Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе 2009 йылдан ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы һәм Евразия Яҙыусылар берлеге тарафынан ойошторола. Унда төрки өс тиҫтәгә яҡын төрки телле илдән һәм шул иҫәптән Рәсәйҙең төрки телле республикаларынан ижадсылар ҡатнаша.

Башҡортостанда был ижад бәйгеһен Башҡортостан Яҙыусылар Союзы, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары берлектә ойоштора. Әҙер эштәр әйтелгән баҫмалар редакцияларына ебәрелә.

Ҡабул ителгән шарттар һәм талаптарға ярашлы, бәйгелә ҡатнашырға дәғәүә итеүсе хикәйәләр темаһы тулыһынса ирекле. Улар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Республика этабында еңеүселәр 1 ноябрҙә билдәле була, һәм уларҙың ижади эштәре артабанғы турҙа ҡатнашыу өсөн [[Төркиәгә ебәрелә. Халыҡ-ара турҙы йомғаҡлау ноябрь айында үткәрелә. Еңеүселәрҙе бүләкләү декабрь айында була һәм ойоштороусылар билдәләүенсә төрлө төрки телле илдәрҙә сиратлап үткәрелә.

Бәйге шарттары үҙгәртергә

  • Конкурска ебәрелгән хикәйәләр почта йәки курьер аша ҡабул ителә.
  • Айырым бәләкәй конвертҡа авторҙың исем-фамилияһы, бәйләнеш өсөн координаттары, уның фотоһүрәте һалып йәбештерелә. Был конверт хикәйәнең ҡағыҙға баҫылған тексы һәм электрон версияһы яҙылған диск менән бергә ҙурыраҡ конвертҡа һалына.
  • Хикәйә үҙе бары тик псевдоним менән имзаланырға тейеш.

Был һаналған шарттарҙың береһе генә үтәлмәһә лә, әҫәр бәйгелә ҡатнашырға ҡабул ителмәй. Шулай уҡ дискыға яҙылған текст эсендә лә авторҙың ысын исеме булһа, бәйге шарты боҙолған тип иҫәпләнә, һәм әҫәр конкурста ҡатнашыу хоҡуғын юғалта.

Бәйгегә тәҡдим ителгән әҫәрҙәргә талаптар үҙгәртергә

  1. Хикәйәнең бығаса бер конкурста ла ҡатнашмауы һәм матбуғатта баҫылмауы мотлаҡ.
  2. Хикәйә темаһы ирекле, ул башҡорт телендә яҙыла.
  3. Жюри ағзалары һәм уларҙың яҡын туғандары бәйгелә ҡатнаша алмай.
  4. Бер үк автор ике хикәйә тәҡдим итеүе мөмкин.
  5. Хикәйәнең күләме 1000 (мең) һүҙҙән 10 000 (ун мең) һүҙгә йәки 0,5 табаҡтан 1,5 табаҡҡа тиклем.
  6. Хикәйәләр, 12-се шрифт менән 1,5 интервалда компьютерҙа баҫылып, 6 данала ебәрелә.
  7. Электрон версия мотлаҡ дискыға яҙылырға тейеш.
  8. Ҡулъяҙмалар авторға кире ҡайтарылмай һәм рецензияланмай.
  9. Бәйгелә еңгән хикәйәләрҙең авторлыҡ хоҡуҡтары Евразия Яҙыусылар союзына күсә.

Бәйгенең Башҡортостанда үткәрелгән этабында еңеүселәр үҙгәртергә

2-се урын: «Сәләм» хикәйәһе өсөн.

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостандағы этабына йомғаҡ яһалды! Бәйгегә Башҡортостандан 33 автор әҫәрен тәҡдим итте. I урынға — «Фортуна» хикәйәһе менән Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева лайыҡ булды. II урынды жюри ағзалары бер тауыштан «Сәләм» хикәйәһен яҙған Миләүшә Ҡаһармановаға бирергә ҡарар итте. («Атайсал» гәзите хәбәрсеһе, Сибай ҡалаһы, шағир булараҡ танылған, һуңғы йылдарҙа проза өлкәһендә лә уңышлы эшләй). III урынды «Француз» хикәйәһе менән билдәле шағирә Тамара Ғәниева яуланы. Конкурстың региональ этабын үткәргән «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакциялары үҙҙәренең дәртләндереү приздарын да тапшырырға ҡарар итте. "Ағиҙел"дең бүләгенә «Аҡтәпәй» хикәйәһе менән Спартак Ильясов, "Башҡортостан ҡыҙы"ныҡына Әбйәлил районы Теләш ауылында йәшәгән Зөһрә Бәшәрова лайыҡ булды. Башҡортостанда еңеүселәргә: • I урынға — 1000 лира — яҡынса 18 мең; • II урынға — 750 лира; • III урын яулаусыға 500 лира күләмендә премия билдәләнгән. Беренсе урынға лайыҡ хикәйә, артабанғы турҙа ҡатнашыу өсөн, Төркиәгә ебәреләсәк. Халыҡ-ара турҙы йомғаҡлау — 2014 йылдың ноябрь айында. Еңеүселәрҙе бүләкләү Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында, 2014 йылдың декабрендә, уҙасаҡ.

Бәйгенең халыҡ-ара турында ҡатнашыусылар үҙгәртергә

  • I бәйге (2009 йыл)
  • II бәйге (2012 йыл, Төркиә)
  • III бәйге (2014 йыл, Әзербайжан, Баҡы)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә