Цесарка-тауыҡтар

(Мысыр тауығы битенән йүнәлтелде)
Цесаркалар
Цесарка (Acryllium vulturinum)
Цесарка (Acryllium vulturinum)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тауыҡ һымаҡтар
Ғаилә: Цесаркалар
Латинса исеме
Numididae
(de Sélys Longchamps, 1842)

Цеса́ркалар, Мысыр тауығы (лат. Numididae) — тауыҡ һымаҡтар отрядынан ҡоштар ғаиләһе, Африкала һәм Мадагаскар утрауында йәшәҙәр; ватаны Африка һәм Мадагаскар утрауы булған, башҡа илдәрҙә йортта аҫрала торған эре һәм файҙалы ҡоштар[1].

Ҙурлығы 40—70 см. Аҫҡа ҡарап торған ҡыҫҡа ҡойроҡло. Кәүҙәһе, баш һәм муйын өлөшөннән башҡа, ҡуйы ҡаурый менән ҡапланған. Бөтә төрҙәрҙең дә ҡаурайҙары, аҡ таптар менән сыбарланған, ҡара төҫтә. Ҡуйы ҡыуаҡлы таулы урындарҙа бәләкәй көтөү менән йәшәйҙәр. Шәп йүгерәләр, насар осалар. Бөжәктәр менән туҡланалар, шулай уҡ еләк, орлоҡ, үҫемлек бөрөләре менән туҡланалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)