Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы
Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, Наил Ғәйетбай (20 июнь 1948 йыл) — шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Наил Ғәйетбай | |
Исеме: |
Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, драматург, |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: | |
Биографияһы
үҙгәртергәНаил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.
1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.
1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби кәңәшсе булып эшләй.
1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.
1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.
2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылдың 29 ноябренәсә эшләй[1].
17 китап һәм 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.
Пьесалары
үҙгәртергә- Ҡойма ямғырҙа. Драма. 1984 й.
- Дүрт кешелек табын. Драма 1987 й.
- Әстәғәфирулла. Комедия. 1988 й.
- Илама, һылыу. Драма. 1989 й.
- Тән. Трагедия. 1990 й.
- Юлдар ярҙа өҙөлә. Драма. 1991 й.
- Тойғолар ниңә һүнә. Драма. 1991 й.
- Ҡурай моңо. Әкиәт-пьеса. 1991 й.
- Һөйәркәңде шкафҡа йәшер. Комедия. 1991 й.
- Мәктәп мажаралары. Драма. 1991 й.
- Аты барҙың, дәрте бар. Комедия. 1992 й.
- Йондоҙ нисек ҡабына. Комедия. 1993 й.
- Ҡомартҡы, рэкитер һәм мөхәббәт. Комедия. 1994 й.
- Батыр әтәс. Әкиәт-пьеса. 1995 й.
- Кем эшләмәй, шул ашамай. Әкиәт-пьеса. 1997 й.
- Ауылға ҡыҙҙар килде. Комедия. 1998 й.
- Нисек кейәүгә сығырға. Комедия. 1999 й.
- Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ. Комедия. 2000 й.
- Алыш бармы, атыш бармы. Әкиэтпьеса. 2000 й.
- Ос аҡсарлығым, ос. Пьеса. 2000 й.
- Әйт, ҡайҙа йөрөнөң? Комедия-шоу. 2000 й.
- Аҡмулланың аҡ көндәре. Драма. 2001 й.
- Үҙ бисәмә әйләнәм. Комедия. 2001 й.
- Ирҙәрҙең хыялы. Комедия. 2002 й.
- Салауат алты йәшендә. Пьеса. 2002 й.
Китаптары
үҙгәртергә- Алтын ямғырҙар миҙгеле. Повесть. Өфө. 1979 й.
- Һары тәҙрәләр. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1981 й.
- Буран. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1983 й.
- Офоҡҡа ҡаса юлдар. Хикәйәләр. Өфө. 1985 й.
- Үҙ маҡсатыңды тап. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1987 й.
- Светят окна в ночи. Повести и рассказы. Москва. 1988 г.
- Ҡара ҡумта. Повестар. Өфө. 1990 й.
- О чем говорят трупы. Повесть. Сибай. 1992 г.
- Ҡапҡан. Повестар. Өфө. 1993 й.
- Уҙыш. Роман. Өфө. 1994 й.
- Әстәғәфирулла. Драмалар һәм комедиялар. Өфө. 1996 й.
- Пьеса нисек яҙыла. Мәҡәләләр һәм пьесалар. Өфө. 1997 й.
- Инопланетянка. Роман, повести и пьесы. Уфа. 1998 г.
- Ауылға ҡыҙҙар килде. Пьесалар. Өфө. 2001 й.
- Биобиблиография. Мәҡәләләр һәм библиография. Өфө. 2002 й.
- Нисек кейәүгә сығырға? Пьесалар. Өфө. 2002 й.
- Сит планета ҡыҙы. Мажаралы-фантастик роман. Өфө. 2003 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Әҙип тураһында
үҙгәртергә- Ямалетдин М. Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап (Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде). «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016) (рус.)
- ↑ 2016 йыл 15 октябрь [https://web.archive.org/web/20161015053312/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/23522-yn-brtklp-yyyyp-alam-min-ysh-ksn.html архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. , 2016, 6 сентябрь] 2016 йыл 15 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- [1](недоступная ссылка)
- [2]