Насретдин әл-Насыри әл-Башҡорди

(Насретдин Әл-Насыри битенән йүнәлтелде)

Насретдин Әл-Насыри әл-Башҡорди (XIII быуат аҙағы — 1351 йыл) — Мысырҙа дәүләт эшмәкәре, алдынғы ҡарашлы ғалим һәм башҡорт шағиры[1].

XIII—XIV быуаттарҙа алыҫ ғәрәп иле Мысырҙа төрки телле фән һәм мәҙәниәт киң үҫешә. Бының сәбәбе — Алтын Урҙа һарайындағы ығы-зығы, бигерәк тә тәхет өсөн ҡарыулашыу арҡаһында, Урал тауҙарынан, Волга һәм Яйыҡ йылғалары үҙәндәренән, Урта Азия һәм Ҡырым ярымутрауынан байтаҡ ғалим, әҙиптәрҙең Мысырға барып төпләнеүе. Шуға ла был дәүерҙә Мысырҙа, нигеҙҙә, төркиҙәрҙән торған (уғыҙҙар һәм ҡыпсаҡтар) мәмлүктәр династияһы барлыҡҡа килә (1250—1803 йылдарҙа Мысырҙа мәмлүк солтандары хакимлыҡ итә).

Беҙҙең дәүергә тиклем һаҡланған ҡулъяҙмаларҙа Әйле ырыуы башҡорттарының хандар династияһы, Дәшти Ҡыпсаҡта Башҡорт исемле хандың хакимлыҡ итеүе, шулай уҡ Иранда милләте башҡорт булған Ғазан хан генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелеүе тураһындағы яҙмалар бар. Шулай уҡ Болғар дәүерендә Яҡуб ибн Ноғман, Ҡол Ғәли, йәнә башҡа исемдәр башҡорт халҡының донъя тарихында үҙ урынының булыуын дәлилләй.

Насретдин Әл-Насыриға ла, урындағы властарҙың эҙәрлекләүенән ҡасып, сит илгә барып төпләнергә тура килә, һәм урындағы халыҡ араһында ғилеме һәм шиғриәте менән ихтирам яулай.

Билдәле тарихсы Морат Рәмзи Насретдин әл-Насыри тураһында түбәндәге фекерен әйтә:

«Башҡорт Насретдин әл-Насыри үҙенең сығышы менән ән Наср ибне әл-Ғәзиз мәмлүктәренән. Хеҙмәте буйынса юғары үрләп власҡа өлгәшкән, аҡыллы һәм юғары дәрәжәле әмирҙәрҙән булған. Назим менән дә, нәҫер менән дә яҙған».

[2]

Әл-Насыри тураһында

үҙгәртергә

Уның шәхесе, ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеге ғәрәп әҙиптәре тарафынан юғары баһалана. Мәҫәлән, «Әддөрөр әл-камино» («Йәшерен ятҡан ынйылар») китабында Ибне Хажар әл Ғаскалани Насретдин Әл-Насыри тураһында (1372—1449) «иң ҙур дан һәм иң яҡты шөһрәтлек белдерәм» тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған. Шағирҙың замандашы Ибне Зәмләкәни лә уның шиғырҙарын юғары баһалаған фекерен яҙып ҡалдыра: «…ул әҫәрҙәрен үҙенең тәбиғи оҫталығы буйынса, шиғыр ҡағиҙәләрен һаҡламаҫтан яҙа ине…»[3].

Насретдин Әл-Насыриҙың тыуған йылы билдәле түгел, әммә баҡыйлыҡҡа күскән мәле тураһындағы мәғлүмәт йылы, айы, көнөнә тиклем ҡағыҙға теркәлгән: башҡорттоң аҫыл улы һижрә йыл иҫәбе меңән 752 йылдың сәфәр айы 13-сө көнөндә (миләди иҫәбе менән 1351 йылдың 11 апрелендә) Дамаск ҡалаһында вафат була.

«Сәнжар әл-Башҡорди менән Насретдин Әл-Насыри, — тип яҙа профессор Ә. И. Харисов, — үҙҙәрен тыуған ерҙәрендә түгел, ә ғәрәп илендә таныта. Быға уларҙың мәмлүклеге һәм юғары ҡатламға күтәрелеүе сәбәпсе булған»[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://bashenc.online/ru/articles/51894/
  2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө, 1991. 170-се бит.
  3. Харисов Ә.И. Күрһәтелгән хеҙмәт. 195-се бит.
  4. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965. 194-се бит