Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы

(Мөнир Бикҡолов битенән йүнәлтелде)

Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы (25 март 1944 йыл23 июль 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1971—2004 йылдарҙа Өфө телефон аппаратураһы заводында һәм «БЭТО» йәмғиәтендә слесарь. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Мөнир Кәрәмәт улы Бикҡолов
Тыуған көнө

25 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Чкалов өлкәһеның (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылы,

Вафат булған көнө

23 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (72 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Ғәбдрәфиҡ ауылында Мөнир Бикҡолов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ

Мөнир Кәрәмәт улы Бикҡолов 1944 йылдың 25 мартында Чкалов өлкәһенең Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында тыуған[1].

1969 йылда Ырымбур мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай.

1962 йылда Ғәбдрәфиҡ ауылы клубы мөдире булып эшләй. 1963—1966 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1969—1971 йылдарҙа йәнә туған ауылында клуб мөдире була.

1971 йылдан С. М. Киров исемендәге Өфө телефон аппаратураһы заводында быраулаусы, һуңыраҡ механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй.

Мөнир Бикҡолов цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе инициаторҙарының береһе. Махсус техника аппаратураһы комплексын производствоға индереүҙә лә әүҙем ҡатнаша, уға ҡулайламалар әҙерләй һәм етештерә[1].

2004 йылда хаҡлы ялға сыға, Өфөлә йәшәй. 2016 йылдың 27 июлендә шунда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Эшендә юғары һөҙөмтәләр һәм әүҙем рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге өсөн 1‑се (1991), 2‑се (1986), 3‑сө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә