Насретдин (исем)
Насретдин — башҡорт ир-ат исеме. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исем осрай.
Насретдин |
Этимологияһы
үҙгәртергәНасретдин исеме «насир» һәм «дин» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Дингә ярҙам, ҡеүәт тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Насретдин Әл-Насыри (XIII быуат аҙағы — 1351) — Мысырҙа дәүләт эшмәкәре, алдынғы ҡарашлы ғалим һәм башҡорт шағиры[2].
- Хужа Насретдин — Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары фольклорындағы аҡыл эйәһе, тапҡыр һүҙле кеше образы, башҡорт көләмәстәрендә, уйҙырмаларында, мәҙәктәрендә, латифаларында ла сағыла. Хужа Насретдин прототибы тыумышы менән Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. Хужа Насретдин тураһындағы тәүге көләмәстәр 16 быуат башында Төркиәлә яҙылған, ә 19 быуаттан алып бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. Көләмәстәр күпселек социал-көнкүреш хәлдәренә ҡағыла. Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр башҡорттар араһында ла таралған.
- Насретдин Дубашев — совет һәм ҡырғыҙ актёры[3].
- Насретдин хан — Коканд ханлығы ханы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Хужа Насретдин» — Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы яҙған балет.
- Насретдин Туси исемендәге Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы (ШАО, әзерб. N.Tusi adına Şamaxı́ Astrofízika Rəsədxanası́) — Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәгендә 1435 метр бейеклектә, район үҙәге Шәмәхәнән 22 километрҙа һәм Баҡынан 144 километрҙа урынлашҡан, Әзербайжан Милли Фәндәр академияһы Астрофизика секторы базаһында асылған обсерватория.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |