Мундир
Мундир (нем. Montur французса франц. monture — йыһазландырыу) — кәрәк-яраҡтар ) - алтын йәки көмөш менән сигелгән формалы хәрби йәки граждандар өҫкө кейем-һалымы.
Мундир | |
Мундир Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәМундирға "тап төшөрмәү" (рус. честь мундира[1], ватансылыҡ хисе ул байраҡ, герб һәм башҡа дәүләт атрибуттарының намыҫ тураһындағы төшөнсә булып торған кеүек үк, йөҙҙәрсә йылдар дауамында донъяның барлыҡ армиялары һалдаттары һәм офицерҙарының әхлаҡи ҡарашына һәм үҙ-үҙҙәрен тотошона йоғонто яһаған.
Хәрби мундирҙар XVII быуатXVII быуат уртаһында барлыҡҡа килә һәм улар ҡәнәғәтләндерергә тейешле төп талаптар: функциональ уңайлылыҡ, Ҡораллы Көстәрҙең төрҙәре һәм йүнәлештәре буйынса бер төҫлөлөк, башҡа дәүләттәр һәм илдәрҙең мундирҙарынан айырмалылыҡ. Мундир яугир батырлығы, намыҫ һәм хәрби арҡалашлыҡтың юғары хисе тураһында иҫкәртеп торған кейем. Хәрби форма - ир-аттарҙың ҡупшы һәм күңелгә ятышлы кейеме тип һанала. Тәү сиратта, был тантаналы осраҡтарҙа кейелә торған парад мундирына ҡағыла ла инде.
Хәҙерге заманда мундирға мөнәсәбәт
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта мундир - форма кейеме, уның хужаһының ниндәй ведомствоға ҡарағаны һәм статусының төп сағылышы. Был төр формалы кейем һәр саҡ милли мәҙәниәттең мөһим элементы булған, ул "цивиль күлдәк" менән сағыштырып, дәрәжәлерәк итеп ҡаралған.
Элгәрге йылдарҙа, йыш ҡына йәш кеше хәрби карьера һайларға уйлаһа, форма кейеменең ҡупшлығына, йәлеп итеүсәнлегенә лә ҙур иғтибар бирә торған була. Яңы хеҙмәткә ингән ир-атҡа мундир тапшырыу уның тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе тип таныла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ул парад портретын яҙыу өсөн төплө сәбәп биргән, бындай портретта кәүҙәне баштан-аяҡ һынын һәм формаһындағы барлыҡ тейешле атрибуттарҙы ентекләп һүрәтләгәндәр. Ордендың алтын сигеүле таҫмаһы һәм башҡа награда билдәләре кейем-һалымды ғәмәли сәнғәт әҫәренә әүерелдерә [2]
Башҡорт ғәскәре мундиры
үҙгәртергәБашҡорт ғәскәрендә1829 йылға тиклем ниндәй ҙә булһа устав кейем формаһы булмаған. Һуғышсылар милли хәрби кейем кейгән, ҡайһы бер һыбайлыларҙа һайман (тимер күлдәк) булған. Хәрби форма раҫланғас, уларға күк буҫтау мундирҙар йәки курткалар кейеп йөрөргә ҡушылған.
1846 йылдан башлап хеҙмәткәрҙәргә командировкаға барғанда ғына форма кейеү мотлаҡ була.
1855 йылғы реформаларҙан һуң чинына ҡарап эполет урынына ҡыҙыл буҫтауға баҫылған уҡалы погон тағып йөрөй башлағандар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Честь воинская // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 2004. — Т. 8. — С. 400—401. — ISBN 5-203-01875-8.)
- ↑ Что такое мундир? Российская военная форма.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. Е. Шепелев, Титулы, мундир маршала, ордена. — Л., 1991.
- Бегунова А. И. От кольчуги до мундира. — М.: Просвещение, 1993.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Русский военный мундир 2009 йыл 17 июнь архивланған.
- Униформа
- Униформа и знаки различия
- УНИФОРМА И ЗНАКИ РАЗЛИЧИЯ (инг.)(англ.)
- Русский Мундир
- Михаил Диунов: И снова о мундир...
- Русский военный мундир
- Введенский Г. 2014 йыл 16 октябрь архивланған. «Пять веков русского военного мундира» 2014 йыл 16 октябрь архивланған..