Мырҙасүл
Мырҙасүл (ҡаҙ. Мырзашөл, үзб. Mirzacho‘l, Мирзачўл, рус. Мирзачуль;}} рус. Мирзачуль, Голо́дная степь) — Урта Азиялағы балсыҡлы-татырлы сүл (Үзбәкстан, Көньяҡ Ҡаҙағстан, Тажикстандың Зафарабад районы). Һырдаръя йылғаһының һул ярында, Фирғәнә үҙәненән сыҡҡан ерендә урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 10 мең км².
Мырҙасүл | |
Дәүләт | Үзбәкстан |
---|---|
Атамаһы
үҙгәртергәУрыҫса Ас дала тип Төркөстандың урыны менән күсмә тормош өсөн яраҡлы һыуһыҙ киңлектәре атала[1].
Климаты
үҙгәртергәТигеҙлектең климаты ҡырҡа континенталь. Июлдә уртаса температура +27,9 °C, ғинуарҙа −2,1 °C. Көнсығыш өлөшөндә яуым- төшөм яҡынса 240 мм (иң күп ямғырҙар — яҙғыһын).
Гидрографияһы һәм тупрағы
үҙгәртергәТөркөстан һәм башҡа һырттарҙан ағып сыҡҡан йылғалар (Санзар, Зааминсу) тауҙан сыҡҡан урында һуғарыуға ебәрелә. Ере — башлыса тоҙло, татырлауыҡлы участкалары булған асыҡ һоро тупраҡ.
Флораһы
үҙгәртергәЭфемер һәм тоҙло сүллек ландшафтары таралған. Яҙ көнө һөрөлмәгән участкаларҙа төрлө үләндәр ҡалҡып сыға (күрән, бажат һ. б.), улар май башына тиклем көйөп бөтә, Дөйә тубылғыһы, әрем, саҡсауыл кеүек үҫемлектәр генә ҡала.
Даланы үҙләштереү һәм ауыл хужалығы әһәмиәте
үҙгәртергәДаланы үҙләштереү XIX быуат аҙағына ҡарай, был ваҡытта дала тулыһынса Рәсәй империяһы составына инә. Беренсе донъя һуғышы алдынан Мырҙасүлдә һуғарыу каналдары төҙөлә башлай.
Шуға ҡарамаҫтан, Мырҙасүл ерҙәрен хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү тарихтың совет осоро менән бәйле. Халыҡ комиссарҙары советының 1918 йылдың 17 майында ҡабул ителгән «Төркөстанда һуғарыу эштәрен ойоштороу тураһында» декреты менән Мәрҙасүлдә 500 мең дисәтинә ер һуғарыу ҡарала. Аслыҡ далаһын һуғарыу буйынса күп һанлы проекттар була. В 1956 йылда мамыҡсылыҡты үҫтереү маҡсатында Ҡаҙаҡ ССР-нан Мырҙасүлдең бер өлөшө Үзбәк ССР-ына бирелә[2] С. М. Киров исемендәге Төньяҡ каналды реконструкциялап, Үҙәк, Көньяҡ Мырҙасүл каналдарын һәм башҡа каналдарҙы (айырыуса 1950-60-сы йылдарҙа) ҡорғас, Ас дала киңлектәре һыуға туйынған. Был уңдырышһыҙ сүллектәрҙе Үзбәк ССР-ы мамыҡсылығының ҙур районына (майҙаны яҡынса 800 мең гектар) әйләндерергә мөмкинлек бирә. СССР йылдарында Ас далала яңы совхоздар, ҡалалар (Гөлөстан, Яңыер) һәм ҡасабалар барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Массальский В. И. Голодная степь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 13 февраля 1956 г. «О частичном изменении границы между Казахской ССР и Узбекской ССР» . Дата обращения: 20 июнь 2022. Архивировано 11 февраль 2022 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Голодная степь китапта: Гвоздецкий Н.А., Михайлов Н.И. Физическая география СССР. Азиатская часть: Учебник для студентов геогр. фак. ун-тов. — 3‑е изд., испр. и доп. — М.: Мысль, 1978. — 512 с.