Мышыты
Мышыты - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.
Мышыты | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Этимологияһы
үҙгәртергәАтама башҡорт телендәге мышы һүҙенән барлыҡҡа килгән тип һанай Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "от распространенных в прошлом у башкир тюркских мужских имен Мышай и Мышты, связанных с культом животных", тип яҙа[2][3]. Йәғни, гидроним "мышы" һүҙенә Арғаяш һөйләшендәгесә һүҙ яһаусы аффикс "- ты" ҡушылып барлыҡҡа килгән. Әҙәби башҡорт телендә - "Мышылы"
Географияһы
үҙгәртергәСиләбегә тиклем алыҫлығы - 62 км, Екатеринбургҡа - 190 км-200 км диапазонында, Арғаяшҡа - 4 км.
Географик координаттары: киңлеге - 55°27′4.81″N (55.451335), оҙонлоғо - 60°49′59.75″E (60.833264).
Ярындағы тораҡ пункттар: Ҡорман, Оло Ултыраҡ ҡасабалары һәм Аргаяш [4].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2,75*1,7км
- Һыу менән туйындырыу сығанаҡтары: Зюзелка (Үҙәнйылға) һәм яуым-төшөм.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 255 м
- Майҙаны: 3,4км2
Күл тигеҙлектәр өсөн хас сифаттарға эйә. Сөңкәһе түңәрәк. Төбө ләмле [4]
Мышыты - һай күл: һыу ятҡылығының уртаһында тәрәнлеге бары тик 1,35 метр. Һыуынан тоҙ тәме итә. Яр һыҙаты тигеҙ[5].
Яр буйынан уҡ тәрәнәйә башлай һәм күл уртаһына тиклем бер сама тәрәнлектә ҡала (макс. 1,35 м).
Һыуы аҡмай, минераллылығы - 1148 мг/л, гидрокарбонатлы-натрийлы типҡа ҡарай [6].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәТөньяҡтан һәм көнбайыштан япраҡлы урмандар уратҡан. Көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарын ҡамыш ҡаплаған [5].
Күлдә табан балыҡ һәм сабаҡ тереклек итә. Шулай уҡ карп, ротан, гольян үрсей.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ 4,0 4,1 Мышты
- ↑ 5,0 5,1 Озеро Мышты 2019 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ Озеро Мышты 2019 йыл 17 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Озеро Мышты 2019 йыл 17 июнь архивланған.