Мәзит — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Мәзит исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм артыу, күбәйеү, ишләнеү тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Мәзитов Фаниль Фаритович 19 ғинуарында 1964 йылда Башҡортостан республикаһы Күгәрсен районында Сәйетҡол ауылында тыуған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары.

Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (14 сентябрь 1912 йыл — 30 ғинуар 1993 йыл) — совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944).

Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (8 март 1943 йыл) — «Салаватстрой» тресы төҙөүсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Ғәлимов Дамир Мәзит улы (24.4.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә ауылы), режиссёр. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970).

Кинйә Мәзит ысын исеме Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.

Топонимдар

үҙгәртергә

Мәзит (рус. Мазитово) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ