Мәсәғүт (Татарстан)

Мәсғүт[3] (Мәсәғүт, Миңлеғол; татар. Мәсгут, рус. Масягутово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Мәсәғүт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Масягутовское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Масягутовское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 492 кеше (2002)[2]
Почта индексы 423321
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Кирәмәт йылғаһы (Мәллә йылғаһының һул ҡушылдығы) буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1748 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Мәсәғүт административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[5].

XX быуат башында ауылда улус идаралығы, 2 мәсет, мәҙрәсә, земтсво станцияһы теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].


1859 йылда ауылда 280 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
185918891910192019261938194919581970197919892002
38177310741283872815482593726594478492

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 564—565. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.