Назыров Мөбәрәк Йыһанша улы
Назыров Мөбәрәк Йыһанша улы (1 ғинуар 1906 йыл[1] — 1973 йыл[2]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби комиссары[3]. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[3].
Назыров Мөбәрәк Йыһанша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Тат-Верх-Гоньба[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 1973 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | комиссар |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөбәрәк Йыһанша улы Назыров 1906 йылда Рәсәй Федерацияһының Киров өлкәһе Тат-Верх-Гоньба ауылында[3] тыуған. Томск тау институтында (1929-31), Мәскәү Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәне институтында уҡый (1932—1933). 1927 йылдан алып ВЛКСМ-дың округ комитеты Томск ҡала мәғариф бүлеге инструкторы. 1931 йылдан — Томск уҡыу комбинаты директоры, 1933 йылдан — Дүртөйлө машина-трактор станцияһында сәйәси бүлеге начальнигы урынбаҫары, Приютово МТС-ы сәйәси бүлеге начальнигы. 1935 йылдан — ВКП(б)-ының Ҡырмыҫҡалы райкомының 2-се, артабан 1-се секретары, 1938 йылдан БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы кадрҙар бүлеге мөдире, 1940—1941 йылдарҙа — ВКП(б)-ының Баймаҡ райкомының 1-се секретары[3].
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хәрби комиссар булып хеҙмәт итә. Полковник М. М. Шайморатов менән бергә дивизия байрағын ҡабул итә[4]. 112-се Башҡорт кавдивизияһы менән хәрби юлын 1943 йылдың 15 ғинуарында тамамлай[5]
Һуғыштан һуң, 1945—1952 йылдарҙа, БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы мәҙәни-ағартыу учреждениелары эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, 1960‑1971 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Геология институтының Башҡорт филиалы директоры урынбаҫары.
Мөбәрәк Назыровтың ейәнсәре Светлана Игнатенко хәтирәләренән:
Өфөлә…Чернышевский урамындағы йортта һәр саҡ музыка яңғырар, китап культы йәшәр ине, яҙыусылар, музыканттар, ғалимдар йыйыла ине. Быларҙың бөтәһенә доминанта булып минең ҡартатайым — иҫ китмәле уҡымышлы, уникаль ойоштороу һәләтенә эйә кеше: һуғыш йылдарында — Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, һуғыштан һуң — республика мәҙәни-ағартыу эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы (бөгөн был мәҙәниәт министры вазифаһы) һәм Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы рәйесе урынбаҫары — Мөбәрәк Йыһанша улы Назыров булды. Фронтта ул бик ныҡ яралана, әммә хатта йәрәхәтләнгән һеңерле ҡулдары менән бик яҡшы роялдә уйнаны, музыкаль белеме булмаһа ла, ишетеү һәләтенә эйә ине.
Шулай уҡ минең өләсәйем дә уникаль кеше булды — Свобода Барый ҡыҙы Ураева (боронғо башҡорт нәҫеленән):… иҫ китмәле оратор талантына эйә ине һәм күп йылдар дауамында Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлыҡтарын пропагандаланы[6]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сведения о личном составе
- ↑ Категория 1906—1973
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 НАЗЫРОВ Мубаряк Зиганше(е)вич. Шаймуратовцы
- ↑ . 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы очерктарҙа, әҙәби һәм документаль китаптарҙа уның исеме йыш телгә алына. В башкирской дивизии. 31 июля 1942 года. В донских степях (От специального корреспондента «Красной звезды»)
- ↑ Боевой путь
- ↑ КОРЕННЫЕ УФИМЦЫ. Игнатенко Светлана Владиславовна
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- НАЗЫРОВ Мубаряк Зиганше(е)вич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Назыров Мубарак Зиганшеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- В башкирской дивизии. 31 июля 1942 года. В донских степях (От специального корреспондента «Красной звезды»)
- Генерал. Шаймуратов. Издательство КИТАП имени Зайнаб Биишевой УФА 2010 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- Госкаталог. РФ. Фотография черно-белая: «Группа офицеров 112-й Башкирской кавалерийской дивизии». Артҡы рәттә һулдан икенсе — Назыров М. З. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
- КОРЕННЫЕ УФИМЦЫ. Игнатенко Светлана Владиславовна
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Саҡма тояҡ аттарҙа 2021 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Башкирская гвардейская кавалерийская 2021 йыл 19 май архивланған.
- Слава башкирских конников 2021 йыл 19 май архивланған.