальян репертуарында, шул иҫәптән үҙенә хас булмаған бельканто стилендә лә (Вердиҙың «Риголетто»һында Джильда, Пуччиниҙың «Богема»һында Мими, Беллиниҙың «Капулетти и Монтекки»һында Джульетта) уңышлы сығыш яһай.
2002 йылда Нетребко Митрополитен-операла дебют яһай (Наташа, «Война и мир»). Шул уҡ йылда Моцарттың «Дон Жуан» операһында Донна Анна ролендә Зальцбургтағы фестивалдә Николаус Арнонкур етәкселегендә дебюты була.
2003 йылда Нетребко репертуарына Джузеппе Вердиҙың «Травиата» операһында Виолетта, «Лючия ди Ламмермур»ҙа төп роль инә, һуңғыһы Los Angeles Operaла башҡарыла, ә Ковент-Гарден сәхнәһенә ул Донна Анна партияһы менән сыға.
Шул йылда уҡ Opera Arias, тигән беренсе студия альбомы донъя күрә, ул 2003 йылда академик музыка альбомдарынан иң күп һатылғандарҙың береһе була. 2004 йылда икенсе альбомы — Sempre Libera — сыға. "Ромео и Джульетта"ла Роландо Вильясон менән парлап сығыш яһауҙары ярайһы уҡ юғары баһалана. Был йырсы менән Нетребко 2005 йылда "Любовный напиток"та ла бергә йырлай. Шул уҡ йылды ул Зальцбург фестивалендә Карло Риззи етәкселегендәге оркестр менән "Травиата"ла Виолетта Валери ролен башҡара.
2004 йылда Нетребко «Дневники принцессы 2» тигән Америка фильмында үҙе булып уйнай.
2006 йылдың мартында йырсы Австрия гражданлығын алыуға ғариза бирә. Әйтеүенсә, ул Венала һәм Зальцбургта йәшәргә йыйына, Австрия гражданлығы уны виза алғандағы бюрократик процедураларҙан да ҡотҡарыр ине[6]. Австрия ғаризаға 25 июлдә ыңғай яуап бирә, Рәсәй гражданлығы ла һаҡлана.
2010 йылдың авгусында «Новая Волна» конкурсында Нетребко Филипп Киркоров менән бергә «Голос» тигән йырҙы башҡара, шулай итеп, ижадының яңы битен — кроссовер стилен аса.
2012 йылдың 6 февралендә РФ Президентлығына кандидат, ғәмәлдәге Премьер-министр Владимир Путиндың[7] ышаныслы кешеһе булараҡ рәсми теркәлә.
Нетребко — «Forbes» журналы 2011 йыл өсөн төҙөгән донъяға билдәле Рәсәй сәнғәт эшмәкәрҙәре тиҫтәһенең лидеры. Рейтингты төҙөгәндә фигуранттарҙың килеме, шулай уҡ Google эҙләү системаһында иҫкә алыу йышлығы иҫәпкә алына. Нетребконың килеме 3,75 миллион доллар тәшкил итә, бер сығышы өсөн сопрано кәм тигәндә 50 мең доллар ала[8].
Йырсы Сочи Олимпиадаһын асыу тантанаһында Уйындың гимнын башҡара[9].
2014 йылдың майынан ноябренә тиклем «Austrian Airlines» авиакомпанияһының реклама партнёры була[10][11].
2014 йылдың 7 декабрендә Нетребко Донецкиҙың хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә емерелгән «Донбасс Опера» театрын тергеҙеүгә миллион һум бирә, шул мәлдә Новороссия парламенты рәйесе[12] Олег Царёв менән Новороссия флагы ерлегендә фотоға төшә[13][14]. Австрия Эске эштәр министрлығы был айҡанлы ризаһыҙлыҡ белдерә һәм йырсының ҡылығын тәнҡитләй. Опера йырсыһы «реклама йөҙө» булған «Austrian Airlines» Австрия авиакомпанияһына ла тәнҡит эләгә[15][16]. Йырсы менән «Austrian Airlines» авиакомпанияһы араһындағы реклама договоры 2014 йылдың 30 ноябрендә үк тамамланһа ла, компания Нетребконың менеджментына аңлатма һорап мөрәжәғәт итә, был инцидент менән бәйле йырсыға ҡаршы юридик эш-ғәмәлдәр ҡуҙғатылыу мөмкинлеген дә инҡар итмәй[17].
2015 йылдың июнь-июлендә Нетребконың, бас Илдар Абдразаҡовтың, тенор Александр Антоненконың һәм меццо-сопрано Екатерина Губанованың Елена Образцова иҫтәлегенә бағышланған Европа турнеһы үтә. Парижда (Версаль), Венала, Мәскәүҙә, Прагала һәм Барселонала артистар дирижёр Марко Армильято етәкселегендәге оркестр менән итальян операларынан ариялар башҡара. 7 июлдә Мәскәү консерваторияһындағы концерттың аҙағында унда ҡатнашыусылар Лондонда ауыр сирҙән дауаланып ятҡан баритон Дмитрий Хворостовскийға арналған флэшмоб ойоштора[18][19][20].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәАнна Нетребко Уругвай баритоны Эрвин Шротт менән йәрәшә[21]. 2008 йылдың 5 сентябрендә Венала улы Тьяго Аруа тыуа[22][23]. 2013 йылдың ноябрендә, алты йыл бергә булғандан һуң, улар айырылышырға ҡарар итә[24][25].
2015 йылдың 29 декабрендә Венала Нетребко Әзербайжан теноры Юсиф Әйвазовҡа (1977 йылғы) кейәүгә сыға[26][27].
2017 йылған Нетребко Венала һәм Нью-Йоркта йәшәй.
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергә- М. И. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы лауреаты (Смоленск, 1993)
- Н. А. Римский-Корсаков исемендәге II Халыҡ-ара йәш опера йырсылары конкурсы лауреаты (Санкт-Петербург, 1996)
- Рәсәйҙең «Casta diva» опера премияһы лауреаты (1998)
- Санкт-Петербургтың «Алтын софит» иң юғары театр премияһы лауреаты (1999)
- Опера сәхнәһендә рус һәм донъя классикаһы образдарын ватан вокал мәктәбен данлар кимәлдә талантлы кәүҙәләндергән өсөн Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 2004 йылғы Дәүләт премияһы лауреаты (2005)[28]
- «Музыкальная Америка» журналының «Йыл музыканты» премияһы лауреаты (2007).
- Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы (2008 йылдың феврале)[29][30].
- «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусы» номинацияһында 2008 йылғы Classical BRIT Awards премияһы лауреаты[31][32].
- «Кубандең Хеҙмәт геройы» миҙалы (Краснодар крайы, 2006 йылдың 4 майы)[33]
- German Media Award (2006)[34]
- «Голос» йыры өсөн «Алтын граммофон» (2010, Филипп Киркоров менән бергә)[35]
- Echo-Klassik[de] — йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы (2004, 2005, 2014)[36]
«Gramophone» журналының дан залына индерелгән[37].
Дискография
үҙгәртергәCD
үҙгәртергә- 1997 — Глинка: Руслан и Людмила, Philips;
- 1998 — Прокофьев: Обручение в монастыре, Philips;
- 2001 — Прокофьев: Любовь к трём апельсинам, Philips;
- 2003 — Прокофьев: Избранные произведения, Decca;
- 2003 — Оперные арии, Deutsche Grammophon; шулай уҡ SACD, CIS-edition форматтарында ла сыҡҡан
- 2004 — Sempre Libera, Deutsche Grammophon; шулай уҡ SACD, CIS-edition форматтарында ла сыҡҡан
- 2005 — Виолетта — Арии и дуэты из «Травиаты» Джузеппе Верди, Deutsche Grammophon;
- 2005 — Верди: Травиата, Deutsche Grammophon;
- 2005 — Прокофьев: Обручение в монастыре, Deutsche Grammophon;
- 2006 — Моцартовский альбом, Deutsche Grammophon;
- 2006 — Русский альбом, Deutsche Grammophon;
- 2007 — Дуэты (с Роландом Вильясоном), Deutsche Grammophon;
- 2008 — Souvenirs Deutsche Grammophon;
- 2008 — Винченцо Беллини: опера «Капулетти и Монтекки» (Джульетта), дирижёр — Фабио Луизи, Deutsche Grammophon
- 2010 — In The Still Of Night Анна Нетребко и Даниэль Баренбойм. Романсы.
- 2013 — Verdi/Верди; Deutsche Grammophon
- 2013 — Britten War Requiem, Deutsche Grammophon
- 2014 — Giovanna d’Arco, Deutsche Grammophon
- 2014 — R. Strauss: Vier letzte Lieder & Ein Heldenleben, Deutsche Grammophon
- 2015 — Tchaikovsky: Iolanta, Deutsche Grammophon
- 2016 — Verismo, Deutsche Grammophon
DVD
үҙгәртергә- 1997 — Глинка: Руслан и Людмила, Philips;
- 1998 — Прокофьев: Обручение в монастыре, Philips;
- 2004 — The Woman, The Voice, Deutsche Grammophon;
- 2005 — Traviata Salzburger Festspiele. Deutsche Grammophon
- 2006 — Прокофьев: Обручение в монастыре (Salzburg Fest. 2005), Deutsche Grammophon;
- 2006 — Г. Доницетти: Любовный напиток, Virgin;
- 2006 — The Berlin Concert: Live from the Waldbühnen (A. Netrebko, R. Villazon, P. Domingo), Deutsche Grammophon;
- 2008 — Джакомо Пуччини: опера «Богема» (Мими), дирижёр — Бертран де Билли
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Петербургский театральный журнал. Прекрасная Анна
- ↑ Анна Нетребко: Я никогда не ходила по струнке. Татьяна Павловская, Краснодар. «Российская газета» — Неделя № 4070 от 19 мая 2006 г.
- ↑ Огонек: «Я против себя не пойду» 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ О Тамаре Новиченко 2007 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Биография певицы на сайте Мариинского Театра
- ↑ Galina Stolyarova, «National Treasure». 2006 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление ЦИК РФ № 96/767-6, 6 февраля 2012 2012 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Илья Морозов. Анна Нетребко - самый известный деятель искусства из России . kbanda.ru (30 октябрь 2011). Дата обращения: 16 сентябрь 2012. 2013 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Вести FM, 7 февраля 2014 2015 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Анна Нетребко стала новым лицом Austrian Airlines | Новости шоу бизнеса и музыки NEWSmuz.com
- ↑ Austrian Airlines не в обиде на Нетребко | РИА Новости Украина 2019 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Новороссия — конфедеративный Союз народных республик, в состав которого входят самопровозглашённые ДНР и ЛНР.
- ↑ Олег Царев: «Анна Нетребко пожертвовала на восстановление „Донбасс оперы“ миллион рублей» // Rusvesna.su. — 2014. — № 08.12.2014.
- ↑ Анна Нетребко пожертвовала миллион рублей донецкому оперному театру . korrespondent.net (9 декабрь 2014). Дата обращения: 9 декабрь 2014.
- ↑ Австрия критикует оперную певицу Нетребко за контакты с ДНР . Газета.Ru (10 декабрь 2014). Дата обращения: 10 декабрь 2014.
- ↑ Aufregung um Netrebko (нем.). Телерадиокомпания ORF (9 декабрь 2014). Дата обращения: 9 декабрь 2014.
- ↑ AUA: Weltweiter Shitstorm dank Netrebko (нем.). austrianaviation.net (9 декабрь 2014). Дата обращения: 9 декабрь 2014.
- ↑ Бесценный багаж виолончелиста
- ↑ Нетребко и другие оперные «звезды» посвятят концерт в Москве 7 июля памяти Образцовой
- ↑ «Moscow Nights», 7-сезон, лето 2015 2016 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Ангел А. 2019 йыл 14 ғинуар архивланған. — Югополис, 18.09.2011
- ↑ Анна Нетребко — «Труду-7» № 197, 24 Ноября 2011 г.
- ↑ Нетребко назвала первенца Тьяго Аруа 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Анна Нетребко рассталась со своим гражданским мужем - уругвайским баритоном . Вести.Ru (25 ноябрь 2013). Дата обращения: 29 ноябрь 2013.
- ↑ Анна Нетребко рассталась с гражданским мужем . 7days.ru (25 ноябрь 2013). Дата обращения: 29 ноябрь 2013.
- ↑ Анна Нетребко вышла замуж за Юсифа Эйвазова . Elle (29 декабрь 2015). Дата обращения: 29 декабрь 2015.
- ↑ Юсиф Эйвазов . ВокругТВ (15 октябрь 2015). Дата обращения: 29 декабрь 2015.
- ↑ Указ Президента РФ от 06.06.2005 № 641 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации 2004 года»
- ↑ Анне Нетребко присвоили звание «Народная артистка России». Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Известия.Ру: Путину показали необыкновенный концерт. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ Информация на официальном сайте премии. 2010 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ Анна Нетребко стала лауреаткой премии Classical BRIT Awards.
- ↑ В Краснодаре отметили 5-летие учреждения медали «Герой труда Кубани» // новости на портале ЮГА
- ↑ Salzburger Festspiele | Biografie Anna Netrebko
- ↑ Анна Нетребко и Филипп Киркоров — Голос / Золотой граммофон 2010 . video.yandex.ru. Дата обращения: 12 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Анна Нетребко стала певицей года в Германии . Трибуна (27 август 2014). Дата обращения: 27 август 2014. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Gramophone Hall of Fame (ингл.). Gramophone. Дата обращения: 2 ғинуар 2016.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- annanetrebko.com — Анна Нетребко рәсми сайты