Мускул системаһы
Мускул системаһы (мускулатура) — кешенең һәм умыртҡалы хайуандарҙың ағзалар системаһының бер өлөшө. Һөлдә мускулдары ҡыҫҡарып, һөйәктәрҙе хәрәкәткә килтерә. Тәндең айырым өлөштәре торошон үҙгәртә, организмдың күсеп йөрөүен тәьмин итә.Дөйөм алғанда, хәрәкәттең бөтә сағылышын тормошҡа ашыра.
Бер күҙәнәклеләрҙең һәм болоттарҙың (русс. губки ) мускул системаһы юҡ. Әммә был хайуандар ҙа хәрәкәт итеү һәләтенән мәхрүм түгел.
Мускул системаһы ҡыҫҡарыуға һәләтле мускул күҙәнәктәренән, йәғни мускул сүстәренән тора.Сүстәр эсенән аҡһым епсәләре үтә, шулар арҡаһында мускулдар ҡыҫҡарырға — тартылырға һәләтле.
Мускул сүстәре шәлкемдәргә йыйылып, махсус ағзалар — мускулдар барлыҡҡа килтерә. Йәки үҙаллы эске органдары составына инә.
Мускулдар массаһы башҡа ағзаларҙыҡына ҡарағанда күпкә күберәк. Умыртҡалы хайуандарҙа дөйөм массанан 50% -ын тәшкил итергә мөмкин. Өлкән кеше тәненең 40 %-ы тирәһен алып тора.
Мускул туҡымаһы эшмәкәрлеге нигеҙендә химик энергияны механик энергияға һәм йылылыҡҡа әйләндереү процесы ята.
Умыртҡаларҙың мускулатураһы 2 төп төркөмгә бүленә: :
- Соматик мускулатура —үҙ эсенә эске ағзаларҙы алған тән ҡыуышлыҡтарының стеналарын төҙөй («сома») , шулай уҡ аяҡ-ҡулдарҙың төп массаһын барлыҡҡа килтерә:
- Һөлдә мускулдары (арҡыры һыҙатлы йәки иреккә буйһоноусы мускулдар). Улар һөйәктәргә беркетелә. 1 - 10 см оҙонлоғондағы, цилиндр формаһындағы оҙон сүстәрҙән тора
- Уларҙың арҡыры һыҙаттары үҙ-ара алмашып килгән һәм үтеп барған яҡтылыҡҡа икеләтә һынылышлы— ҡарараҡ анизотроп һәм бер тапҡыр һынылышлы — яҡтыраҡ изотроп дисктарҙан тороуына бәйле.
- Һәр мускул сүсе дифференциацияланмаған цитоплазманан, йәки саркоплазманан тора, уның периферияһында күп һанлы ядролар урынлашҡан, уларҙа күп һанлы дифференциацияланған арҡыры һыҙатлы миофибриллалар бар.
- Мускул сүсе периферияһы үтә күренмәле тышлыҡ, йәки коллаген тәбиғәтле фибриллалар булған сарколемма менән уратып алынған. Мускул сүстәренең бәләкәй төркөмдәре тоташтырыусы туҡыма тышсаһы —эндомизий (ddomysium) менән уратып алынған; ҙурыраҡ комплекстар йомшаҡ тоташтырыусы туҡымаға— эске перемизийға (perimysium internum) эсенә төрөлгән мускул сүстәрҙән тора. Мускулдың бөтә тоташтырыусы туҡыма структуралары, сарколемманан алып тышҡы перимизияға тиклем, бер-береһенең дауамы булып тора һәм бер-береһе менән өҙлөкһөҙ бәйләнгән. Тулайым бөтә мускул тоташтырыусы туҡыманан торған футляр —фасция (fascia) көпләп тора. Һәр мускулға бер йәки бер нисә нервы һәм ҡан менән тәьмин итеүсе ҡан тамырҙары тура килә.Улар икеһе лә нервы-ҡан тамырҙары ҡыры (area nervovasculosa) тип аталған өлкәлә мускул ҡатламына үтеп инә. Мускулдар ярҙамында тән тигеҙлеге һаҡлана, арауыҡта күсеп йөрөйҙәр, һулыш алыу һәм йотоу хәрәкәттәре башҡарыла.
- Был мускулдар үҙәк нервы системаһынан нервылар аша килгән импульстар тәьҫирендә ихтыяр көсө менән ҡыҫҡара. Уларға көслө һәм тиҙ ҡыҫҡартыуҙар, шулай уҡ арыуҙың тиҙ үҫеше хас
- Висцераль мускулатура (Эске ағзалар составына инәләр, функциональ яҡтан улар тәндең пространствола күсеп йөрөүендә ҡатнашмай):
- Шыма мускулатура (кеше иркенә бәйләнмәгән). Улар эске ағзаларҙың һәм ҡан тамырҙарының стенаһынтөҙөй. Уларға хас билдәләр: оҙонлоғо 0,02- 0,2 мм, формаһы орсоҡа оҡшаш, уртала овал формаһындағы ядро урынлашҡан,арҡыры һыҙаттары юҡ. Был мускулдар эсе ҡыуыш ағзаларҙағы матдәләрҙе, мәҫәлән, эсәктә аҙыҡтың күсүен, тамырҙарҙа ҡан баҫымын көйләүҙә, күҙ ҡараһының тарайыуында һәм киңәйеүендә һәм шулай уҡ, организм эсендә башҡарылған барлыҡ ирекһеҙ хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Шыма мускулдар вегетатив нервы системаһы тәьҫирендә ҡыҫҡара. Уларға арымай-талмай ғына әкрен ритмик ҡыҫҡартыуҙар хас
- Йөрәк мускулатураһы. Йөрәккә генә хас мускулатура. Был мускул ғүмер буйына арымай-талмай ҡыҫҡара, ҡандың ҡан тамырҙары буйлап хәрәкәтен һәм туҡымаларға мөһим матдәләр килеүен тәьмин итә. Йөрәк мускулы үҙенән-үҙе ҡыҫҡара, ә вегетатив нервы системаһы уның эшен көйләй генә.
Кеше тәнендә 400-гә яҡын арҡыры һыҙатлы мускул бар, уларҙың ҡыҫҡарыуына үҙәк нервы системаһы идара итә.
Мускул системаһының функциялары
үҙгәртергә- Хәрәкәт
- Һаҡлау (мәҫәлән, ҡорһаҡ ҡыуышлығын ҡорһаҡ пресы менән һаҡлау)
- Формалау (мускулдарҙың үҫеше ниндәйҙер кимәлдә тән формаһын һәм башҡа системаларҙың функцияһын билдәләй, мәҫәлән, һулыш системаһын)
- Энергетика (химик энергияны механик һәм йылылыҡ энергияһына әйләндереү)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баженова А. Е. и др. Эффект Еськова-Зинченко в описании хаотической динамики параметров нервно-мышечной системы //Сложность. Разум. Постнеклассика. – 2017. – №. 1.
- Колесников Г. Н. Биомеханическая модель скелетно-мышечной системы, построенная без субъективных критериев оптимальности //Российский журнал биомеханики. – 2004. – №. 3.
- Еременко В. Н., Медведева А. С., Левченко А. А. Роль физической культуры в жизни человека //Азимут научных исследований: педагогика и психология. – 2019. – Т. 8. – №. 3 (28).