Ҡотлогилдин Наил Закир улы

Салауаторгсинтез ААЙ-нең элекке генераль директоры. дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
(Наил Закир улы Ҡотлогилдин битенән йүнәлтелде)

Ҡотлогилдин Наил Закир улы (20 сентябрь 1946 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директоры. 2003—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, танспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).

Ҡотлогилдин Наил Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Закир улы Ҡотлогилдин[1] 1946 йылдың 20-се сентябрендә Ағиҙелдең һул яҡ ярында урынлашҡан Юрматы исемле башҡорт[2] ауылында (хәҙерге Ишембай ҡалаһы) тыуған. Ишембай ҡалаһындағы 2-се һанлы интернат-мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлаған. Совет Армияһы сафнан әйләнеп ҡайтҡас, 1968 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се нефтехимия комбинатында эшләй башлай. Комбинатта ул аппаратчик ярҙамсыһынан генераль директорға тиклем бөтә баҫҡыстарҙы ла үткән. 1983 йылды производствонан айырылмайынса Өфө нефть институтын тамамлай , уның Салауаттағы технология факультетынан ул инженер-технолог һөнәрен алып сыға.

1968 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се нефтехимия комбинатында, 1977—1980 йылдарҙа Наил Ҡотлогилдин нефть эшкәртеү заводының (НПЗ) 9-сы цехының установка начальнигы булып эшләй.

1980—1985— НПЗ-ның 9-сы цехында начальник урынбаҫары, начальник.

1987—1994 йылдарҙа — НПЗ-ның баш инженеры.

1994 йылда Европалағы иң ҙур нефть эшкәртеү комплексы — «Салауатнефтеоргсинтез» берләшмәһенең баш инженеры итеп тәғәйенләнә, 1996 йылдың май айынан 1997 йылдың апрель айына тиклем генераль директор була.

1997—1998 йылдарҙа «Башнефтехим» ААЙ-нең Президенты .

1999 ғинуарында ул «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

Наил Закир улы эшләгән дәүерҙә предприятиела нефть эшкәртеү заводында Ҡарасағанаҡ газ конденсатын эшкәртеү өсөн ЭЛОУ-АВТ-4 установкаһы, диэтиленгликоль производствоһы, водород алыу өсөн мембраналы технология индерелә, АВТ-4-БЛОК ЭЛОУ установкаһын өҫтәлмә йыһазландырыу, тәбиғәтте һаҡлау ҡоролмалары эшләй башлай, шул иҫәптән цистерналаҙы парлау узелы, Ромадановкала ҡалдыҡтар күмеү өсөн полигон, НЭЗ-да түгеү эстакадаһы,Ағиҙел йылғаһы ярҙарын нығытыу кеүек эштәр башҡарыла.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1999 ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһына депутат булып һайлана.
  • 1998-2002 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтенең Директорҙар советының азат ителгән рәйесе була.
  • 2003—2008 йылдар — өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе .
  • 2008 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылыш депутаты, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе.

Ишембай һәм Салауат ҡалалары төҙөлгәндә юҡҡа сыҡҡан ауылдарға (шул иҫәптән тыуған ауылы Юрматыға) ҡуйылған «Юрматы ере» һәйкәл- комплексын төҙөүҙе башлап йөрөүсе, һәйкәл төҙөүҙе хәстәрләүсе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007)[3]

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Өйләнгән. Ейәне бар. Өфө ҡалаһында йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә