Мэрцишор (молд. Mărţişor, Мэрцишор, Mărţiguş, рум. Mărţişor, арум. J ' ai arţu[1] от молд. martie, марти «март») — Молдавияла һәм Румынияла 1 мартта Яҙҙы ҡаршылау менән бәйле үткәрелә торған миҙгел байрамы. Был көндө кешеләр бер-береһенә аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәге ептән эшләнгән суҡтар бүләк итә. Улар сәскә бөрөһөн хәтерләтә. Ошо бүләк һәм байрамдың исеме мэрцишор тип атала.

Мэрцишор

Болгарияла ла ошоға оҡшаш байрам бар, әммә ул Март-апай тип атала. Унда ла Мартенец тигән бүләк бирешеү йолаһы таралған.

Байрамдың барлыҡҡа килеүе тураһында риүәйәттәр

үҙгәртергә

Бер риүәйәт нигеҙендә марттың беренсе көнөндә Яҙһылыу урман ситендә ҡар ирегән ерҙә сәнскеле ҡыуаҡ төбөндә ҡалып сыҡҡан умырзая сәсәкәһен күреп ҡала. Ҡыҙҙың сәскәгә ярҙам итеү ниәтенән, шул урынды ҡарҙан һәм сәнескеле ботаҡтарҙан таҙартырға керешеүен күргәс, Ҡыш асыуынан ярһып ел-дауылды эшкә ҡушҡан. Умырзая, бахыр, һыуыҡтан көйөп, һулып төшкән. Ләкин Яҙһылыу ҙа бирешмәгән, сәнескеләргә ҡаҙала-ҡаҙала, ҡулдары менән сәскәне ҡаплаған. Уның бармаҡтарынан тамған йылы ҡан сәскәне терелткән. Шулай итеп Яҙһылыу Ҡышты еңгән. Шулай итеп, мерцишор сәскәһенең төҫтәре аҡ ҡарға тамған ҡан тамсыһын хәтерләтә икән.

Икенсе риүәйәт буйынса, Ҡояш сибәр бер ҡыҙ рәүешендә ергә төшкән имеш. Әммә яуыз Юха Йылан уны тотоп алып, үҙенең һарайына бикләгән. Был ваҡиғанан һуң ҡош-ҡорт һайрауҙан, бала-саға күңел асып уйнауҙан туҡтаған, һәм бөтә донъя хәсрәткә сумған. Ләкин бер йәш егет кешелек һәм тәбиғәт хаҡына Ҡояшты ҡотҡарырға булған. Йыландың һарайын йыл буйы эҙләп тапҡас, уны алышҡа саҡырған. Бик оҙаҡ айҡашҡандар, ти улар. Шулай ҙа, Юханы еңеп, Ҡояшты зиндандан сығарған егет. Уныһы күккә күтәрелеп, донъяны нурға күмгән. Барыһын да шатлыҡҡа сорнап, яҙ килгән, тәбиғәт оҙон йоҡонан уянған. Әммә батыр егет кенә яҙҙы күрә алмаған, сөнки Юха Йылан менән алышта алған яраһынан аҡҡан ҡанын туҡтатыр сара булмаған. Уның йылы ҡанынан ирегән ҡар һыуынан һут алып, ер өҫтөнө яҙҙың тәүге хәбәрселәре — аҡ умырзаялар ҡалҡып сыҡҡан. Шул саҡтарҙан алып, донъяны ҡараңғылыҡтан һәм ҡайғы-һағыштан ҡотҡарыусы батыр яугир иҫтәлегенә арнап, ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге сәскәләр үрәләр икән. Ҡыҙыл төҫ ерҙәге йәшәйештең мәңгелеген тәьмин иткән батыр егеттең түгелгән ҡаны өсөн булһа, яҙҙың тәүге умырзаяларының аҡ төҫө — иҫәнлек-һаулыҡ һәм паклыҡ төҫө һанала.

Тарихи мәғлүмәт

үҙгәртергә

Мэрцишорҙың тарихи тамырҙары кешелек өсөн асылмаған сер булып ҡалған. Әммә был миҙгел байрамы Рим империяһында Яңы йыл башы 1 мартта билдәләнгән замандарҙан уҡ ҡалған тип иҫәпләнә. Март айының атамаһы һуғыш аллаһы Марстың исеме менән аталһа ла, бер үк ваҡытта ерҙең уңдырышлылығына, тәбиғәттең һәр ваҡыт яңынан терелеү, тыуыу һәләтенә лә бәйле. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, Мэрцишорҙың аҡ төҫө тыныс тормош һәм йәшәйешкә, ә ҡыҙылы һуғыш, ҡырылышҡа ишара.

Румыниялағы археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә, мерцишорҙың 8 мең йыл элек ҡыҙылға һәм аҡҡа буялған бәләкәй генә таштарҙан муйынға тағыр өсөн амулет рәүешендә эшләнгәндәре табылған. Мэрцишорҙы иң башлап Иордаке Голеску иғтибарға алған. Фольклорсы Симон Флоря Мариан яҙыуынса, Молдова һәм Буковинала балаларҙың муйынына алтын менән көмөш тәңкәләрҙе ҡыҙыл һәм аҡ епкә элеп эшләнгән мэрцишор таҡҡандар. Йәш ҡыҙҙар ҙа мерцишорҙы яҙҙың тәүге 12 көнөндә муйынға таҡҡандар. Артабан уны ҡауҙылар осоп килгәнсе, йәки емеш ағастарының сәскә атыу осоронаса сәстәренә ҡуша үреп йөрөткәндәр. Шунан һуң ғына уның ҡыҙыл һәм аҡ бауын шул ағастарҙың ботағына бәйләгәндәр, ә тәңкәһенә һарыҡ һөтөнән әҙерләнгән брынза ([каш]) һатып алғандар.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ҡулланылған әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Голант Н. Г. Мартовский обрядовый комплекс румын и болгар в этнокультурной традиции карпато-балканского региона // Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук. Санкт-Петербургский государственный университет. — СПб., 2007.
  • Голант Н. Г. Мартовская старуха и мартовская нить. Легенды и обряды начала марта у румын. СПб.: МАЭ РАН, 2013.