Немиров һарайы — Винница өлкәһенең Немиров районындағы архитектура ҡомартҡыһы.

Немиров һарайы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Немырив
Карта
 Немиров һарайы Викимилектә

Иҫке Немиров һарайы

үҙгәртергә

      Тажлы гетман Юзеф Потоцкий өсөн төҙөлгән. 1787 йылда поляк короле Станислав Август Понятовский Немировҡа килгән булған, бында Тадеуш Костюшко һәм кенәз Юзеф Понятовский ҙа булып киткән. 1871 йылда Наполеон Орда Немиров һарайының һүрәтен төшөргән.

Ҡаласыҡтың хужаһы Винцентий Потоцкий (? — 1825) Немировта һарай (күрәһең, ағас булған) төҙөгән. Уның аҡсаһына лютеран кирхаһы һәм кадет корпусы — уҡытыусылары башлыса немец һәм француз булған рәсәй, украин шляхтаһы өсөн хәрби мәктәп һалынған. Мәктәп эргәһендә шулай уҡ китапханаға нигеҙ һалған. В. Потоцкий Пилява гербы менән үҙенең монетаһын сүкегән.

Һарай тирәләй паркка нигеҙ һалынған. Ул шулай уҡ Немиров паркы тип атала һәм дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге баҡса-парк сәнғәтенең парк-һәйкәле булып тора, 85 га майҙанды биләй.

1799 йылда, ҙур бурысы булғанлыҡтан, В. Потоцкий һарайына секвестр һалынған. Моғайын, XIX быуат башында. Немировты уның туғанының улы Станислав Щенсный Потоцкий һатып алған. Станислав Щенсный Потоцкий 1805 йылда вафат булғандан һуң, Немиров имениеһы уның улы Ежи Щенсныйға күскән, ә унан София Потоцкая һатып алған. 1824 йылда Немиров граф Болеслав Станиславович Потоцкийға (София һәм Станислав Щенсный Потоцкийҙың кесе улы) күскән. 1860 йылдың 26 октябрендә Немиров янындағы Шутивка һәм 40 ауыл (15208 дисәтинә) менән Б. С. Потоцкийҙың атаһынан мираҫ итеп тыумышы менән Потоцкая, Мария Болеславовна Строганова алған.

Ҡаласыҡ алпауыты граф Болеслав Потоцкий, юғары һарайҙың гофмейстеры — белемле, аралашыусан, ҡунаҡсыл һәм яғымлы хужа, меценат булған. Үҙ аҡсаһына, алпауыт еренә киткән дөйөм сығымдарҙың сирегенә, етемдәр йортон һәм Ковалевкалағы ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йортон, приют, крәҫтиәндәр дауаханаһын, Немиров гимназияһын, тотҡан. 1835 йылда ул София Потоцкая 1831 йылда нигеҙ һалған һәм һуңынан ябылған мәктәпте үҙ ҡурсалауына алған. Бер ваҡыт унда 450 уҡыусы булған. 1838 йылда мәктәп 8 класлы гимназия булған. Был мәктәп-гимназиянан тыш, Болеслав Потоцкий Богополдә 4 класлы мәктәп аса. Болеслав Немировта ҡатын-ҡыҙҙарға эш хаҡы һәм студенттарға стипендия түләр өсөн фондҡа нигеҙ һалған.

Болеслав Потоцкий ҡаласыҡта яңы һарайға башлап нигеҙ һалған. Һарай авторы билдәле архитектор — Кременецкий лицей профессоры Франциск Мехович. Һарайҙан тыш, ул мәктәп бинаһын, 2 православие сиркәүен, оранжерея һәм башҡа парк биналарын төҙөгән. Болеслав Потоцкий саҡырыуы буйынса 1845 йылда Немиров һарайында Ференц Лист концерт биргән.

Болеслав Потоцкий күп ваҡытын Петербургта үткәргән, шул сәбәпле подольский имениеһы менән идара итеү уның ҡыҙына — Марияға, Григорий Сергеевич Строгановтың ҡатынына тапшырылған. Немиров имениеһының һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙың һуңғы хужаһы Болеслав Потоцкийҙың ейәнсәре, тыумыштан графиня Строганова, кенә Алексей Щербатовтың ҡатыны княгиня Мария Григорьевна (1857—1920) булған. Уны, ҡыҙы Александра (Сандра) һәм улы Владимир (өй эсендә уны Дима тип йөрөткәндәр) менән, 1920 йылдың 20 ғинуарында Немиров һарайы алдында большевиктар атып үлтергән.

Мария Щербатова һәм Строгановтар һарайы

үҙгәртергә

Княгиня Щербатова Мария Григорьевна (1857 - 1920) - Немиров ерҙәренең хужаһы граф Строганов Григорий Сергеевичтың (1829-1910) ҡыҙының исеме менән Немировтың иң матур архитектура һәйкәле бәйле. Һарай авторы ( '«Княгиня Щербатова һарайы» тип аталған' ) танылған чех архитекторы Иржи Стибрала.

1894 - 1917 йылдарҙа Болеслав Потоцкийҙың ейәнсәре Мария Щербатова иҫке һарайҙы яңынан төҙөткән, элекке хужаһы Винцент Потоцкий нигеҙ һалған һәм уның осоронда 85 гектар майҙаны булған паркты ҙурайтҡан.

Немиров һарайында Болеслав Потоцкий Тульчинский һарайының бында үҙе алып килгән күп кенә әйберҙәре булған. Һарайҙа бик күп ғаилә портреттары һәм шулар араһында Станислав Реверте Потоцкийҙың ҡатыны Анна Могиланың да портреты һаҡланған.

1880 йылда Потоцкийҙарҙың иҫке һарайы һүтелгән һәм биш йылдан уның урынында Е.Крамаржа проекты менән яңы һарай төҙөлгән. Легенда буйынса, княгиня Щербатова Англияға барған саҡта оҡшатып ҡайтҡан ҡала яны һарайҙарының береһе был һарайҙы төҙөү идеяһына этәргес көс биргән. Немиров һарайы бик оҙаҡ — 1894 йылдан алып 1917 йылға саҡлы төҙөлгән. Һарай проекты авторлығы буйынса уртаҡ фекер юҡ — йә Г.Гринер һәм Е.Крамарж тигән ике архитектор, йә чех архитекторы Иржи Стибрал (һарай һыҙымдарында уның ҡултамғаһы бар) атала. Әйтер кәрәк, һарай оҙаҡ ваҡыт төҙөлгәнлектән, архитекторҙар алмашынғандыр. Иҫке атай һарайынан ҡайһы бер әйберҙәр — мәҫәлән, кариатидлы аҡ мәрмәрҙән ҙур камин, 2 мәрмәр медальон - яңыһына күсерелгән.

Саҡырылып килтерелгән бельгия парк архитекторы ван Геєрт, паркка даими планлаштырыу биреп һәм күлдәр каскадын тәртипкә һалып, парктың (85 гектар) байтаҡ өлөшөн яңынан планлаштыра.

Жариков Николай Леонидович редакторлығында баҫылып сыҡҡан УССР-ҙың архитектура һәм ҡала төҙөлөшө һәйкәлдәренең 4-томлы белешмәһендә Щербатов һарайы бына нисек тасуирлана:

«ҺАРАЙ. 1894—1917 йй., ПАРК, XIX б. аҙағы. Һарай архитекторҙар Г. Гринер һәм Э. Крамарж тарафынан неоклассицизм стилендә ҡоролған. Эзбизташтан һалынған, планда дүрт мөйөшлө, ике ҡатлы. Төп иғтибар традицион биш өлөштән торған парк фасадына йүнәлтелгән. Уның үҙәк ризалиты, архитектура талаптарына ярашлы, антаблемент ионик ордерлы балюстрада буйлап 4-колонналы портик менән нығытылған. Ҡырҙарындағы ризалиттары кәүшәгерәк эшләнгән. Фасадтар буйлап балясинлы парапеттар менән кәртәләнгән матур күренешле ял итеп йөрөү террасалары менән йыһазлпндырылған. Алты колонналы портиклы төп фасад артыҡ айырылып тормай һәм ябайыраҡ. Фасадтар таҫмалы руст менән һыҙып сығылған. Парктың майҙаны 85 га. Уны булдырыу буйынса ныҡышмалы хеҙмәт XIX б. аҙағында һалынған. Территория быуаға табан һөҙәк төшөү урыны булған сағылышы йомшаҡ рельеф менән һынлана. Планлаштырыу башлыса, төп архитектур доминантаға — һарайға буйһонһа ла, пейзажлы. Парк композицияһына аныҡ сағылып торған даими планлаштырыу элементтары хас. Был һарайҙың көньяҡ-көнсығыш фасадына килеп тоташҡан партер (0,75 га), парк фасады эргәһендәге үҙәк аҡлан. Паркта 80-гә яҡын ағас һәм ҡыуаҡлыҡ төрө үҫә. Төп ассортимент: имән, ғәҙәти ҡарағай, ҡара һәм Веймутова, ҡыҙыл бук, аҡ акация, ғәҙәти һәм зәңгәр шыршы, граб, аҡ шыршы, йәсин ағасы йәки ҡорос ағас, кофе ағасы, гинкго, платан һ. б.»

Һарайға үҙәк инеү урынын каррар мәрмәренән ике скульптуры (йоҡоло һәм ялҡау арыҫландар) һаҡлай.

XX быуат башында архитектор Пехлер парк территорияһында һыу ебәреү башняһын төҙөй. Хәҙер ҙә ҡулланылышта булған тағы ла бер нисә хужалыҡ ҡаралтылары һаҡланған.

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән княгиня Щербатова үҙенең һарайын хәрби лазарет итеп файҙаланыуға тапшырған, һәм үҙе лә шунда шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән. Уның менән бергә бында княгиняның туғандары, Столыпин Петр Аркадьевичтың өс ҡыҙы эшләгән.

1917 йылғы ваҡиғалларҙан һуң Немировта власть бер нисә тапҡыр үҙгәргән. 1920 йыл башында, Немировта большевистик полктар торғанда, Украин Галицкий Армияһы һалдаттарына госпиталь итеп файҙаланыу өсөн һарайын һәм мөлкәтен бирмәгәне сәбәпле, княгиня Мария Щербатова ғаиләһе һәм Столыпиндың кесе (сирҙәшкә[1]) ҡыҙы менән атып үлтерелгән [1]

Совет осоронда

үҙгәртергә

Совет власы урынлашҡандан һуң графиня усадьбаһы тартып алынған. 1921 йылдан тәүҙә ял йорто, ә һуңғараҡ «Авангард» шифаханаһы булараҡ файҙаланылған. 1956 йылда һарай яңынан ҡоролғанһәм уның архитектура үҙенсәлектәрен һаҡлағандары өсөн реставраторҙарға рәхмәт әйтер кәрәк. Хужалыҡ мәнфәғәттәре өсөн ашхана төҙөйҙәр.

Совет осоронда һарай алдындағы паркта Владимир Ильич Лениндың стандарт монументы торған, шулай уҡ территорияла бәләкәй «Ильич» статуялары һәм постаментына ҡуша беркетеп ҡуйылған танк бар.

Хәҙерге заманда

үҙгәртергә

  Хәҙерге көндә һарайҙа күп профилле шифахана эшләй. Һарай Немиров ҡалаһының визит карточкаһы булып тора.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Строганов Григорий Сергеевич
  • Щербатов Алексей Григорьевич

Һарай интерьерҙары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 "М. Литвин, К. Науменко."История ЗУНР. — Львов: Институт украиноведения НАНУ; - издательская фирма «Олир», 1995. — 368 с., ил. — С. 298. — ISBN 5-7707-7867-9.