Мәсетле киҫелеше

геологик тәбиғәт һәйкәле

Мәсетле геологик киҫелеше (рус. Геологический разрез Мечетлино) — Башҡортостан Республикаһының дөйөм майҙаны 100 гектар булған геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]. Салауат районында урынлашҡан, Янғантау геопаркының уникаль объекттары һәм туристик маршруттары исемлегенә инә. 2007 йылда ойошторолған[2]

Мәсетле киҫелеше
Нигеҙләү датаһы 2007
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салауат районы һәм «Янғантау» геопаркы
Мираҫ статусы һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[d]
Майҙан 100 гектар

Әртә быуаты һуңында — Көнгөр быуаты башында бынан 283 миллион йыл самаһы элек йылы диңгеҙ төбөндә, һуңынан яр буйындағы һай урында тупланған алевролит, аргиллит, эзбиз ҡомонан торған геологик киҫелеш. Геологик төрҙәр динозаврҙар дәүеренә тиклем барлыҡҡа килгән һәм был умыртҡалы (конодонттар, балыҡтар) һәм умыртҡаһыҙ (фораминиферҙар, трилобиттар, аммоноидейҙар, брахиоподтар) хайуандар, шулай уҡ боронғо ҡырҡбыуындар (каламиттар) ҡалдығын табыу мөмкинлеген бирә. Ташҡа әйләнгән был табыштар ҡатламдың йәшен билдәләүгә йүнәлеш бирә.

Объекттың әһәмиәте

үҙгәртергә

Мәсетле киҫелеше халыҡ-ара фәнни, шулай уҡ фәнни-мәғрифәт, белем биреү һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә. 30 метрлыҡ ҡатҡан ҡатламдан ғиәбәрәт булған киҫелештә бер урында йөҙҙәрсә миллион йылдың тарихы менән танышырға була[3]
Диңгеҙ һәм континенталь фоссилийҙарҙың табылыуы арҡаһында объектты Ерҙең 10 миллион йылдан ашыу геологик тарихы һәйкәле тип иҫәпләйҙәр. Киҫелеште тикшереүҙә Ҡазан федераль университеты студенттары, Башҡортостан һәм Татарстандың «Йәш геологтары» әүҙем ҡатнаша.[3] Ғалимдар киҫелешкә ярустың аҫҡы сиген билдәләүсе символик «алтын ҡаҙау» ҡуйырға хыяллана. Сиктең глобаль страттотибы статусына эйә юулыу артабан ғалимдарҙы ғына түгел, палеонтология менән ҡыҙыҡһынған туристарҙы ла йәлеп итәсәк. Ошондай эре «алтын ҡаҙау»ҙың береһен Палеозой һәм Мезозой дәүере сиге үткән Ҡытай ғына алған.[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятники природы Башкортостана/ 91291 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Геологический разрез Мечетлино. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  3. 3,0 3,1 Мечетлино: миллионы лет в разрез. Геопарк «Янган-Тау».
  4. Первый башкирский геопарк. «Ватандаш» (18 апрель 2018).

Һылтанмалар

үҙгәртергә