Некрасова-Попова Вера Александровна
Вера Александровна Некрасова-Попова (1903 — 1977 йылдан һуң) — совет ғалимы, химия фәндәре докторы, профессор, 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты.
Некрасова-Попова Вера Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 20 июль (2 август) 1903 |
Тыуған урыны | Чита, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1977 |
Һөнәр төрө | медик, химик |
Эш урыны |
С. И. Георгиевский исемендәге медицина академияһы[d] Крымский агротехнологический университет[d] |
Уҡыу йорто | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1903 йылдың 20 июлендә (2 августта) Чита ҡалаһында, Забайкалье өлкәһе Көнсығын-Ҡытай тимер юлы идараһы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе менән Вятка ҡалаһына күскәндән һуң, 1923 йылда икенсе баҫкыслы (элеккеге 1-се Пермь малайҙар гимназияһы) мәктәпте тәмамлай. Пермь сәнәғәт-иҡтисад техникумында химия уҡыта, бер үк ваҡытта Пермь дәүләт университетының медицина факультетында уҡый.[2].
1928 йылда университетты тамамлағандан һуң Пермь химия-технология техникумында фармацевтика химияһы һәм майҙар технологияһы кафедраһының өлкән ассистенты булып эшләй. 1931 йылдан Симферополь ҡалаһында йәшәй. 1945 йылға тиклем Ҡырым медицина институтының органик химия кафедраһы өлкән ассистенты булып эшләй. 1941-1944 йылдарҙа Ҡазағстанда Ҡыҙылурҙаҡалаһында эвакуацияла, химия фәндәре кандидаты (1943) ғилми исеменә диссертация яҡлай. Ҡырым ауыл хужалығы институтының М. И. Калинин исемендәге органик, физик һәм коллоид химия кафедраһында 1961 йылға тиклем фәнни эш менән шөғөлләнә. Бер үк ваҡытта 1948-1951 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһынең Ҡырым филиалының өлкән фәнни хеҙмәткәре булып эшләй. Химия фәндәре докторы (1951) ғилми идәрәжәһенә диссертация яҡлай, профессор[3].
Йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, Ҡырым өлкәһе Симферополь ҡалаһы Советы тарафынан 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты (1947-1951) итеп һайлана. Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Союз химия йәмғиәте ағзаһы[2].
Вера Александровна Некрасова-Попова 1977 йылда вафат була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҠыҙылурҙала эвакуация ваҡытында ирле-ҡатынлы Поповтар фитиндың фармакологик препараты калдыкларынан дөгө етештереү буйынса лаборатория төҙөйҙәр. Алынған продукт хәрби госпитальләрдә ҡулланыла, яралыларҙы һәм ауырыу ҡыҙылармеецтарҙы тиҙерәк һауыҡтырыуға ярҙам итә. 1943 йылда «Азот окистары ҡатнашлығында спирттарҙы һауа кислороды менән оксидлаштырыу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһын оло совет химик-органигы, академик Н. Д. Зелинский етәкселегендә башҡара һәм 1951 йылда уңышлы яҡлай.[4].
Библиография
үҙгәртергә«Журнал общей химии», «Журнал прикладной химии», «Успехи химии», «Известия АН СССР», «Доклады АН СССР» кеүек билдәле СССР журналдарында нәшер ителде[3].
- "Ростовые вещества и их применение (1948)
- «Термодинамика реакций дегидрирования спиртов» (1949)
- «К вопросу получения 27 алифатических спиртов из нефтяных углеводородов»
- «Химические стимуляторы и гербициды» (1961),
- «Химические методы борьбы с горчаком розовым»
- «К вопросу получения пептидов» (1964)
- «Исследования в области синтеза ди- и полипептидов» (1967)
[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ире — Попов Михаил Александрович, Ҡырым медицина институтының органик, физик һәм коллоид химия кафедраһы мөдире, химия фәндәре докторы, профессор[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Корляков по материалам ГАПК. Некрасова-Попова Вера Александровна (25 ноябрь 2018).
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Рогожников С. И. Вера Александровна Некрасова – известный советский химик-органик, доктор химических наук, кавалер ордена Ленина // Вестник Пермского университета. Химия. — 2016. — № 4 (24). — С. 20—29.
- ↑ 4,0 4,1 Раупова Р. И., Юнси С. И. Р Вклад четы Поповых в Победу советского народа в Великой Отечественной войне // В ритме жизни Медицинской Академии. — 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рогожников С. И. Вера Александровна Некрасова – известный советский химик-органик, доктор химических наук, кавалер ордена Ленина // Вестник Пермского университета. Химия. — 2016. — № 4 (24). — С. 20—29.
- Раупова Р. И., Юнси С. И. Р Вклад четы Поповых в Победу советского народа в Великой Отечественной войне // В ритме жизни Медицинской Академии. — 2020.