Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы

(Мәрйәм Солтанова битенән йүнәлтелде)

Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы (?[1] — март 1928) — йәмәғәт эшмәкәре, меценат.

Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы
Тыуған көнө

1859

Вафат булған көнө

март 1928

Ил

 Рәсәй империяһы
 СССР

Мәрйәм Солтанова уҡыусы ҡыҙҙар менән

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Мәрйәм Солтанова йәшәгән йорт, Өфө, Туҡай урамы,33

Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай. Мәрйәм 1886 йылда Арыҫланғәли Мөхәммәтйәр улы Солтановҡа кейәүгә сыға (1862-1908). Арыҫланғәли Ырымбур мосолман дин башлыҡтары йыйылышы мөфтиәтенең улы була.

Ире вафат булғандан һуң, 1908 йылда, Мәрйәм Солтанова үҙенең атаһы туй бүләге итеп биргән Спасская урамындағы 1-се һанлы йортта (хәҙер — Новомостовая урамы) етем ҡыҙҙар өсөн приют аса. XIX быуат аҙағында Мәрйәм Солтанова Өфөләге үҙенә яҙылған йортта мосолман Ҡатын – ҡыҙҙар йәмғиәте, өлкән йәштәге ирҙәр һәм мосолман диненән булған малайҙар өсөн Воскресенская урамындағы 54-се һанлы йортта етемдәр йорто (приют) аса. 1908 йылдың ғинуарында һайланғандан һуң 1914 йылға тиклем Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы Өфө мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең рәйесе була[2]

1913 йылда Өфөлә Спасская урамындағы үҙ өйҙәрендә (Өфөнең хәҙерге Аксаков баҡсаһына ҡаршы) мосолман ғаиләһенән булған ҡыҙҙар өсөн татар мәктәбе асалар, уҡыу бушлай була, бында татар һәм башҡорт ғаиләләренән ҡыҙҙар уҡыған. Унда тәрбиәләнеүселәрҙе донъяуи һәм дини дисциплиналарға өйрәткәндәр. Мәктәп 1917 йылға тиклем эшләй.

1913 йылда Мәрйәм Солтанова атаһынан мираҫҡа ҡалған йортто етем ҡыҙҙар өсөн приютҡа тапшыра.

Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы шулай уҡ Өфө һәм Өфө губернаһының уҡыу йорттарына ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтә. 1926 йылға тиклем Өфөләге етемдәр өсөн приютты тотошлай финанслай.

1926 йылда ир туғандары менән хаж сәфәре ҡыла, уны һөйөклө атаһы Тимербулат Аҡсурин рухына бағышлай.

1928 йылдың мартында ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.

  • Өфөләге Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы йәшәгән йорт (Туҡай урамы, 33) — архитектура ҡомартҡыһы исемлегенә ингән. Йортта Мәрйәм Солтанованың инициалдары менән «МС» вензеле һаҡланған[3].
  • Хәҙерге көндә Мәрйәм Солтанованың исеме Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты мәҙрәсәһенә бирелгән. Адресы: Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамы, 3 йорт.
 
Тимербулат Ҡорамша улы Аҡсурин
Атаһы Тимербулат Ҡорамша улы Аҡсурин, Сембер губернаһы эшҡыуары, фабрикант,кенәз Аҡсуриндар нәҫеленән ти иҫәпләнә, әсәһе - Зөһрә Аҡсурина.
Ире — Солтанов Арыҫланғәли (1886 йылдан никахта). Сығышы менән башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән. Ҡала думаһы гласныйы, Ырымбур мосолман дини йыйылышы М. М. Солтановтың улы.
Балалары булмай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Махмутова А.Х. Женщины рода Акчуриных // Симбирский научный вестник. – 2016. - №1 (23) – С. 152 – 156.