Мәрмәр мәмерйәһе
Мәрмәр мәмерйә (укр. Мармурова печера, ҡырымтат. Mermer qobası, Мермер къобасы) —Кырымда, Чатыр-Даг тауының итәгендә (түбәнге плато) урынлашҡан мәмерйә, халыҡ араһында ныҡ танылыу алған туризм урыны .
Мәрмәр мәмерйә | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Ҡырым |
Оҙонлоғо | 2 км м |
Мәрмәр мәмерйәһе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1987 йылда Симферополь спелеосекцияһы Бин-Баш-Коба (Мең башлы) һәм Суук-Коба (Һыуыҡ) мәмерйәләренән алыҫ түгел ерҙә, яңы дәү тау ҡыуышлыҡтары таба[2]
Был мәмерйәләр үҙенсәлекле һәм иҫ китмәле матур ҡатмарлы залдар һәм галериялар селтәренән тора. Яңы мәмерйәгә Мәрмәр атамаһы бирәләр (башта «Афганка» тип йөрөтәләр). Уға инеү урыны диңгеҙ кимәленән 920 метр бейеклектә.
1988 йылда спелеотуризм үҙәге Оникс-Тур ныҡлап тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, экскурсия маршруты һала. Бетон юлдар һалына, тотоноп менеү һәм яҡтыртыҡ ҡоролмалары ҡуйыла.
Мәрмәр мәмерйәһе 1989 йылдан алып халыҡ өсөн асыҡ. Шунан алып унда йөҙ меңдән ашыу кеше булған инде.
Экскурсия маршруты
үҙгәртергәКилеүселәрҙе иҫ китмәле фиғылдағы һарҡындыларҙан яһалған фигуралары, һирәк осрай торған кристалдары булған ҙур-ҙур залдар ҡаршы ала. Ҡулайлаштырылған экскурсион маршрут оҙонлоғо сама менән 1, 5 км. Тикшереү үткән залдарҙың дөйөм оҙонлоғо — 2 км тирәһе, ә тәрәнлеге— 60 м.
Маршрут Әкиәттәр галереяһы менән башланып китә. Ул сталактит, сталагмит һәм һарҡындыларҙан яһалған һүрәтләмәләргә бай (драпировка). Экскурсион юл әкиәт батырҙарына оҡшаған сталагмиттар араһынан үтә.
Юлбарыҫ юлы галерея һында көмбәҙе аҫҡа төшә һәм йөҙләгән төрлө сталактиттар менән яҡындан ҡарап ләззәтләнергә мөмкин. Галерея исеме бик дәү йыртҡыстың бында табылған ҡалдыҡтарынан алынған. Тәүҙә ҡылыс тешле юлбарыҫ һөлдәһе тип фараз итһәләр ҙә, ғалимдарҙың ныҡлап тикшеренеү эштәренән һуң мәмерйә арыҫланы тигән фекергә килгәндәр.
Ләкин галереяның тәүге исеме каталогтарға индерелеп, шул көйө үҙгәрешһеҙ ҡалдырылған. Ғәжәйеп һарҡынды бағаналар (натечные колонны) һәм шаршауҙар галереяны айырым залдарға бүлә.
Бында һоҡландырғыс һыу тулы биҙәкле ванналар, таш шарлауыҡтар , үҙенсәлекле геликтит(кальцит һәм и арагониттан торған төрлө фиғылдағы тармаҡланған таш «таяҡсалар») "сәскәләр " менән тамаша ҡылырға мөмкин .
Үҙгәртеп ҡороуҙар залы (Өйөмдәр залы) —Европаның иң ҙур йыһазландырылған залдарының береһе. Ҡырым мәмерйәләрендә иң ҙур зал. Оҙонлоғо 100 м артығыраҡ, бейеклеге 28 м.
Ғәйәт ҙур диуарҙары корралит "сәскәләр " менән биҙәлгән. Зал төбөндәге гигант таш өйөмдәре, нәзәкәтле һарҡынды бағаналар (колонналар), сталактит һәм сталагмиттарҙың төрлөлөгө күҙаллап бөткөһөҙ ғәжәп.
Маршрут быуа һыртында тамамланып ҡуя. Йөҙләгән хур ҡыҙҙары кеүек нескә ваннасыҡтар бөтә быуаны ҡаплап торалар. Өҫтән ҡабатланмаҫ гүзәл «Король» һәм «Королева» һыны менән Һарай залы күренә.
Мәмерйәнең түбәнге галереяһы — тәбиғи минералдар музейы. Бында экзотик спелеотурҙар үткәрелә.
Элек бының өсөн фонарь һәм махсус кейем бирелгән. Хәҙер бында йыһазландырылған юлдар (бөтә галереялар ҙа шулай) төҙөлгәс, ундай мохтажлыҡ юҡ инде.
Тур сама менән 2-2,5 сәғәт тирәһе бара. Түбәнге галереяға спелеотур Үҙгәртеп ҡороуҙар залынан башлана.
Таш киҫәктәре араһынан һуҡмаҡ тар ғына тишектәргә сума, таш киртләстәр аша төшөп Алһыу залға алып инә.
Бында бөтәһе лә таң ҡалдырғыс: һарҡынды шаршау менән ҡапланған текә таш диуарҙар, кальцит һарҡындыһы менән биҙәлгән эзбизташ киҫәктәре, таш аҫтарында хайуандарҙың серле һөлдәләре. Ҡыуыш ҡөмбәҙендәге таш розалар уникаль һырлы һүрәтләмә.
Өмөт залы нда алтынланған һарҡындылар теҙелмәһе (каскад) диуарҙар буйлап таш миһрап (алтарь) яһай.
Балкон залы — түбәнге галереяла иң ҙур һәм иң хисләндергән зал. Ун ике метрлыҡ һикәлтә уны бай итеп биҙәлгән ике этажға бүлә.
Люстралы залға таш Гномдар янынан үтеп, сталактит "урман аша " (йөҙләгән нескә, үтә күренмәле кальцит торбасыҡтар) барып инәһең .
Түбәһенән ҡиммәтле «люстрылар» һалынып тора. Тоташлай, корралит «сәскәләр менән» ҡапланған. Ҡайһылары иҙәнгә етә яҙып тора.
Бында спелеотур тамамлана . Ә мәмерйәне тағын да дүрт зал дауам итә: Өйөм, Юлаҡлы , Шоколадка, Геликтит.
Мәрмәр мәмерйәнең уникальлеге уға донъя киләлендә дан алып килде. Спелеологтар фекеренсә, ул планетаның иң -иң биш мәмерйәһенең береһе.
Европала иң кеше күп килгән мәмерйә . 1992 йылдан алып йыһазландырылған мәмерйәләрҙең Халыҡ-ара ассоциацияһына алынған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Местоположение Мраморной пещеры на картах Google
- Пещера «Мраморная» (Крым) 2018 йыл 12 июль архивланған. Входит в пятёрку красивейших оборудованных пещер мира.
- Мраморная пещера, отчет о посещении с фотографиями 2016 йыл 4 март архивланған.
- Мраморная пещера на интерактивной подробной карте Крыма. Фото
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Был географик объект , күп өлөшө низағлы территорияны контролләүсе Рәсәй менән Украина араһында территориаль фекер ҡапма-ҡаршылығы объекты булған, Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө буйынса, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында РФ субъекты булған Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәте булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан. Украинаның административ бүленеше буйынса, бәхәсле территорияла Украинаның регионы - Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм махсус статусы булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
- ↑ благодаря космической программе Буран http://kik-sssr.narod.ru/24_Rodnikovoe.htm 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.