Мулла туғайы — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советына ҡараған Килдеғол ауылындағы туғай.

Тарихы үҙгәртергә

Ауыл үрендә, Ҡолғанаға киткән юлдың уң яғында, Һарағы йылғаһы буйында матур ғына туғай бар. Мулла туғайы тип йөрөтәләр уны. Элек ауылда дин көслө булған. Ауыл уртаһындағы мәсет ҡалҡыу ерҙә тирә йүнгә йәм биреп, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп ултырған. Диндарлыҡта Һағынбайҙар заты өҫтөнлөк тотҡан. Һағынбайҙың улы Сабитулла 1862 йылда имамлыҡ Указы ала. Ҡустыһы Әхмәтулла ла муллалыҡ итә. Ҡатыны Бәҙеғол менән балаларында ла иман рухы тәрбиәләргә тырыша улар. Улдары: Һиҙиәт— ауылдағы мәсеттең мәҙине була, ә Хәйрулла менән Йыһанур күренекле муллалар.

Р. Н.Мәһәҙиевтың 1916 йылда Ырымбурҙағы «Ваҡыт» нәшриәтендә баҫылған «Дамулла Ғабдулла хәҙрәт Сәйетбаттал уғлы Муллаҡай» исемле китабында беҙҙең диндар ауылдаштарыбыҙ хаҡында ла ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар араһында улар ҙа булған. 9-сы биттә «Орск өйәҙе Ҡарағай-ҡыпсаҡ волосы Килдеғол (Сарағ) ауылында имам-хатиб Хәйрулла Әхмәт улы, мөъәҙин Һидиәтулла Әхмәт улы» тиелә Ауылыбыҙҙың мәсет тотҡан һуңғы муллаһы 1861 йылғы Йыһанур Әхмәт улы Һағынбаев. Үҙ донъяһын үҙе көтөп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәһә лә совет власына оҡшамаған, мәсетен ябалар, үҙен совет йәмғиәте алдында ғәйепле һанап, 1932 йылда хөкөм итәләр. Төрмәнән ҡайтып һуғыш алдынан вафат була.

Йыһанур мулла тыныс тормошонда бесән сапҡан, намаҙ уҡыған баяғы туғайҙы уға ихтирам йөҙөнән һуңынан ауылдаштары Мулла туғайы тип йөрөтә башлайҙар.

Йыһанур мулланың атаһының ағаһы Сабиттулла имамдың улы Билалдың ейәндәре Мазһар, Хәйҙәр, Фәрит (аталары Һағынбаев Шаһимырҙан) олаталарының исемен фамилия итеп алып, ауылда ҙур ара йәйелдерҙеләр. Мазһар 7, Хәйҙәр 3, ә Фәрит 6 ул атаһы. Үкенескә, хәҙер үҙҙәре был донъяла юҡ инде. Байтаҡ йылдар мал тапандыһы булып ятҡан Мулла туғайын 1928 йылғы Мазһар Билалов кәртәләп бесәнлек итеп ала. Хәҙер унда улы Айрат бесән эшләй.

Мулла туғайы халыҡты үҙенә ылыҡтырып, саҡырып торғандай. Хужаһынан рөхсәт алып, Мулла туғайында — изге урында «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары, балалар һабантуйы үткәреү матур йолаға әйләнде.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Р. Н.Мәһәҙиев, «Дамулла Ғабдулла хәҙрәт Сәйетбаттал уғлы Муллаҡай», Ырымбур, «Ваҡыт» нәшриәте, 1916.