Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы
Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы (16 ғинуар 1976 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)
Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы | |
Гражданлыҡ |
СССР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 16 ғинуар 1976 (48 йәш) |
Тыуған урыны | Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Исламғолова) 1976 йылдың 16 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Байназар урта мәктәбендә уҡый. 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районы 42-се мәктәбендә башлай. 2010 йылдан алып 159-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2018 йылдан — Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡытыусы.
Гөлнәз Әнүәр ҡыҙы — 2010 йылдың 25 — 26 мартында үткән Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)[1]
- «Башҡортостан баш ҡалаһы Йыл уҡытыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2009» конкурсы лауреаты
- 2009 йылда «Педагог-тикшеренеүсе» профессиональ педагогия конкурсы еңеүсеһе
- 2013 йылда «Мастер-педагог» профессиональ педагогия конкурсында еңеүсе
- XIV төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йылы уҡытыусыһы — 2009» конкурсында Гран-при
- 2009 йылда «Туған телдәр уҡытыусыларының, шул иҫәптән урыҫ теленең Бөтә Рәсәй мастер-класы» конкурсында беренсе урын[2][3].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мухамедьянова Гульназ Анваровна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 362. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Ватандаш журналы Уҡытыусы бәхете 2023 йыл 1 июнь архивланған.