Мөхәммәт Али (рәссам)

Мөхәммәт Али — фарсы рәссамы, Исфаһанда 1630—1660 йылдарҙа ижад итә.

Мөхәммәт Али
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Сәфәүиҙәр дәүләте
Һөнәр төрө рәссам
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1660[2]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Резы Аббаси[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Мөхәммәт Али Викимилектә
Мөхәммәт Али. Ике ир-егет. 1630 йыл. Ғәббәс Риза Музейы, Тәһран.

Мөхәммәт Али Ғәббәс II шаһ (1666—1642) идара иткән осорҙа иң популяр оҫталарҙың береһе була.

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәлик Хөсәйен Исфаһан рәссам ғаиләһендә тыуған, атаһы 1648 йылғы «Шаһнамә» ҡулъяҙмаһына фронтисписы авторы булараҡ билдәле (Виндзор, Китапхана). Әммә әҫәрҙәренең стиленә ҡарағанда, Мөхәммәт Али атаһы юлынан китмәгән. Уның эштәре замандашы Ҡасим Мөхәммәт ижадына яҡын.

 
Мөхәммәт Али. Йәнлек тиреһенән бүректә егет портреты. XVII быуат аҙағы. Лувр, Париж.

башҡа бер замандашы Муин Мусаүирҙан айыомалы рәүештә Мәхәммәт Али бер ниндә ҙә яңылыҡтар уйлап сығармаған. Тикшеренеүселәр бер тауыштан уның ижадын Риза -йи-Ғәььәстең һуңғы осор логик тамамлауы. Рәссам бер ниә манускрипт иллюстрациялауҙа ҡатнаша, атап әйткәндә, Хафиздың «Диван» поэма йыйынтығын (1640 йыл, Стамбул, Топкаптар Һарайы), әлеге йыйынтыҡҡа ул Мөхәмәҙиә ысулы менән бик күп һүрәттәр эшләй. Шулай уҡ ул «Суз үә Гудаз» поэмаһына һигеҙ һүрәт эшләй. Был поэманы шағир Мөхәммәт Риза могол императоры Әҡбәрҙең улы, принц Даниял үтенесе буйынса башҡара (Балтимор, Уолтерс йыйылышы).

 
Мөхәммәт Али. Егет пейзаж фонында. 1650-60 йылдар. Британия музейы, Лондон.

Замандаштары араһында рәссамға иң ҙур популярлыҡты айырым биттәрҙәге һүрәттәр килтерә. Риза-йи-Ғәббәс һәм Мөхәммәт Ҡасим кеүек, ул да нәзәкәтле йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм дәрүиш шәйехтәр темаларына өҫтөнлөк бирә. Әлбиттә, был һүрәттәр башҡа рәссамдар һүрәттәренән айырмалы үҙенсәлектәргә эйә. Мәҫәлән, уның портреттарында егеттәрҙең бөҙрә сәс шәлкеме һәр саҡ ҡолаҡтың бер яғынан төшөп тора, ә икенсе яғынан битенең контурын ҡабатлап ҡабартылған була. Асыҡ күк йөҙө һәм тәбиғи үҫемлектәр урынына Мөхәммәт Али йыш ҡына персонаждарын урта һәм өҫкө регистрҙарында үҫемлектәр менән биҙәлгән аныҡ булмаған мөхиттә урынлаштыра.

 
Мөхәммәт Али. Маймыл айыу өҫтөндә. Деталь. XVII быуат уртаһы. Эрмитаж, Санкт-Петербург.

Луврҙа һаҡланған уның әҫәрҙәре араһында йәнлек тиреһенән кәпәс кейгән егет һүрәте бар — был Мөхәммәт Алиҙың иң тәүге әҫәрҙәренең береһе — Эрмитажда (Санкт-Петербург) һаҡланған Риза-йи-Ғәббәстең «Йәнлек тиреһенән бүректә ҡыҙ» һүрәтенең күсермәһе. Әйтергә кәрәк, әлеге «Йәнлек тиреһенән бүректә ҡыҙ» һүрәтен ҡайһы берҙә «Йәнлек тиреһенән кәпәстә егет» тип атайҙар. Рәсәй тикшеренеүсеһе З. Н. Ворожейкина әйтеүенсә, фарсы мәҙәниәтендә поэтик образдың енесе әһәмиәтле түгел: «Табыныу предметы — кумир — шиғриәтендә йыш ҡына шәхси үҙенсәлектәрен күрһәтмәй, быға грамматик яҡтан ҡылым категорияһы булмаған фарсы теле үҙе лә булышлыҡ итә».

Мөхәммәт Алиҙың иң ҡыҙыҡ һүрәттәренең береһе — «Маймыл айыу өҫтөндә» (Эрмитаж , Санкт Петербург). XVII быуаттағы фарсы рәсем сәнғәтендә әлеге тема бер нисә вариантта һүрәтләнә. Оҡшаш сюжетты Риза-йи-Ғәббәс тә ҡулланған, ә Муин Мусаүир, мәҫәлән, һөнгө менән ҡалпаҡ кейгән маймылды арыҫлан өҫтөндә төшөргән. Әммә әлеге образдың символикаһы әлегә тиклем билдәһеҙ булып ҡала.

  • А. Т. Адамова. Персидская живопись и рисунок XV—XIX веков в собрании Эрмитажа. Каталог выставки. СПб 1996.
  1. Union List of Artist Names (ингл.) — 2013.
  2. https://doi.org/10.1093/gao/9781884446054.article.T060153