Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы
Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы (рус. Мухаметов Исфар Фаткулисламович; 19 апрель 1940 йыл) — партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы | |
Тыуған көнө | 19 апрель 1940 (84 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Петровский, Ишембай районы |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы 1940 йылдың 19 апрель Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1966 йылда Өфө авиация институтын, 1980 йылда Сверловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлын урман хужалығы эшсеһе булып башлай, артабан ВЛКСМ-дың район комитеты инструкторы була. 1959—1962 йылдарҙа Совер Армиһы сафтарын саҡырыла. Институтты тамамлағас «Башнефтепроект» институтында инженер-конструктор, өлкән инженер булып эшләй. 1969 йылдан КПСС-тың Өфө ҡалаһы комитетында инструктор. 1974 йылда Өфө ҡалаһы Калинин районында икенсе секретарь. 1984—1992 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1992 йылдан «Восток» коммерция бануы вице-президенты.[1]
Өфө ҡалаһының Октябрь районы 41-се Транспорт һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәҠарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- Персоналии издания «Башкирский комсомол»