Мун Капитолина Ивановна
Мун Капитолина Ивановна (1925 йыл — үлгән датаһы һәм урыны билдәле түгел) — колхозсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Мун Капитолина Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1925 |
Тыуған урыны | Синельниково-2[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 4 март 1988 |
Вафат булған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКапитолина Ивановна Мун 1925 йылда Приморье крайы Покровка районының Синельниково ауылында тыуған. Кореялыларҙы Алыҫ Көнсығыштан депортациялауҙан һуң, Ҡаҙағстан ССР-ының Талды-Ҡурған өлкәһендә махсус тораҡта була. 1940 йылда урта мәктәпте тамамлау менән шул уҡ йылдан Аҡсусҡ районының «Уштобе» колхозында эшләй башлай. 1963 йылдан Джамбул өлкәһенең Чуйский иген продукттары базаһында лаборант булып эшләй. Һуңыраҡ Джамбул өлкәһе Чуйский районының «Алгинский» сөгөлдөр совхозында эшләй.
1945 йылда Капитлина Мун етәкләгән звено һәр гектарҙан планлы 40 центнер дөгө һәм 10 центнер иген урынына 44 центнер дөгө һәм 10,5 центнер иген йыйып тапшыра. 1947 йылда 10 гектар майҙанда гектарынан 30,5 центнер ярауай бойҙай үҫтерә[1], бының өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
1977 йылда Чуйский ҡала советы депутаты була. 1980 йылда хаҡлы ялға сыға.
Наградалары
үҙгәртергә- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1946);
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — Юғары Совет Президиумының 1948 йылдың 28 мартындағы указы.
- Ленин ордены (1948);
- Әсәлек миҙалы, II дәрәжә (1958);
- I дәрәжә Әсәлек миҙалы (1960);
- «В.И.Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ уңайы менән» миҙалы(1970);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» миҙалы (1975).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дмитрий Мен, Роль корейских колхозов Центральной Азии в строительстве социализма в СССР 2020 йыл 10 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Герои Социалистического труда по полеводству Казахской ССР. Алма-Ата. 1950. 412 стр