Мәшһүр Йосоп исемендәге мәсет
Мәшһүр Йосоп исемендәге мәсет (ҡаҙ. Мәшһүр Жүсіп мешіті) — 1500 кеше һыйҙырылшы, Павлодар ҡалаһының үҙәгендә, 6 гектар майҙанлыҡ паркта урынлашҡан һәм Кутузов, Кривенко, Каирбаев урамдарынан инеү мөмкин булған мәсет.
Мәшһүр Йосоп исемендәге мәсет | |
Нигеҙләү датаһы | 2001 |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ-территориаль берәмек | Павлодар[d] |
Һыйым | 1500 |
Рәсми сайт | pvlmeshit.kz |
Мәшһүр Йосоп исемендәге мәсет Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәМәсет бинаһы 48×48 метр дәүмәлендәге һигеҙ сатлы йондоҙ формаһында төҙөлгән. Манараһының бейеклеге — 63, ярым ай менән бергә көмбәҙенең бейеклеге 54 метр. Мәсеттең көмбәҙе — күк төҫөндә, сағараҡ формаһында эшләнгән. Ирҙәр намаҙ уҡыған, 1200 кеше һыйҙырышлы залдың көмбәҙе бейеклеге 1200 — 33, диаметры 30 метр. Мәсеттең дөйөм майҙаны 7240 квадрат метр тәшкил итә. Төп бинаның ике ҡаты һәм манараһы кирбестән эшләнгән, көмбәҙе — металл конструкцияларҙан[1][2].
434 лампочканан торған һәм мәсет биҙәге булған «Зумрад» гәлсәр люстра Ташкентта эшләнә. Мәсеттең архитектураһы тыныслыҡ һәм изгелек өсөн асыҡ йөрәккә оҡшаған[1].
Мәсеттең беренсе ҡатында мәҙрәсә кластары, 300 урынлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғибәҙәт урыны, никах залы, 300 урынлыҡ ашхана һәм ярҙамсы бүлмәләр, тәһәрәтхана, гардероб урынлашҡан. Үҙгәреп торған бүлге ярҙамында никах залы ашхана менән ҙур залға берлештерелергә мөмкин. Икенсе ҡатта 1200 урынлыҡ балконлы ғибәҙәт залы, Ислам мәҙәниәте музейы, китапхана, видеозал, ярҙамсы бүлмәләр, холдар бар. Бинаның төп ишеге икенсе ҡатҡа алып бара[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сайт акимата Павлодарской области. Достопримечательности . Дата обращения: 20 октябрь 2009. Архивировано 19 март 2012 года. 2009 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Ертic. ЦЕНТРАЛЬНАЯ МЕЧЕТЬ ИМЕНИ МАШХУР-ЖУСУПА . Дата обращения: 20 октябрь 2009. 2015 йыл 24 ноябрь архивланған.