Нага Панчами
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Нага Панчами — Һиндостанда, Непалда, һәм индуизм динен тотоусылар йәшәгән башҡа илдәрҙә билдәләнгән традицион Нагларға табыныу көнө.[1] Табыныу Шравана (июль/август) ай календаре айының яҡты яртыһында, яҡты яртыһының бишенсе көнөндә тәкъдим ителә; ҡайһы бер Һиндостан штаттарында, миҫал өсөн, Гөжаратта, Нага Панчами шул уҡ ай Кришна Пакшаның ҡараңғы яртыһында байрам ителә.[2] Байрам итеү өлешө булып Нага йәки көмештән, таштан, ағастан ясалған йылан Илаһы йәки йыландар рәсеменә һөт ағыҙалар һәм ғаилә байлығы өсөн алҡышлар һорайлар. Был көндә тере йыландарға, айыруса кобраларға табыналар, айыруса һөт тәкъдим итеү менән һәм йыландарны тыюсы ярдәме менән. Маһабһаратам эпосында оло фекер ияһе Астиканың батша Джанамеджайя II-нең йыладнар ҡорбан биреүен (Сарпа Сатра)һын туҡтатуы киң мәғлүм, чөнки был ҡорбан биреүе ваҡытында Маһабһаратам тулайым оло фекер ияһе Вайсампаяна тарафыннан һөйләнгән булған. Был яджна ҡорбан бирүе Джанамеджайя тарафыннан Нагалар расаһын һәрбер йыланны юҡ итеү өсөн башкарылан булған, Такшаканың үлем тешләүенә күрә уның атаһы Парикшита үлеменә үс итү өсөн эшләнгән булған. Астиканың бәреп керүенә күрә ҡорбан биреү туҡтатылған көн Шравана айының Шукла Пакша Панчами көнөндә булған. Шуннан һуң был көн Нага Панчами булараҡ байрам ителә. Нага Панчами байрамында Нагларға, кобраларға һәм йыландарға һөт, татлы әйберләр, ҫәҫкәләр, лампалар һәм башҡа ҡорбан биреүләр менән табыналар.
Нага Панчами | |
Ил | Һинд субконтиненты |
---|---|
Йылдың көнө | Shraavana Shukla Panchami[d] |
Нага Панчами Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәПанчами үсә торған һәм/яки кими торған айҙың ун биш көндәрендә бишенсе көн булып тора. Был махсус йыландарға табыныу көнө Индуизм ай календарының Шравана (Июль/Август) айының бишенсе көнөнә туры килә. Шуңа күрә ул Нага Панчами тейеп атала (Нага: кобра, яки ғади итеп әйткәндә йылан).
Риүәйәттәр
үҙгәртергәИндуизмда һәм Һинд фольклорында йыландарҙың әһәмияте тураһында күп риүәйәттәр бар. Индуизмның Пураник әҙәбиятында һәм Маһабһаратамда универсаль барлыҡҡа килтерүсе Брахманың улы Кашьяпа Праджапатиның ике ҡызына Кадру һәм Винатаға өйләнгән. Кадру шуннан һуң Нагалар расаһына тыу биргән, шул уҡ ваҡытта Вината Арунаға тыу биргән, ул Ҡояш Илаһы Сурьяның арба йөртөүсеһе булған һәм Вишну Илаһының атланған ҡошына Гарудаға тыу биргән. Нага Панчами шулай уҡ Ахара традицион Индуизм гимнастика залдарында йыланға ирлек һәм кундалини энергияһе мистик символы булараҡ хөрмәт күрһәтеү өсөн байрам итеү булған көн булып тора.
Илдең төрлө төбәктәрендә табыныу
үҙгәртергәЫшаныу буйынса иыландарҙың кешеләргә ҡарағанда көсө күберәк, сөнки алар Шива, Дэви, Вишну һәм Муруган (Субранья) меннән ассоциацияләнә, Индуисттар бөтөн ил буйынса йыландарҙан ҡурҡып аларны илаһилаштыралар. Индуизм астрологияһендә йыланның Ай төйөндәре менән бәйләнеше бар. Йыланның башы Раху ("Аждаһа башы") һәм уның ҡойроғо Кету ("Аждаһа ҡоероғо") менән сағыштырыла. Кешенең зодиак картаһында Раху һәм Кету араһында төп ете планета кире тәртиптә (сәғәт теле йөрөшөнә ҡаршы) килгән осраҡта был Каласарпа Дошаны аңлата (ҡара йыландарға дефект), ул киләсәктә насар осраҡны күрсәтә һәм шулай итеп Нага Панчами көнөндә йыландарға тәҡдим итеп тынысландырыла.
Тарихы
үҙгәртергәАгни Пурана, Сканда Пурана, Нарада Пурана һәм Маһабһаратам кеүек Индуизм яҙмаларында йыландарҙы ололау тураһында тәфсилләп һөйләнелә.
Үҙәк Һиндостанда байрам итеү
үҙгәртергәҮҙәк Һиндостанда, Махараштра Штатында Нагпур ҡалаһында йыландарның махсус идентификацияһе бар. Ҡаланың исеме Нага һүҙеннән алынған, элек был урында күп йылан яшәгән. Маһалда Нагоба Ғибаҙатханаһында Нага Панчами көнөндә табыныу тәкъдим ителә; ғибаҙатхана платформа астында ним ағасы астында урнашҡан. Был көндә башҡа әһәмиятле сара була — был Пачмарһиға Нагдвар Ятра булараҡ мәғлүм дәртле треккинг дини сәфәр ҡылыуы. Был сарада йылан Илаһына тәкъдим булараҡ ашамлыҡ тәкъдим ителә, ул кадайда пешерелә.
Наг Чандрешвар Уджджайн
үҙгәртергәБыл Уджаиндың Маһакалешвар Джйотирлингаҙың өсөнсө ҡатында кесе ғибаҙатһана. Был ғибаҙатһана өсөн уның бер йылда бер генә мәртәбә асык булуы хас. Нагчандрешвар муртиһы бик уникаль, һәм Шива һәм Парвати йыланда ултыралар һәм алар Нандһи Ганеша һәм башка поттар урнашҡан. Ышаныу буйынса биредә бөйөк Такша йыланы йәши һәм Наг Панчами дәүерендә доға ҡыла һәм туғрыларны төрлө дошалардан арындыра, миҫал өсөн, Наг Доша, Сарпа Доша һәм Дошаларның теләсә ҡайһы формаһыннан.
Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостанда
үҙгәртергәҺиндостанның Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш штатларында, миҫал өсөн, Инеү Бенгалиядә, Ориссада һәм Ассамда Алиһәгә Манасага булараҡ табыналар. Индуизмда Манаса йылға Алиһәһе булып тора, ул шулай уҡ Джараткару тейеп аталған булған һәм Джараткару Брамин хәкимнең ҡатыны булған. Был сарада (euphorbia lingularum) үҫемлеге таяғы ергә беркетелә һәм табыныла, илдең башҡа урындарында кебек Шраван айында ғына түгел, ә шулай уҡ Бхадра Маса айында. Фестиваль йорт эсендә үткәрелә.
Көнбайыш Һиндостан
үҙгәртергәИлдең башҡа урындарында кебек үк Нага Панчами , Көнбайыш Һиндостанда байрам ителә һәм Кетарпал йәки Кшетрапал булараҡ мәғлүм уның мәғәнәһе был даирә һаҡлаусыһы.[3] Илдең был өлөшендә йылан "Бхуджанг" тейеп атала, ул шулай уҡ Кутч төбәгендә йылан өсөн Санскрит атамаһы. Исем Бхудж ҡалаһына ҡарый, ул Бхуджия ҡалкыулығы аҫтында урнашҡан, был Бхуджанг хөрмәтенә, сөнки ул йыландар һыйыну урыны. Был ҡалҡыулыҡның түбәһендә Бхужа Форты булараҡ мәғлүм кальга бар, бында йыландар Илаһы өсөн ғибаҙатһана һалынған булған һәм ҡалҡыулыҡның аҫтында Нани Дэви булараҡ мәғлүм икенсе ғибаҙатһана бар. Бхуджа Форты Кутч хөкөмдары Дешалжи һәм Гөжарат вице-короле Могол Империяһының Шер Буланда Хан араһында төп һуғыш сәхнәһе булған. Был Дешалжи хөкөмөнең иртә дәүере булған. Шул көндән бирле Нага Бава һәм уларның җитәкчеһенең Наг Панчами көнөндә процессиядә хөрмәтле урыны бар. Форт эсендә бер мөйөштә Бхужанг Наг (Йыландар Хоҙайына) бағышланған кескенә квадрат манара бар, фольклорда ул Шешнагның туғаны тейеп әйтелә. Бхуджанг Наг Катхиаварның Тһангнадхыннан килеп сыҡҡан һәм Кутчны дайтья һәм ракшасалар тейеп аталған шәйтаннардан һаҡлаған. Дешалжи хөкөмө ваҡытында кальга фортификацияһе ваҡытында шулай уҡ Йылан Ғибаҙатһанаһы һалынған булған һәм анда чхатри (кшатрий) булған. Һәр йыл Наг Панчами көнөндә ғибаҙатһанада байрам була. Синдхи халыҡы йәмәғате Наг Панчамины Гогро данында байрам итә.
Непалда байрам итеү
үҙгәртергәРитуал киң рәүештә Непалда байрам ителә, бигерәк тә Гаруда һәм олы йылан араһында көрәш риүәйәте өсөн. Катманду ҡалаһында Чангу Нараян Ғибаҙатһанаһында Гаруда муртиһы, уны Гаруда үҙе эшләгән тейеп әйтелә һәм Нага Панчами байрамында ул гигант йылан менән көрәшне хәтерләтеп тир сығара; кеше уны ала һәм проказаны дауалау өсөн ҡуллана.
Көньяҡ Һиндостан
үҙгәртергәКөньяҡ Һиндостанда йылан Субраманья менән тәңгәл килтерелә (был күк армияһы етәксеһе) һәм шулай уҡ Шива һәм Вишну менән. Карнатакада байрамға әзерләнү Бһимана Авасьяның яңа ай көнөндә Панчами фестиваль көнөнә ҡадәр биш көн элек башлана. Ҡыҙҙар балсыҡтан эшләнелгән һәм аҡ нөктәләр менән булған потларға доғалар тәҡдим итәләр. Алар куркума пастаһына буялған епне беләҙекләренә бәйләп һүҙ бирәләр һәм доғалар тәҡдим итәләр. Йорт алдында йылан һурәте яҫала һәм ҡойу булараҡ һөт тәҡдим ителә. Фестиваль алды төнөндә алар тулысынча ашаудан тыелалар йә тозсыз диета тоталар. Пуджадан һуң табын әзерләнә. Көньяҡ Һиндостанда һын итеп эшләнгән һәм тере йыландарға да табыналар. Һәрбер ауылда йылан Илаһы бар. Аңа бер йылан итеп, йә "Нава Нага" дип аталған туғыҙ йылан итеп табыналар, әмма йыландың популяр формаһы ул "Асклепий таяғы". Көньяҡ Һиндостанда һәр табыныусы йыландар йәшәгән һәр ҡырмысҡа ояһына табына. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡырмысҡа ояһын куркума һәм ал төҫ менән ҡатыштырылған шәкәр менән биҙәй. Махараштрала улар ҡырмысҡа ояһы тирәләй табыныу рәүешендә биш мәртәбә әйләнәләр һәм йылан Илаһларын маҡтап йырлар йырлай. Төрлө сәбәптәргә күрә балалай алмаған хатындар тарафыннан башка рәүештә уҡыу практикаһы булып пипл ағасы аҫтында йыландарҙың таш поттарын төҙөү һәм йылан Хоҙайынан бала бүләк итеү өсөн уҡыу тәҡдим итеү тора. Был йыландарҙың ирлекте сағылдырыуына һәм хатындарҙың балаға уҙмау дауалап емеш биреүенә күрә тип ышаныла. Нага шулай уҡ Бхатру Пханча булараҡ байрам ителә, бында ҡатын-кыҙҙар ир-ат туғандары менән йыландарға һәм уларҙың өндәренә табыналар һәм "нага"ларҙы Ҡәнәғәт итеү өсөн доғалар тәҡдим итәләр, шулай итеп уларҙың туғандары яҡланған булалар һәм йылан тешләүенән аҙапланмайҙар һәм үлмәйҙәр.Нага Панча шулай уҡ илдең ҡайһы бер өлөштәрендә Вишари Пуджа йәки Бишари Пуджа булараҡ байрам ителә һәм Биша йәки Биша-ҙың мәғәнәһе "ағыу".
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ quintdaily Nag Panchami 2017 Wishes With Images – QuintDaily (26 июль 2017).
- ↑ LLP, Adarsh Mobile Applications 2019 Nag Pancham Puja Date and Time for New Delhi, NCT, India (ингл.). Drikpanchang. Дата обращения: 20 август 2019.
- ↑ Dilipsinh, 2004, p. 38