Мәңгелек ут (мемориаль комплекс, Салауат)
«Мәңгелек ут» мемориаль комплексы — Салауат ҡалаһы яугирҙәре, һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған Тыуған ил һаҡсылары хөрмәтенә комплекс.
Мәңгелек ут | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Мәңгелек ут Викимилектә |
Мемориаль комплекс Салауат Юлаев бульварында, балалар һәм үҫмерҙәр ижады Һарайы эргәһендә урынлашҡан. Комплекс 1981 йылда асыла. Комплекс составына инә:
- Мәңгелек ут һәйкәл менән (постаментта катер). Һәйкәлдә яҙыу «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил һаҡсылары моряктар иҫтәлегенә». Катерҙа яҙыу «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының үлемһеҙ батырлығы хөрмәтенә»
- Зенит-артиллерия установкаһы — 100-миллиметрлы пушка.
- Катюша ракета ҡоролмаһы
- 1941—1942 йылдар өлгөһөндәге танк Т-34/76, 1942 йылдың мартында Калуга өлкәһенең Барятинский районында һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
- БТР
- Советтар Союзы Геройҙарына — Бекетов В. С., Сухоруков А. Я., Әхтәмов Х. Б. һәм Рәсәй Геройы — В. Е. Трубановҡа мемориаль плита.
- Геройҙар фотоһы менән гранит стена
- «Сквер Ватанды һаҡлаусыларға арналған. 2000 йылдың 9 майы төҙөлгән» тигән яҙыулы гранит плита.
Тарихы
үҙгәртергә1981 йылда мемориаль комплексҡа катер һәм мәңгелек ут менән һәйкәл инә. Ҡарауылсы катер Керчтән тимер юл буйлап килтерелә. Комплексты асыу тантанаһында махсус саҡырылған ветерандар-Кесе Ерҙә һуғышта ҡатнашыусылар сығыш яһайҙар. Еңеүҙең 65-йыллығына мемориаль комплекс реконструкциялана һәм мемориаль таҡтаташ, гранит стена һәм хәрби техника менән тулыландырыла.
Беҙҙең көндәрҙә «Мәңгелек дан уты» мемориалы янында иҫтәлекле саралар ойошторола[1], ветерандарҙы тәбрикләйҙәр, Салауат ҡалаһының һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә веноктар һалалар.
Йыл һайын 14 февралдә (совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сыҡҡан көн), 9 майҙа (Еңеү көнөндә), 22 июндә (хәтер һәм ҡайғы көнө), аҙна һайын шәмбе көндәрендә ЗАГС-та теркәлгәндән һуң яңы өйләнешкән йәштәр мемориал һәйкәле янына сәскәләр һалалар.
Ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр
үҙгәртергәМемориаль комплексты реконструкциялау проекты генераль подрядсыһы — «Флора» Муниципаль предприятиеһы.
Т-34 танкын Салауат ҡалаһына бүләккә «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы алып бирә.
«Тыуған ил һаҡсылары — моряктарға» һәйкәл — катеры Керчь ҡалаһынан, Ҡара диңгеҙ флотында һәләк булған моряктар иҫтәлегенә, һуғышта ҡатнашҡан мичман Ғәлиев Михал Романович инициативаһы буйынса килтерелә. 1980 йылдың 29 июлендә Салауат Юлаев бульварында асыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ памятные мероприятия(недоступная ссылка)